Эстәлеккә күсергә

Карклин Фриц Иванович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Карклин Фриц Иванович
Зат ир-ат
Тыуған көнө 24 март (5 апрель) 1894
Тыуған урыны Кулдига[d], Курляндия губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 17 июль 1937({{padleft:1937|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:17|2|0}}) (43 йәш)
Вафат булған урыны Тара[d], Омск өлкәһе, РСФСР, СССР
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы ВКП(б)-ның XVII съезы[d]

Карклин Фриц Иванович (24 март 1894 йыл — 17 июль 1937 йыл) — СССР-ҙың партия эшмәкәре. 1931—1932 йылдарҙа ВКП(б)-ның Магнитогорск, 1932—1935 йылдарҙа — Свердловск ҡала комитетының беренсе секретары ().

Фриц Иванович Карклин 1894 йылдың 24 мартында Курляндия губернаһы Гольдинген ҡалаһында тыуа. 1906—1908 йылдарҙа сиркәү-мәхәллә мәктәбендә белем ала. 1908—1911 йылдарҙа Гольдингенский дүрт класлы ҡала училищеһы уҡыусыһы. 1911 йылдың июленән Винтлер заводының балта оҫтаһы, 1913 йылдың октябренән төрлө төрлө төҙөлөш эштәрендә эшләй. 1914 йылдың ғинуарынан «Вулкан» шырпы фабрикаһы ағас оҫтаһы. 1916 йылдың февраленән Рига почта контораһы почтальоны, 1916 йылдың авгусынан — почта чиновнигы. 1917 йылдың апрелендә почта-телеграф хеҙмәткәре Рига округ комитетының большевиктар фракцияһы секретары. 1917 йылдың июнендә РСДРП(б.)-ның Рига ойоштороу комитеты ойоштороусы-пропагандисы. 1917 йылдың сентябрендә — Петроградта РСДРП(б)-ның Васил-Иваново ойошмаһы пропагандист-ойоштороусыһы. 1918 йылдың февралендә РСДРП(б)—РКП(б.)-ның Латыш секцияһы Өфө губерна бюроһының яуаплы секретары.

1918 йылдың июлендә чехословак контрразведкаһы тарафынан ҡулға алына һәм Өфө төрмәһендә ябыла, 1919 йылдың 5 ғинуарында РККА-ның 5-се армияһы частары азат итә. 1919 йылдың ғинуарынан РКП(б)-ның Өфө губкомы яуаплы секретары. 1919 йылдың 5 апреленән РККА-ның 5-се армияһында РВС ҡарамағында порученец, 1919 йылдың майынан 27-се уҡсылар дивизияһының элемтә политкомиссары, 1919 йылдың сентябренән 27-се уҡсылар дивизияһының 1-се бригадаһы политкомиссары, 1920 йылдың февралән 27-се уҡсылар дивизияһының сәйәси бүлек начальнигы урынбаҫары, 1921 йылдың ғинуарынан 26-сы уҡсылар дивизияһының 3-сө бригадаһы хәрби комиссары; 1921 йылдың июленән Семипалатинск ҡалаһында 13-сө Себер кавалерия дивизияһының политотдел начальнигы,1922 йылдың июненән 10-сы Алтай кавалерия дивизияһы ҡарамағындағы ГПУ-ның махсус бүлек начальнигы.

1923 йылдың майынан Семипалатинск губерна контроль комиссияһы рәйесе. 1925 йылдың апреленән Ҡаҙаҡ край контроль комиссияһының яуаплы секретары (Ҡыҙылурҙа ҡалаһы). 1926 йылдың декабренән Кисловодскиҙа дауалана.

1927 йылдың мартынан «Коммунистик авангард» туҡыу фабрикаһы парткомы секретары (Владимир губернаһы, Собинка станцияһы). 1927 йылдың ноябренән яуаплы инструктор, 1928 йылдың мартынанВКП(б.)-ның Курск ҡала комитетының ойоштороу-инструктор бүлеге мөдире урынбаҫары. 1928 йылдың июленән Курск губернаһы ВКП(б)-ның Старо-Оскол укомының яуаплы секретары. 1928 йылдан Үҙәк-ҡара тупраҡлы өлкәнең ВКП(б) округ комитеты яуаплы секретары. 1930 йылдың сентябрендә — 1931 йылдың ғинуарында СССР Сит ил эштәре халыҡ комиссариатында яуаплы дипломатик хеҙмәткәрҙәр курстары тыңлаусыһы.

1931 йылдың февраленән ВКП(б)-ның Магнитогорск ҡала комитетының беренсе секретары. 1932 йылдың июленән ВКП(б)-ның Свердловск ҡала комитетының беренсе секретары. ВКП(б)-ның Свердловск өлкә комитеты бюроһы ҡарары менән 1934 йылдың 2 сентябрендә ҡаты шелтә бирелә. 1935 йылдың апреленән Свердловск ҡалаһында махсус тәғәйенләнештәге дауаханала дауалана.

1935 йылдың авгусында — 1937 йылдың июлендә Омск өлкәһе ВКП(б)-ның Таре округ комитетының беренсе секретары. 1937 йылдың 10 июлендә Омск өлкәһе ВКП(б)-ның Таре округ комитеты бюроһы ҡарары менән «Свердловск өлкәһе буйынса ҡулға алынған халыҡ дошмандары менән бәйләнештә булғаны, фашланған халыҡ дошманы, троцкист Крейцбергты яҡлағаны өсөн» ВКП(б) сафынан сығарыла. 1937 йылдың 17 июлендә ҡала Таре ҡалаһы төрмәһендә үҙ-үҙенә ҡул һала.

Үҙәк власть органдары эшендә ҡатнашыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • ВКП(б)-ның XVI, XVII съездары делегаты.
  • Очерки истории Башкирской организации КПСС / отв. ред. В. П. Иванков. Уфа: Башкирское книжное издательство, 1973. 728 с.
  • Плотников И. Ф. В тылу врага: Большевистское подполье Уфимской губернии в годы иностранной военной интервенции и гражданской войны (1918—1919). Уфа: Башкнигоиздат, 1971. 141 с.
  • Плотников И. Ф. Карклин Фриц Иванович // Уральская историческая энциклопедия. Изд. второе, перераб. и доп. Екатеринбург: Академкнига, 2000. С. 259.
  • Плотников И. Ф. Гражданская война на Урале (1917—1922 гг.). Энциклопедия и библиография. В 3 т. Екатеринбург: Банк культурной информации, 2007. Т. 1. С. 161.
  • Сушков А. В. Руководители города Свердловска: первые секретари горкома ВКП(б)—КПСС (1932—1991), вторые секретари горкома ВКП(б) (1937—1950): историко-биографический справочник. Екатеринбург: Банк культурной информации, 2007. С. 40—41. [1] 2017 йыл 20 март архивланған.
  • Сушков А. В., Плотников И. Ф. Карклин Фриц Иванович // Челябинская область: энциклопедия / гл. ред. К. Н. Бочкарев. Челябинск: Каменный пояс, 2008. Т. 3. С. 104.