Кедрина Людмила Владимировна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кедрина Людмила Владимировна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй
Представляет страну в спорте Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 27 ғинуар 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Белорет
Вафат булыу көнө 10 октябрь 2015({{padleft:2015|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (54 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Санкт-Петербург
Ерләнгән урыны Новодевичье кладбище в Санкт-Петербурге[d]
Һөнәр төрө тау саңғысыһы
Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре
мастер спорта СССР международного класса
Спорт төрө Тау саңғыһы спорты

Кедрина Людмила Владимировна (27 ғинуар 1961 йыл — 10 октябрь 2015 йыл) — тау саңғысыһы, СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры, тау саңғыһы спорты буйынса ун тапҡыр Рәсәй чемпионы, СССР йыйылма командаһы составында донъя чемпионатында ҡатнашыусы, Европа беренселеге призеры. 2009 йылдан — Санкт-Петербургтың тау саңғыһы спорты һәм сноуборд Федерацияһы йыйылма командаһының баш тренеры[1]

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Людмила Владимировна Кедрина (ҡыҙ фамилияһы Реус) 1961 йылдың 27 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Белорет ҡалаһында тыуған.

1971 йылда тау саңғыһы мәктәбенә килә, Вячеслав Астахов етәкселегендә шөғөлләнә. 1973 йылда СССР үҫмерҙәр йыйылма командаһы составына инә. 1979 йылда уға «СССР-ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры» исеме бирелә. Ун тапҡыр СССР чемпионы, Европа чемпионаттарының көмөш призеры, саңғы спорты буйынса донъя чемпионатында ҡатнаша.

Үҙенең спорт карьераһы тамамланғас, тренер булып эшләй башлай. «Охта-парк» спорт комплексының балалар тау саңғыһы мәктәбе тренерҙар составын етәкләй. Кедрина Людмиланың тәрбиәләнеүселәре өс йыл дауамында — 1999, 2000, 2001 йылдарҙа — Рәсәй чемпиондары булалар[2], уның улы Максим 2002 йылда олимпия уйындарында ҡатнаша. Ҡыҙы Анастасия — ике тапҡыр Рәсәй чемпионы (2009, Таштагол, супергигант, суперкомбинация), донъя беренселегендә ҡатнашыусы (2009, Германия), Рәсәй тау саңғыһы спорты һәм сноуборд Федерацияһы уны 2008—2009 йылдар миҙгелендә йәш спортсылар араһында «Миҙгел асышы» тип таный, 2009 йылдан Рәсәй йыйылма командаһының төп составында шөғөлләнә[3][4].

2009 йылдан — Санкт-Петербургтың тау саңғыһы спорты һәм сноуборд Федерацияһы йыйылма командаһының баш тренеры, күп йылдар дауамында Рәсәй тау саңғыһы спорты һәм сноуборд Федерацияһының тренерҙар Советына инә.

2015 йылдың 10 октябрендә Санкт-Петербург ҡалаһында вафат була[5], Новодевичье зыяратында ерләнгән.

Билдәле тәрбиәләнеүселәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Арцыбышева Екатерина Николаевна— Рәсәй спорт мастеры,
  • Мария Воробьева — Рәсәй спорт мастеры,
  • Екатерина Алексеевна Захарова — Рәсәй спорт мастеры, Европа Кубогында ҡатнаша, Skiinterkriterium халыҡ-ара ярыштар призеры, Рәсәй Кубогы һәм Финляндия асыҡ Кубогы чемпионы һәм призёры, Санкт-Петербург асыҡ беренселегенең һәм башҡа Бөтә Рәсәй чемпионаттарының күп тапҡыр еңеүсеһе, 1999—2006 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы,
  • Заяц Василий Эдуардович — Рәсәй спорт мастеры, Рәсәй чемпионы, Skiinterkriterium халыҡ-ара ярыштары призеры, Финляндия асыҡ Кубогы призеры, Санкт-Петербург асыҡ беренселегенең һәм башҡа Бөтә Рәсәй чемпионаттарының күп тапҡыр еңеүсеһе,
  • Кедрин Максим Николаевич — халыҡ-ара класлы Рәсәй спорт мастеры, 2002 йылда XIX Ҡышҡы Олимпия уйындары ҡатнашыусыһы,
  • Лунёв Александр — Рәсәй спорт мастеры, «Олимпийские надежды России» ярыштары призеры.

Һүрәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]