Эстәлеккә күсергә

Квирикашвили Георгий Джемалович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Георгий Квирикашвили
груз. გიორგი კვირიკაშვილი
Георгий Квирикашвили
Флаг
Флаг
Грузияның Премьер-министры
Флаг
Флаг
 30 декабрь 2015 йыл
Президент: Георгий Маргвелашвили
Алдан килеүсе: Ираклий Гарибашвили
Флаг
Флаг
Грузияның сит ил эштәре министры
Флаг
Флаг
1 сентябрь 2015 йыл — 30 декабрь 2015 йыл
Хөкүмәт башлығы: Ираклий Гарибашвили
Президент: Георгий Маргвелашвили
Алдан килеүсе: Тамара Беручашвили
Дауамсы: Михаил Джанелидзе
Флаг
Флаг
Грузияның Иҡтисад һәм тотороҡло үҫеш министры
Флаг
Флаг
25 октябрь 2012 йыл — 1 сентябрь 2015 йыл
Хөкүмәт башлығы: Бидзина Иванишвили,
Ираклий Гарибашвили
Президент: Михаил Саакашвили,
Георгий Маргвелашвили
Алдан килеүсе: Вероника Кобалия
Дауамсы: Дмитрий Кумсишвили
 
Тыуған: 20 июль 1967({{padleft:1967|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (57 йәш)
СССР, Грузия ССР-ы Тбилиси ҡалаһы
Партия: Грузия хыялы — Демократик Грузия
Белеме: Тбилиси дәүләт медицина университеты,
Тбилиси дәүләт университеты,
АҠШ-тың Иллинойс университеты
Профессияһы: финансист, иҡтисадсы
 
Автограф:

Квирикашвили Георгий Джемалович (груз. გიორგი კვირიკაშვილი; 20 июль 1967 йыл) — грузин сәйәсмәне һәм дәүләт эшмәкәре, 2015 йылдың 30 декабренән 2018 йылдың 20 июненәсә — Грузияның Премьер-министры.

Георгий Джемалович Квирикашвили1967 йылдың 20 июлендә Грузия ССР-ының баш ҡалаһы Тбилисиҙа тыуған.

1984 йылда Владимир Комаров исемендәге физика-математика йүнәлешендәге интернат-мәктәпте тамамлаған[1]. 1984—1991 йылдарҙа Тбилиси дәүләт медицина университетында табип-терапевт һөнәрен үҙләштерә. 1986—1988 йылдарҙа саҡырыу буйынса Совет Армияһында хәрби хеҙмәттә була. 1990—1995 йылдарҙа Иванэ Джавахишвили исемендәге Тбилиси дәүләт университетының иҡтисад факультетында уҡый (һөнәре «сәнәғәтте планлаштырыу»). 1997—1998 йылдарҙа АҠШ-тың Иллинойс штатындағы Урбана һәм Шампей ҡалаларында урынлашҡан Иллинойс университетында белемен камиллаштырып, финанс өлкәһендә фән магистры дәрәжәһе ала.[2]

1993—1996 йылдар — "Берләшкән Грузия Банкыһы"нда финанс өлкәһендә карьераһын башлай һәм кредит департаменты начальнигы урынбаҫары вазифаһына тиклем хеҙмәт баҫҡыстары үтә;
1996—1997 йылдар. —"Экспорт-Импорт Банкыһы"ның вице-президенты;
1997—1998 йылдар — «Берләшкән Грузия Банкыһы» идара дипартаментының филиал директоры;
1999 йылдан дәүләт канцелярияһында: финанс, аҡса-кредит һәм тышҡы иҡтисад хеҙмәтендә начальник урынбаҫары булып эшләй; Грузия Хөкүмәте һәм АҠШ-тың Халыҡ-ара үҫеш агентствоһының берлектәге программаһындағы кесе һәм урта бизнесты үҫтереү төркөмөнең етәксеһе була;
1999—2004 йылдар —Грузия парламенты ағзаһы, Иҡтисади сәйәсәт буйынса комитет рәйес урынбаҫары;
"Розалар революцияһы"нан һәм власҡа Михаил Саакашвили килгәндән һуң дәүләтт хеҙмәтенән китә һәм бизнес эшмәкәрлегенә кире ҡайта;
2004—2006 йылдар — Беренсе Коммерция Банкыһының башҡарма дирекцияһы консультанты;
2006—2011 йылдар —"Карту Банкыһы"ның генераль директоры;
2012 йылдың 25 октябрендә Грузияның Борисом Иванишвили етәкләгән яңы хөкүмәтендә ҡтисад һәм тотороҡло үҫеш министры итеп тәғәйенләнә;
2015 йылдың 1 сентябрендә Грузияның сит ил эштәре министры вазифаһына тәғәйенләнә;

2015 йылдың 30 декабрендә Грузия парламенты үҙенең пленар ултырышында кандидатураһын раҫлағас һәм хөкүмәттең ул тәҡдим иткән составын яҡлағас, Георгий Квирикашвили Грузияның премьер-министры булып китә.[2][3]