Эстәлеккә күсергә

Карпов Николай Фролович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Карпов Николай Фролович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 1 ғинуар 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})
Тыуған урыны Тверь өлкәһе, РСФСР
Вафат булған көнө 1999
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Һөнәр төрө геолог
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт университеты
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы СССР дәүләт премияһы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Карпов Николай Фролович (1 ғинуар 1917 йыл1999 йыл) — СССР геологы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1981).

Николай Фролович Карпов 1917 йылдың 1 ғинуарында (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 19 мартта) Медведево станцияһында (хәҙер — Тверь өлкәһенең Бологое ҡалаһы эсендә) тыуған. 1940 йылда ул Ленинград дәүләт университетын тамамлай. Шул уҡ йылда ул Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 1946 йылда капитан дәрәжәһендә запасҡа сығарыла. Шул уҡ йылдан башлап СССР геология министрлығының Ҡаҙаҡ геология идаралығы геология партияларында геолог, отряд начальнигы булып эшләй. Һуңғараҡ Макинск ҡалаһында 1-се Баш геолог--разведкалау идаралығы Дала экспедицияһының баш инженеры, баш геологы була. Урта Азияла СССР атом сәнәғәте өсөн күп сеймал биргән эре уран ятҡылыҡтарын асыуға етәкселек итә[1].

1962 йылда Карпов Мәскәүгә эшкә күсерелә. СССР Геология министрлығының уран ятҡылыҡтарын асыу менән шөғөлләнгән 1-се Баш геология-разведкалау идаралығын етәкләй, ошо уҡ министрлыҡтың коллегия ағзаһы була. 1979 йылда Бөтә Союз геология берекмәһе начальнигы вазифаһын биләй. Ул эшләгән йылдарҙа күп һанда бай уран ятҡылыҡтары асыла, геологоразведчиктар өсөн күп социаль-мәҙәни объекттар һәм торлаҡ йорттар төҙөлә. Хеҙмәте өсөн ул ике тапҡыр СССР Дәүләт премияһына лайыҡ була[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1981 йылдың 10 мартындағы Указы менән, «ҙур производство ҡаҙаныштары, унынсы биш йыллыҡ заданиеларын һәм ҡабул иткән социалистик йөкләмәләрен ваҡытынан алда үтәгәне, күрһәткән хеҙмәт ҡаһарманлығы» өсөн, Карпов Николай Федорович «Социалистик Хеҙмәт Геройы» тигән юғары исемгә лайыҡ була, уға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырыла[1].

1987-1988 йылдарҙа СССР Геология министрлығының геология-разведка эштәре буйынса дәүләт производство берекмәһенең генераль директоры була. 1988 йылда пенсияға сыға. Мәскәүҙә йәшәй. 1999 йылда вафат була[1].

РСФСР-ҙың атҡаҙанған геологы. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, күп миҙалдар менән бүләкләнә[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Карпов Николай Фролович. «Герои страны» сайты.
  • Богуненко Н. Н., Пелипенко А. Д., Соснин Г. А. Карпов Николай Фролович // Герои атомного проекта. — Саров: Росатом, 2005. — С. 179—178. — ISBN 5-9515-0005-2.