Кассис (Франция)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кассис
Герб
Blason ville fr Cassis (Bouches-du-Rhône).svg
Рәсем
Рәсми атамаһы Cassis[1]
Дәүләт Flag of France.svg Франция
Административ-территориаль берәмек Восточный Обань[d], Буш-дю-Рон[d] һәм Марсель[d]
Архивы хранятся в Departmental archives of Bouches-du-Rhône[d]
Халыҡ һаны 7221 кеше (2015)[2]
Сәғәт бүлкәте UTC+1[d] һәм UTC+02:00[d]
Туғандаш ҡала Бернем-он-Си[d]
Сиктәш Обань[d], Серест[d], Ла-Сьота[d], Рокфор-ла-Бедуль[d], Карну-ан-Прованс[d] һәм Марсель
Майҙан 26,87 км²[3]
Почта индексы 13260
Рәсми сайт cassis.fr
Урынлашыу картаһы
Категория с картами на Викискладе Maps of Cassis
Бында төшөрөлгән фильмдар категорияһы [d]
Commons-logo.svg Кассис Викимилектә

Кассис (нем. Cassis) — Францияның көньяҡ-көнсығышында Прованс Альп Зәңгәрһыу Яр регионындағы ҡала һәм коммуна, Буш-дю-Рок департаменты, Марсель округы, Ла-Сьюта кантоны[4].

Географик урыны[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Марсель ҡалаһынан яҡынса 20 км көнсығыштараҡ урынлашҡан. Кассис һәм Ла-Сьот коммуналары араһында Европала иң бейек яр буйы ҡаяһы (399 м) урынлашҡан. Ҡала үҙенең ҡаялары, шулай уҡ тирә яғында етештерелгән шараптары менән дан тота.

Коммунаның майҙаны — 26,86 км², халҡы — 7560 кеше[5] (2012), халыҡ тығыҙлығы — 281,5 кеше/км².

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кассис урынында тәүге ултыраҡтар б.э. тиклем VI—V быуаттарға ҡарай. Бында лигурҙар йәшәгән, улар һунар, балыҡсылыҡ һәм ауыл хужалығы менән шөғөлләнгән. Уларҙан нығытмалар ҡалдыҡтары ҡалған. Шулай уҡ Кассиста гректарҙың булыуы ныҡ һиҙелә. Рим Империяһы ваҡытында бында балыҡсылар ултырағы булған. Археологик табылдыҡтар Кассистың бөтә Урта дигеҙ һәм бигерәк тә Төньяҡ Африка менән сауҙа бәйләнештәре тураһында һөйләй.

V быуаттан алып X быуатҡа тиклем варварҙарҙың һөжүме урындағы халыҡҡа һарай төҙөргә мәжбүр итә. 1223 йылда ул урындағы феодал, сеньор Ле-Бо-де-Прованстың биләмәһе була. 1402 йылдың 4 апрелендә савой графы Одон де Вильяр үҙенең туғаны Филипп де Левиға Зәңгәрһыу Яры еренең ҙур ғына өлөшөн бүләк итә, уға Кассис ҡалаһы ла инә. Бының өсөн Филипп Раймонд Туренскийға ҡаршы уның яғында һуғышырға тейеш була. XV быуатта Кассис ҡалаһы Прованс графтары хакимлығы аҫтына эләгә, һуңынан герцог Рене Добрый уны Марселдең епископтарына тапшыра, уларҙың ҡулы аҫтында Кассис 1789 йылғы Бөйөк Француз революцияһына тиклем ҡала.

XVIII быуатта Кассис ҡала стеналарынан сығып гавань яғына ҡарай ҙурая. Ошо уҡ ваҡытта бөтә донъяға кассис ташы булараҡ билдәле урындағы эзбизташты сығарыу (эзбизташ әҙләп борондан бында сығарылһа ла) әүҙем үҫешә башлай, ә XX быуатта шарап етештереү алға китә.

Топонимдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

II быуатта билдәле булған Charsitanæ Tutelæ— исеменең иҫке формаһы. IV быуатта ултыраҡ Carsicis тип аталған, 1323 йылда Cassitis Castrum һарайы («Касситис замогы») тип телгә алына. Бында исемдең төп өлөшө «кар» тәү һинд-европа һүҙенән килеп сыҡҡан, таш һүҙен аңлата.

Туғандаш ҡалалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. https://www.insee.fr/fr/information/3363419
  2. Recensement de la population 2015 — 2017.
  3. база данных о французских коммунах
  4. Décret n° 2014-271 du 27 février 2014 portant délimitation des cantons dans le département des Bouches-du-Rhône  (фр.). Директива от 27 февраля 2014. legifrance.gouv.fr. 6 сентября 2015 тикшерелгән.
  5. Численность населения в 2012 году  (фр.). INSEE. 6 сентября 2015 тикшерелгән.
  6. Был объект Ҡырым ярымутрауы территорияһында урынлашҡан. Ярымутрауҙың ҙур өлөшө был территорияны контролдә тотоусы Рәсәй Федерацияһы һәм Украина араһында территориаль ризаһыҙлыҡ объекты булып тора. Рәсәй Федерацияһының административ-территориаль ҡоролошона ярашлы ярымутрауҙа Рәсәй Федерацияһы субъекттарыҠырым Республикаһы Һәм Севастополь федераль әһәмиәтендәге ҡала урынлашҡан. Украинаның административ-территориаль ҡоролошона ярашлы ярымутрауында Ҡырым Автономиялы Республикаһы һәм айырым статуслы Севастополь ҡалаһы урынлашҡан.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]