Киригуа
Киригуа | |
Дәүләт | Гватемала |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Исабаль[d] |
Мираҫ статусы | Бөтә донъя мираҫы |
Бөтә донъя мәҙәни мираҫы исемлегенә индереү критерийы | (i)[d][1], (ii)[d][1] һәм (iv)[d][1] |
Киригуа Викимилектә |
Киригуа (исп. Quiriguá) — боронғо майяларҙың ҡалаһы, хәҙер — Гватемаланың көньяҡ-көнсығышы Исабель департаментындағы ҡаҙыныуҙар урыны. Мотагуа йылғаһының үҙәнендә яҡынса 3 км² майҙанда урынлашҡан, ҡаланың тантаналар үҙәге йылғаның төньяҡ яры буйында урынлашҡан.
Классик осорҙа (200—900 йй.) Киригуа сауҙа юлдары киҫешкән ерҙә урынлаша. Беренсе ауыл беҙҙең эраның II быуатында барлыҡҡа килә, акрополь төҙөлөшө яҡынса 550 йылда башлана. VI быуатта бында акрополь төҙөлә, VIII быуатта ҡала йылдам үҫешә, өҫтәүенә, күп һанлы биналар барлыҡҡа килә, архитектура һәм скульптураның декоратив стиленең Гондурастағы боронғо майя ҡалаһы Копанға яҡынлығы уларҙың тығыҙ бәйләнештә булыуы тураһында һөйләй. 738 йылда Копан өҫтөнән еңеүенә тиклем Киригуа уның бойондороҡло дәүләте була. Һуңынан ул үҙаллылыҡ яулай. Кауак Ски (723—784 йй.) идара итеүе ваҡытында үҫешкән бойондороҡһоҙ дәүләттең баш ҡалаһы була. IX быуат уртаһында Киригуа бөлгөнлөккә төшә.[2] Сәбәбе булып һуғыштар һәм төбәктә халыҡ тығыҙ ултырыу арҡаһында ресурстарҙың етешмәүе тора, һәм шулай уҡ ер тетрәүҙәр булыуы ихтимал.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Киригуа археология паркы Исабель департаментында Пуэрто-Барриос ҡалаһының төп шоссеһынан алыҫ түгел урынлашҡан. Ҡурсаулыҡ Сьерра-де-лас-Минас һәм Монтана Эспириту-Санто ҡаялары араһында тора
Киригуа индеец-майяларҙың иң бәләкәй ауылдарының береһе, әммә үҙенең һырлы уникаль бағаналары арҡаһында иң билдәле ҡомартҡы һанала.
Киригуа комплексы 22 стеланан тора, улар майя цивилизацияһы ваҡыттарында ташта классик һырлау буйынса төҙөлгән иң яҡшы өлгө. Майяларҙың металдан хеҙмәт ҡоралдары булмай һәм берҙән-бер эш ҡоралы булып тимер ҡасау ҡулланыла, шуға ҡарамаҫтан улар шаҡтай оҫталыҡҡа һәм деталдәрҙә иҫ киткес теүәлеккә һәм нескәлеккә өлгәшә.
Киригуа донъя өсөн 1839 йылда Үҙәк һәм Көньяҡ Америкаға килеүсе Джон Стивенс һүрәтләүенән асыла.
1840 йылдарҙа Киригуаның емереклектәрен беренсе тапҡыр инглиз рәссамы Фредерик Казервуд, ә аҙаҡ инглиз ғалимы А. П. Модсли һәм Американың Археология институты һәм Каргени институты экспедициялары өйрәнә.
Тасуирламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Киригуа ҡыҙыл ҡомташтан һырлы майя стелалары менән дан тота — был һүрәттәр һәм яҙыуҙар менән таштан дүрт ҡырлы ҙур колонналар. Күбеһе уларҙың хакимдарҙы һүрәтләй, ә иероглифтар ҡомартҡыларҙың ҡуйылыу ваҡытын аңлата. Ҡайһы берҙәрендә кеше йөҙҙәре менән мифик заттар һүрәтләнгән — улар, күрәһең, боронғо культтың объекттары. Оҫталар намыҫлы эшләгән, дымлы тропик климатҡа ҡарамаҫтан, биҙәктәре бер нисә быуат яҡшы һаҡланған. Бында табылған стелаларҙың береһе — боронғо цивилизацияның иң бейеге һанала. Иң билдәле скульптура һындары — скульптура календарҙары һәм майя цивилизацияһы тураһында мөһим белем сығанаҡтары булып хеҙмәт иткән мифик албаҫтыларҙың хикмәтле скульптуралары[3]
1910 йылдан «Юнайтед Фрут Компани» Киригуаны емереклектәре менән участкаһын һатып ала, унда Американың Археология институты менән ҙур ҡаҙыныу эштәрен ойоштора. Ҡомартҡыны мародерҙерҙан һаҡлау өсөн байтаҡ саралар башлай. Киң күләмле тикшеренеүҙәр һәм объектты тергеҙеү 1975 йылда башлана. Был проект бөгөнгө көнгә тиклем дауам итә һәм Пенсильвания Университеты, Милли география йәмғиәте һәм Гватемала хөкүмәте тарафынан спонсорлана.
Киригуа 1981 йылда ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Киригуа́ // Кинестезия — Коллизия. — М. : Советская энциклопедия, 1953. — С. 106. — (Большая советская энциклопедия : [в 51 т.]; vol. 1949—1958, вып. 21).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 http://whc.unesco.org/en/list/149
- ↑ Archaeological Park and Ruins of Quirigua (ингл.). UNESCO Advisory Body Evaluation (1981). Дата обращения: 13 июнь 2010.
- ↑ Киригуа // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт (исп.)
- История и фото (инг.)
- Карта центра Киригуа (инг.)
- https://tonkosti.ru/Киригуа