Эстәлеккә күсергә

Кинйәбулат ауылы топонимикаһы (Ишембай районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кинйәбулат ауылы топонимикаһы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы һәм Ишембай районы

Кинйәбулат ауылы топонимикаһы — Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы Кинйәбулат[1] ауылы тирәһендәге ер-һыу атамалары.

Ауылдың географияһы һәм тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кинйәбулат ауылы Ишембай районының Байғужа ауыл советына ҡарай һәм Ағиҙел йылғаһының уң ҡушылдығы Тәйрүк йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауыл Ишембай ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 15 км, ә Салауат тимер юл станцияһынан 31 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

1906 йылдағы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда 729 кеше йәшәй, һәм төп халыҡ — башҡорттар. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа 854 кеше; 1939 йылда — 927 кеше; 1959 йылда — 756; 1989 йылда — 793; 2002 йылда — 950; 2010 йылда 1058 кешенең йәшәүе теркәлә. Ауылда урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушелыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто (3 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы), китапхана һәм мәсет бар.

1786 йылдан алып билдәле булған ауылға нигеҙҙе Стәрлетамаҡ өйәҙе Юрматы олоҫо башҡорттары һала. Ул дәүерҙә ауыл халҡы игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ, сана, арба яһау кәсептәре менән шөғөлләнә. 1906 йылда бында мәсет, училище, һыу тирмәне, магазин булыуы теркәлгән[2].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Кинйәбулат нефть ятҡылығы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1943 йылдың 29 сентябрендә Ишембай ҡалаһынан көнсығышта, Кинйәбулат ауылы янында нефть фонтаны һауаға урғыла. Был ятҡылыҡ ун йыл тирәһе илебеҙгә нефть бирә, унда бөтәһе 147 скважина эшләй һәм 2 млн. тоннаға яҡын ҡара алтын сығарыла. Нефте ауыр (тығыҙлығы 0,917 г/см3), ныҡ ҡуйы (33 МПа•с), юғары көкөртлө (4,3%‑ҡа тиклем), газ факторы 35 м3/м3; үҙләштереү башында нефттең уртаса дебиты тәүлегенә 85 т тәшкил иткән[7]. Бер тиҫтәләп йылдан һуң нефть сығыусы ҡатламдарҙы тоҙло һыу баҫа, һәм скважиналар дебиты өс тоннанан 300 килограмға тиклем кәмей. Нефть сығарыу туҡтатыла, 1954 йылда нефть ятҡылығы "Росглавугольнефть" предприятиеһына тапшырыла[8].

Ауылға яҡын ғына урынлашҡан тауҙың бейеклеге диңгеҙ кимәленән 258,2 метрға етә. 1934 йылда Кинйәбулат ауылы янында геологик һәм геофизик тикшеренеүҙәр үткәрелә, һәм кунгур ярусының гипс һәм ангидрит ҡатламдарының ер өҫтөнә сығып ятыуы асыҡлана. Аҡтау — ошо урындарҙың береһе, ул гипс һәм ангидрит таштарынан тора[8].

Тауҙың диңгеҙ кимәленән бейеклеге — 257,1 метр. Ҡыҙыл таштарҙан торған был тау Аҡтауҙан бер генә сыҡрым алыҫлыҡта ята. Шуға ла Граждандар һүғышы осоронда Аҡтауҙа аҡтар, Ҡыҙылтауҙа ҡыҙылдар урынлашҡан һәм бер-береһе менән атышҡандар. Ике тауҙың да түбәләрендә окоп-блиндаш соҡорҙары һаҡланған.

Тау эргәһенән генә Сыуаш йылғаһы аға. Ә итәгендә 1960 йылда Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөхтәр Ишмөхәмәтов ултыртҡан ҡарағай ағастары шаулап үҫә[8]..

Сыуаш йылға. Бик элгәре дәүерҙә йылға буйына бер нисә сыуаш ғаиләһе килеп төпләнә. Бер мәл араларында ыҙғыш-талаш сыға, бер нисә ир-егет үлеп ҡала. шул ваҡиғанан һуң сыуаштар йылға буйынан күсенеп китә. Әммә исеме халыҡ телендә һаҡланып ҡала.

Ҡараҡбаҫҡан йылғаһы тирәһендә борондан ундағы урман шырлығында юлбаҫарҙар, ат ҡараҡтары, һуғыштан, батша армияһына барыуҙан ҡасҡан кешеләр йәшеренер булған. Әммә улар ябай халыҡҡа зыян килтермәгән. Шуға ла ауыл халҡы ошо йылға һыуын һыулаған.

Арыҫлан йылғаһы ауыл уртаһынан аға. Риүәйәттәрҙә борон был ерҙәрҙә Арыҫлан исемле бей йәшәүе хаҡында бәйән ителә. Ул эсәр һыу сығанағының саф һыулы булыуын айырыуса хәстәрләгән. Йылға башын, уның шишмәләрен һәр саҡ таҙарттырып торған. шуға күрә лә ауыл халҡы, был уҙаманға рәхмәт йөҙөнән, йылғаны уның исеме менән атай башлаған. Элек ауылдың үрге яғында һәм урта өлөшөндә йәшәүселәр эсәр һыуҙы ошо йылғанан алған.

Бәйсүрә йылғаһының атамаһы Бәйсүрә исемле ҡатынға бәйле. Уның сабынлығы ошо йылға янында булған. Ул был бәләкәй йылғаның үҙәнен һәр саҡ таҙартып, шишмәләренә юл асып торған, сөнки бесән әҙерләп ятҡанда ашҡа, сәйгә һыуҙы ошо сығанаҡтан алыр булған. Баланын да, муйылында башҡа төрлө еләк-емеште лә ошо тирәләге туғайлыҡтан йыйған.

Нуғайбәк йылғаһы. Тарихтан белеүебеҙсә, XV быуат аҙағында һәм XVI быуат баштарында башҡорт ерҙәрендә Нуғай хандары хакимлыҡ иткән. Шул ваҡытта бер нуғай ханы бындағы тәбиғәткә һоҡланып, сылтырып ағып ятҡан саф һыулы йылғаға яратҡан улының исемен ҡуша. Бына шул атама беҙҙең дәүергә лә килеп еткән.

Ауыл зыяраты урынлашҡан Зыярат тауына һыйынып тиәрлек ағып ятҡан был ярайһы уҡ ҙур ғына йылғаны халыҡ Зыярат йылғаһы тип йөрөтә. Уға Ҡараҡбаҫҡан, Бәйсүрә, Нуғайбәк, Муйыллы ҡыуаҡ йылғалары ҡоя. Ә Зыярат йылғаһы үҙе Тәйрүк йылғаһына ҡушыла. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа йылғаның уң яҡ үҙәнендә ауылдың Низам исемле кешеһе, йорт һалып, умарталар тотоп, ғаиләһе менән ошонда йәшәгән. Шуға ла ауыл халҡы был йылғаны Низам йылғаһы ла тип йөрөтә.

Тәйрүк йылғаһы — Ағиҙелдең ҡушылдығы. Көнсығыштан көнбайышҡа табан ауыл уртаһынан аға. Йылға башынан бик үк алыҫ булмаған ерҙә Тәйрүкбаш тигән ауыл ултыра. Тәйрүккә Ишембай районындағы бик күп бәләкәй йылғалар ҡушыла.

Уның ҡушылдыҡтары:

Ҡойойылға Тызым йылғаһына ҡоя. Ауылдың үрге осонда урынлашҡан был йылғаның элек урғылып ятҡан өс ҡойоһо булған. Бәгән уның береһендә генә һыу урғыла.

Әсейылға һыуы эсергә яраҡһыҙ, татырлы.

Соңғор йылға Урман аша үткән, Сәлих һәм Әптек ауылдарына табан юл буйндағы бәләкәй йылға. Соҡорло (соңғорло), көҫле- ташлы ерҙән аҡҡанға шулай аталған. Атлы арба менән сығып йөрөгән урын "Кәҫ күпер" тип атала.

Киндерһалған — ауылдың көньяҡ-көнсығышында урынлашҡан бәләкәй генә һаҙматлы йылға. Элек был йылға үҙәнендә киндер сәсеп үҫтереп, урғандан һуң көлтәләп һаҙмат урынға һалып ҡуйғандар. Шунда бер аҙна, ике аҙна самаһы ятҡан көлтәләрҙе алып, йыуғандар һәм етәренен һурып алғандар[8].

Тәйрүк (йылға);

Кинйәбулат (Ишембай районы)

  1. Башҡорт АССР-ының топонимдар һүҙлеге.Башкирское книжное издательство. Өфө. 1980. Т.:5 000 экз. 73-сө бит
  2. http://bashenc.online/ba/articles/?filter_text=&filter_author=&filter_encyclopedia=3&LID=ba&letter=К&nav-articles=page-20
  3. https://ba.wikipedia.org/wiki/Ишмырҙин_Әүхәҙи_Ғәләүетдин_улы
  4. Башкирская энциклопедия — Халиков Тимербулат Галяутдинович 2018 йыл 16 ғинуар архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 15 ғинуар 2018)
  5. Официальный сайт муниципального района Стерлитамакский район Республики Башкортостан 2018 йыл 18 октябрь архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 октябрь 2018)
  6. https://ba.wikipedia.org/wiki/Кинйәбулат_(Ишембай_районы)
  7. http://bashenc.online/ba/articles/86399/
  8. 8,0 8,1 8,2 8,3 Тимербулатов Юнир. Кинйәбулат ауылының ер-һыу атамалары. (баш.). — Ишембай районы БР., 26 март 2021 йыл. — 25-се һан с.
  • Башҡорт АССР-ының топонимдар һүҙлеге. Башкирское книжное издательство. Өфө. 1980. Т.:5 000 экз. 200 бит.
  • "Торатау". Ишембай районы һәм Ишембай ҡалаһының ижтимағи-сәйәси гәзите. 26.03.2021. "Газета" ЯСЙ-һы типографияһы. —8б.