Лаҡлы (Әй ҡушылдығы)
Лаҡлы | |
---|---|
Характеристика | |
Оҙонлоғо | 16 км |
Һыу ағымы | |
Тамағы | Әй |
· Урынлашыуы | һул ярына тамағынан 265 км өҫтәрәк |
· Координаталар | 55°11′55″ с. ш. 58°32′54″ в. д.HGЯO |
Урынлашыуы | |
Һыу бассейны | |
Илдәр | ![]() |
Регион | Башҡортостан Республикаһы, Силәбе өлкәһе |
РДҺР | 10010201012111100022204 |
Лаҡлы — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы, Силәбе өлкәһе[1] биләмәләрендә аға. Йылға Әй йылғаһының һул ярына тамағынан 265 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 16 км.
Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Урындағы риүәйәт буйынса, Лаҡлыға килеп ингән ерҙә ташлы ҡаялар күп, Лаҡлы мәмерйәһе урынлашҡан Сүлмәктау тора. Лаҡлы йылғаһы ағып ятҡан ошо тау-таш араһында ҡыр кәзәләре йәки ҡоралайҙар күп үрсегән. Шуға йылғаны Ылаҡлы йылға тип йөрөткәндәр.
Икенсе фараз буйынса: элек Алтауыл Түбәләҫ ауылдарын һәм Әй буйындағы Тырнаҡлы ырыуы башҡорттарын үҙ-ара бәйләп торған ат юлында аттарҙы эсереп китеү маҡсатында, Лаҡлы йылғаһында улаҡ төҙөп ҡуйғандар, һәм йылғаны Улаҡлы йылға тип йөрөткәндәр.
Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Әй йылғаһы башынан тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010201012111100022204
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111102220
- Бассейн коды — 10.01.02.010
- ГӨ буйынса томы — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 1
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
- ↑ 2,0 2,1 РФ һыу реестры: Лакла .
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рәсәй Федерацияһы тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы 2015 йылдың 26 май көнөндә архивланған.
- С. Палластың сәйәхәте, XVIII быуат — Көҙәй, Ҡаратаулы, Мырҙалар, Тырнаҡлы, Түбәләҫ ерҙәре буйлап (Һикеяҙтамаҡ мәмерйәләре янынан) үткән. Лаҡлы йылғаһы Башташ тауынан ер аҫтынан сыға тигән 2020 йылдың 30 ноябрь көнөндә архивланған.
Был гидрология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып
Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ