Кесе Зонд утрауҙары
Кесе Зонд утрауҙары | |
---|---|
индон. Kepalauan Nusa Tenggara, порт. Pequenas Ilhas da Sonda | |
Характеристикалар | |
Иң эре уртау | Тимор |
Майҙаны | 87 000 км² |
Иң бейек нөктәһе | 3726 м |
Халҡы | 14 000 000 чел. (2010) |
Халыҡ тығыҙлығы | 160,92 кеше/км² |
Урынлашыуы | |
9° ю. ш. 120° в. д.HGЯO | |
Акватория | Тымыҡ океан |
Кесе Зонд утрауҙары Викимилектә |
Кесе Зонд утрауҙары (индон. Kepalauan Nusa Tenggara, порт. Pequenas Ilhas da Sonda) — Малай архипелагы составында утрауҙар төркөмө. Оло Зонд утраҙары менән бергә Зонд архипелагын барлыҡҡа килтерә.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кесе Зонд утрауҙары Яванан көнсығышҡа табан урынлашҡан алты ҙур һәм күп һанлы бәләкәй утрауҙарҙан тора. Уларҙың дөйөм майҙаны 87 мең км², ә халҡы — 14 миллион кеше (2010) тәшкил итә. Иң ҙур утрауҙары (көнбайыштан көнсығышҡа табан) — Бали, Ломбок, Сумбава, Флорес һәм Тимор. Флорестан көньяҡҡа табан Сумба утрауы урынлашҡан.
Кесе Зонд утрауҙары вулкан сығышлы, шунлыҡтан уларҙың ландшафты бигерәк таулы. Ломбок утрауындағы Ринджани тауы — архипелагтың иң юғары нөктәһебулып тора, уның бейеклеге 3726 метр тәшкил итә.
Бали һәм Ломбок араһында Уоллес һыҙығы урынлашҡан, ул Азия һәм Австралия ҡитғаһы араһындағы сикте барлыҡҡа килтерә[1]. Комодо утрауы үҙенең комодо варандары менән билдәле, улар тәңкәлеләр отрядның иң эре төрө булып тора. Флорес утрауында кешеләрҙең бәләкәй буйлы төрөнөң ҡалдыҡтары табылған, утрауға арнап был төр флорес кешеһе тип аталған.
Административ бүленеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кесе Зонд утрауҙарының ҙур өлөшө Индонезия составына керә. Тимор утрауының көнсығыш өлөшөндә Көнсығыш Тимор дәүләте урынлашҡан. Утрауҙарҙың Индонезия территорияһы өс провинцияға бүленә: Бали, Көнбайыш Кесе Зонд утрауҙары һәм Көнсығыш Кесе Зонд утрауҙары:
- Көнсығыш Тимор — 15 007 км², 1 066 409 кеше (2010)
- Индонезия — 73 070 км², 13 074 796 кеше (2010)
- Бали — 5 780 км², 3 890 757 кеше
- Көнбайыш Кесе Зонд утрауҙары — 18 572 км², 4 500 212 кеше
- Көнсығыш Кесе Зонд утрауҙары — 48 718 км², 4 683 827 кеше
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл хужалығы продукцияһынан утрауҙарҙа бигерәктә дөгө һәм кофе яҡшы үҫә. Нефть, тимер, марганец һәм баҡыр ятҡылыҡтары бар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Audley-Charles, M.G. (1987) "Dispersal of Gondwanaland: relevance to evolution of the Angiosperms" In: Whitmore, T.C. (ed.) (1987) Biogeographical Evolution of the Malay Archipelago Oxford Monographs on Biogeography 4, Clarendon Press, Oxford, pp. 5–25, ISBN 0-19-854185-6