Киҫегән (йылға)
Киҫегән | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 11 км |
Һыу ағымы | |
Тамағы | Әй |
· Урынлашыуы | һул ярына тамағынан 397 км өҫтәрәк |
· Координаталар | 55°16′48″ с. ш. 59°24′19″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | |
Илдәр | Рәсәй Федерацияһы |
Регион | Силәбе өлкәһе |
РДҺР | 10010201012111100021580 |
Киҫегән | |
Ҡайҙа ҡоя | Әй |
---|---|
Һыу йыйыу бассейны | Волга бассейны[d] |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Оҙонлоҡ | 11 km |
Киҫегән — рус. Кисеганка - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Ҡуҫа районында баш алған йылға.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Киҫегән йылғаһы Ҡуҫа районында баш алып, Силәбе өлкәһе биләмәһендә аға һәм өлкәнең Златоуст ҡала округында Әй йылғаһына барып ҡоя. Тамағы Әй йылғаһының 397-се километрында, уның һул ярында. Киҫегәндең оҙонлоғо 11 км[2].
Һыу реестры мәғлүмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Әй йылғаһы инешенән тамағына тиклем, бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[3] Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010201012111100021580
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111102158
- Бассейн коды — 10.01.02.010
- ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 1
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йылғаның атамаһы башҡорт телендәге киҫеү йәки кисеү һүҙенән ингән булыуы ихтимал. Силәбе өлкәһе географы һәм топонимисы Шувалов Николай Иванович был йылға атамаһы буйынса мәғлүмәт бирмәгән, мәгәр үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә, мәҫәлән, Киҫегәс күле атамаһына ошондай аңлатма бирә:На ландкарте Исетской провинции 1742 г. озеро называется Кисега, где киде (кизе, кисе, кисек) — «резко, неожиданно, обрублено, обрезано».[4][5].
Киҫегән йылғаһы менән Киҫегәс күле - тамырҙаш атама булғанға оҡшаған. Йылға ярҙары Киҫегәс күленеке кеүек ҡапыл боролоштар яһауы, киртләс булыуы шундай атама килеп сығыуға сәбәп булғандыр.
Шул уҡ ваҡытта гидроним башҡорт телендәге "кисеү" (брод, переправа) тигәндән килеп сыҡҡан булыуы ла ихтимал[6].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 Государственный водный реестр РФ: Кисеганка . Архивировано 16 июль 2012 года.
- ↑ Кисеганка
- ↑ Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области [1]
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 507, 509 биттәр /Кисеү, киҫеү
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йыл 26 май архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 507, 509 биттәр /Кисеү, киҫеү