Кириази Севасти

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кириази Севасти
алб. Sevasti Qiriazi
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Албания
 Ғосман империяһы
Тыуған көнө 1871
Тыуған урыны Битола[d]
Вафат булған көнө 30 август 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})
Вафат булған урыны Тирана, Албания
Бер туғандары Герасим Кириази[d], Гергь Кириази[d] һәм Параскеви Кириази[d]
Хәләл ефете Дако, Кристо[d]
Место содержания под стражей концлагерь Баница[d]
Һөнәр төрө журналист
Уҡыу йорто Роберт-колледж[d]
 Кириази Севасти Викимилектә

Севасти Кириази (алб. Sevasti Qiriazi йәки Sevasti Qiriazi-Dako; 18711949) — албан патриоткаһы, ҡатын-ҡыҙҙар мәғарифының пионеры.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1871 йылда Ғосман империяһының Манастир ҡалаһында, хәҙер Македонияның Битола ҡалаһында, Кириази ғаиләһендә тыуа. Уның ике ағаһы һәм ике апаһы була.

Албан яҙыусыһы һәм публицисы Наим Фрашери Севастиға артабан Албан ҡатын-ҡыҙҙарын уҡытыу һәм тәрбиәләү маҡсатында, Константинополь ҡалаһындағы Robert College уҡырға тәҡдим итә. Ул америка протестант колледжында уҡыған беренсе албан ҡатын-ҡыҙы була, уны 1891 йылдың июнендә тамамлай. Корча ҡалаһына килгәс, 1891 йылдың 15 октябрендә ул бында беренсе албан мәктәбен аса, унда уға ағаһы Герасим һәм һеңлеһе Параскеви ярҙам итә[1] Севасти Манастир конгресында (алб. Kongresi i Manastirit) ҡатнаша, унда албан алфавитын стандартлаштырыу мәсьәләләре тикшерелә. Башланғыс мәктәп өсөн грамматика буйынса дәреслектәр әҙерләүҙә һәм баҫтырыуҙа ярҙам күрһәтә, тарих буйынса дәреслекте мөхәррирләй. Был мәктәп Беренсе донъя һуғышынан һуң байтаҡ ваҡыт үткәндән һуң да, Кириази ғаиләһе исеме менән билдәле була.

Беренсе донъя һуғышы башланыу менән, Кириази ире Кристо Дако — журналист, яҙыусы һәм сәйәсмән, һәм һеңлеһе менән Румынияға күсә, ә унан АҠШҡа эмиграциялай. Бында Параскеви гәзиттә эшләй, ә Кристо Дако Америкала тәүге албан мәктәптәрен аса. 1920-се йылдар башында бөтә ғаилә Албанияға ҡайта, Унда Севасти Тиранала «Kyrias» тип аталған, шулай уҡ Kamëz ҡалаһында (ире һәм һеңлеһе менән бергә) мәктәп аса һәм директоры була. Икенсе донъя һуғышы осоронда антифашистик ҡараштары өсөн Севасти һәм Параскеви ҡулға алына һәм Белград янындағы Баница концлагерына оҙатыла, һуғыштан һуң азат ителәләр һәм Тиранаға ҡайталар. Кристо Даконың Албания короле Зогу менән бәйләнеше арҡаһында, ул һәм уның ғаиләһе, шул иҫәптән улдары һәм килене, репрессияға дусар ителә һәм төрмәгә ябыла. Улының үлеме сәбәпле, ауыр кисерештәр солғанышында, етмәһә, инсульт арҡаһында Севасти Кириази 1949 йылдың 30 авгусында Тиранала вафат була.

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Апалы-һеңлеле Кириазиҙар "Албан мәғарифының әсәләре"тип һанала.[2] Албания тораҡ пункттарында күп кенә уҡыу йорттары уларҙың исемдәрен йөрөтә, атап әйткәндә,Корча ҡалаһындағы мәктәп.[3]
  • Нью-Йоркта албан-америка ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы Апалы-һеңлеле Кириази исемен йөрөтә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Албанский алфавит

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Elsie, Robert. Historical Dictionary of Albania. — Scarecrow Press Inc., 2010. — С. 377—378. — ISBN 978-0810861886. (инг.)
  2. Nënat e kombit, historia e motrave Sevasti dhe Parashqevi Qiriazi (алб.). "Bota Sot" Online (30 март 2012). Дата обращения: 9 апрель 2016. Архивировано 4 апрель 2016 года.
  3. Shkolla 9-vjeçare "Sevasti Qiriazi" (Korçë) 2016 йыл 17 апрель архивланған.  (алб.)