Эстәлеккә күсергә

Кларк Артур Чарльз

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кларк Артур Чарльз
ингл. Arthur C. Clarke
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Бөйөк Британия[2]
Тыуған ваҡыттағы исеме ингл. Arthur Charles Clarke
Псевдоним Charles Willis һәм E.G. O'Brien
Тыуған көнө 16 декабрь 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})[3][1][4][…]
Тыуған урыны Майнхед[d], Сомерсет[d]
Вафат булған көнө 19 март 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})[5][1][4][…] (90 йәш)
Вафат булған урыны Коломбо, Шри-Ланка[2]
Үлем сәбәбе йөрәк етешмәүсәнлеге[d]
Ерләнгән урыны Kanatte Cemetery[d]
Хәләл ефете Marilyn Mayfield[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә
Һөнәр төрө уйлап табыусы, сценарий яҙыусы, романист, писатель научной фантастики, сәйәхәтсе-тикшеренеүсе, яҙыусы, физик, автор нехудожественной литературы
Эшмәкәрлек төрө фәнни фантастика[d][6] һәм научно-фантастическая литература[d][6]
Уҡыу йорто Лондон король колледжы[d]
Richard Huish College, Taunton[d]
Сәләмәтлек торошо Полиомиелит
Ғәскәр төрө Королевские военно-воздушные силы Великобритании[d]
Архивы хранятся в Национальный музей авиации и космонавтики[d][7]
Ойошма ағзаһы Всемирная академия наук[d][8]
Жанр фәнни фантастика[d], популяризация науки[d] һәм утопия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
командор ордена Британской империи

премия «Небьюла» за лучший роман[d] (1973)

медаль Стюарта Баллантайна[d] (1963)

премия Калинги[d] (1961)

премия Маркони[d] (1982)

Мемориальная премия имени Деймона Найта «Гроссмейстер фантастики»[d] (1986)

премия «Небьюла» за лучший роман[d] (1979)

премия «Хьюго» за лучший роман[d] (1974)

премия «Хьюго» за лучший роман[d] (1980)

рыцарь-бакалавр

Зал славы научной фантастики и фэнтези[d] (1997)

Theodore von Kármán Award[d] (1996)

премия Геффена[d] (2005)

Sri Lankabhimanya[d] (2005)

премия «Хьюго» за лучший рассказ[d] (1956)

премия Хьюго за лучшую постановку[d] (1969, 1985)

Международная премия по фантастике[d] (1952)

Retro Hugo Award for Best Short Story[d] (2004)

Международный зал космической славы[d] (1989)

мемориальная премия Джона В. Кэмпбелла за лучший научно-фантастический роман[d] (1974)

Рәсми сайт arthurcclarke.org
Һештег ArthurCClarke
 Кларк Артур Чарльз Викимилектә

Сэр Артур Чарлз Кларк[9] (ингл. Arthur Charles "C." Clarke, 16 декабрь 1917(19171216) йыл, Майнхед, Сомерсет графлығы, Англия, Бөйөк Британия — 19 март 2008 йыл, Коломбо, Шри-Ланка) — Англия яҙыусыһы, ғалим, футуролог һәм уйлап табыусы, айырыуса Стэнли Кубрик менән бергә «Космическая одиссея 2001 года» (1968) фәнни-фантастик фильмын төшөрөү буйынса билдәле. Британия империяһы ордены командоры (1989) һәм рыцарь-бакалавр (2000).

Уның хөрмәтенә 2018 йылдың 11 апрелендә Харондағы тауға (Clarke Montes) исем бирелгән.

1917 йылдың 16 декабрендә Сомерсет графлығындағы Майнхед ҡалаһында тыуа. Кларк, 10 йәшендә «Amazing Stories» журналын уҡып, үҙе өсөн тәүге тапҡыр фантастиканы аса. Артурға 13 йәш тулғас, атаһы, Беренсе донъя һуғышы ветераны, вафат була. Был хәл үҫмерҙең артабанғы тормошона һәм ижадына ҙур йоғонто яһай[10]. Мәктәпте тамамлағас, 1936 йылда Лондонға күсә. Унда казначействоға аудитор булып эшкә инә. Британия планета-ара йәмғиәтенә ағза булып инә, 1940—1950-се йылдарҙа ике тапҡыр уның рәйесе итеп һайлана. Британ фэндомын нигеҙләүселәрҙең һәм әүҙемселәренең береһе була.

Икенсе донъя һуғышы башланғас, Король хәрби-һауа көстәренә хеҙмәткә саҡырыла, лейтенант званиеһында хеҙмәт итә, ҡатмарлы һауа шарттарында пилоттарҙың навигацияһын ябайлаштырыу өсөн радар системаһын эшләүҙә ҡатнаша. Был турала һуңынан «Шымартылған юл» («Path Glide») тигән ярымдокументаль романын яҙа, әҫәр 1963 йылда баҫылып сыға. Һуғыштан һуң лейтенант званиеһында демобилизациялана, шунан физика һәм математика специальностары буйынса Лондон Король колледжын тамамлай.

Кларк 1953 йылда бер тапҡыр Мэрилин Мэйфилд тигән Америка ҡыҙына өйләнә. Әммә никах уңышһыҙ булып сыға. Улар айырылыша[11]. Кларк айырылышыуҙы үҙенең ғаилә ҡороп йәшәй ала торған ирҙәр иҫәбенә инмәүе менән аңлата, әммә һәр кемгә бер тапҡыр һынап ҡарарға кәңәш итә[10].

1956 йылда Кларк дуҫы Майк Уилсон менән Доминион Цейлонға күсә. Тәүҙә улар утрауҙың көньяғындағы Унаватуна (Unawatuna) ауылында, ә һуңынан Коломбола йәшәй, артабан Шри-Ланка гражданлығы алып, вафатына тиклем шунда тора.

Артур Кларк — фәнде популярлаштырғаны өсөн Калинга премияһына лайыҡ була[12] (1961).

Кларк Артур ғүмеренең һуңғы йылдарында ҡаты ауырый (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, тарҡау склероз менән), шунлыҡтан башҡа яҙыусылар менән хеҙмәттәшлеккә күсергә мәжбүр була. Вафатынан бер нисә көн элек ул «Һуңғы теорема» романының ҡулъяҙмаһын рецензиялап өлгөрә, уны ул Фредерик Пол менән берлектә яҙған була[13]. Китап Кларктың вафатынан һуң баҫылып сыға[14]. Яҙыусы 2008 йылдың 19 мартында, 91-се йәшендә, мәрхүм була.

Фән һәм техника үҫешенә индергән өлөшө

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1945 йылда «Ерҙән ситтәге ретрансляторҙар» («Extra-Terrestrial Relays») мәҡәләһендә («Wireless World[en]»[15] журналының октябрь һанында сыға) Кларк геостационар орбиталарҙа глобаль элемтә системаһын ҡорорға тәҡдим итә. Һуңғараҡ был идея тормошҡа аша һәм XX быуаттың икенсе яртыһында бөтә глобаль коммуникация системаларын, шул иҫәптән Интернетты булдырыуҙы тәьмин итә. Геостационар орбитаны Кларк орбитаһы йәки Кларк билбауы тип тә атайҙар[16][17]. Кларк һуңынан, ни өсөн был идеяны патентламауы тураһындағы һорауға яуап биреп, был системаның ул йәшәгән осорҙа тормошҡа ашырына ышанмағанын белдерә.

1954 йылда Кларк Америка һауа торошо милли бюроһының фән бүлеге директоры Гарри Векслерға яҙған хатында орбиталь спутниктарҙы һауа торошон күҙаллау өсөн ҡулланырға мөмкинлеге тураһында яҙа. Идея хуплана һәм артабан тормошҡа ашырыла.

Артур Кларк Уолтер Кронкайт һәм Уолтер Ширра менән бергә «Аполлон-11», «Аполлон-12» һәм «Аполлон-15» космос караптарының Айға экспедициялары тураһында тура телерепортаждар алып бара һәм ҙур абруй яулай[18].

Кларк космос лифты идеяһын киң билдәле һәм популяр итә[19].

1937 йылдан 1945 йылға тиклемге осорҙа Кларк бер нисә хикәйәһен фэнзиндарҙа баҫтыра. Беренсе фантастик хикәйәһе «Ҡотолоу юлы» (ингл. Loophole) Astounding Science Fiction" журналында 1946 йылдың апрель һанында баҫыла, «Ҡотҡарыу отряды» (ингл. Rescue Party) тигән тағы бер хикәйәһе май һанында сыға. 1951 йылға тиклем «Science Abstracts[en]» баҫмаһында мөхәррир ярҙамсыһы булып эшләй.

Артур Кларк кинофантастикаға ҙур өлөш индерә, «Космическая одиссея 2001» (1968) тигән Стэнли Кубрик ҡуйған данлыҡлы фильм сценарийын яҙыусыларҙың береһе була. Кларк һуңыраҡ фильм сценарийы мотивтары буйынса яҙылған «2001: Космическая одиссея» романын баҫтыра. Был әҫәр дүрт китаптан торған циклға башланғыс һала.

Артур Кларк романдары араһында иң билдәлеләре: «Бала саҡ аҙағы» (1953), «Ҡала һәм йондоҙҙар» (1956), «Рама менән осрашыу» (1973), «Йәннәт фонтандары» (1979).

  • «Космос Одиссеяһы» циклы:
    • 2001: Космическая Одиссея (2001: A Space Odyssey, 1968)
    • 2010: Одиссея Два (2010: Odyssey Two, 1982)
    • 2061: Одиссея Три (2061: Odyssey Three, 1987)
    • 3001: Последняя одиссея (3001: The Final Odyssey, 1997)
  • Цикл «Рама»
    • Свидание с Рамой (Rendezvous With Rama, 1973)
    • Рама 2 (Rama II, Джентри Ли менән авторҙашлыҡта, 1989)
    • Сад Рамы (The Garden of Rama, Джентри Ли менән авторҙашлыҡта, 1991)
    • Рама явленный (Rama Revealed, Джентри Ли менән авторҙашлыҡта, 1993)
  • «Ваҡыт Одиссеяһы» циклы
    • Глаз времени (Time’s Eye, в Стивен Бакстер менән авторҙашлыҡта, 2003)
    • Солнечная буря (Sunstorm, Стивен Бакстер менән авторҙашлыҡта, 2005)
    • Перворождённый (Firstborn, Стивен Бакстер менән авторҙашлыҡта, 2007)
  • Прелюдия к космосу (Prelude to Space, 1951)
  • Пески Марса (Sands of Mars, 1951)
  • Острова в небе (Islands in the Sky, 1952)
  • Конец детства (Childhood’s End, 1953)
  • Земной свет (Earthlight, 1955)
  • Город и звёзды (The City and the Stars, 1956)
  • Большая глубина (The Deep Range, 1957; руссаға тәржемә — 1966)
  • Лунная пыль (A Fall of Moondust, 1961)
  • Остров дельфинов (Dolphin Island, 1963)
  • Земная Империя (Imperial Earth, 1975)
  • Фонтаны Рая (The Fountains of Paradise, 1979)
  • Песни далёкой Земли (The Songs of Distant Earth, 1986)
  • Колыбель (Cradle, Джентри Ли[en] менән авторҙашлыҡта, 1988)
  • Призрак исполина (The Ghost from the Grand Banks, 1990)
  • По ту сторону ночи[en] (Beyond the Fall of Night, Грегори Бенфорд менән авторҙашлыҡта, 1990)
  • Молот Господень (The Hammer of God, 1993)
  • 10 баллов по шкале Рихтера[en] (Richter 10, Майк МакКуэй[en] менән авторҙашлыҡта, 1996)
  • Триггер[en] (The Trigger, Майкл Кьюб-Макдауэлл[en] менән авторҙашлыҡта, 1999)
  • Свет иных дней (The Light of Other Days, Стивен Бакстер менән авторҙашлыҡта, 2000)
  • Рифы Тапробаны (The Reefs of Taprobane, 2002)
  • Последняя теорема (The Last Theorem, Фредерик Пол менән авторҙашлыҡта, 2008)
  • Төн килеүгә ҡаршы булыу (Against the Fall of Night)
  • Капитан Видео и его видеорейнджеры (19491955) (эпизод сценарийы[20])
  • Космическая одиссея 2001 (1968) («The Sentinel» хикәйәһе буйынса; титрҙарҙа телгә алынмай)
  • Космическая одиссея 2010 (1984)
  • Сумеречная зона (19851989) (телесериал, «Звезда» эпизоды)
  • Артур Кларк: До 2001 (1993)
  • В космической ловушке (1994) («Breaking Strain» хикәйәһе буйынса)
  • Цвета бесконечности (1995)
  • Свидание с Рамой (в процессе)
  • Конец детства (2015) (телесериал)


  1. 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. 2,0 2,1 2,2 Каталог Немецкой национальной библиотеки (нем.)
  3. 3,0 3,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118669443 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. 4,0 4,1 Gregersen E. Arthur C. Clarke // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  5. Writer Arthur C Clarke dies at 90 (ингл.)BBC News, 2008.
  6. 6,0 6,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  7. https://sova.si.edu/record/NASM.2015.0010
  8. https://twas.org/directory/clarke-arthur-charles (ингл.)
  9. Ермолович Д. И. Англо-русский словарь персоналий. — М.: Рус. яз., 1993. — 336 с. — С. 88
  10. 10,0 10,1 Артур КЛАРК. Интервьюер Господа Бога
  11. МакЭлир, «Arthur C. Clarke: The Authorized Biography»
  12. Summary List of UNESCO Prizes: List of Prizewinners, стр. 12 (инг.)
  13. Sir Arthur and I (5 ғинуар 2009). Архивировано 24 август 2011 года. 2009 йыл 23 ғинуар архивланған.
  14. Last odyssey for sci-fi guru Arthur C. Clarke, Agence France-Presse (19 марта 2008 года). «Just a few days before he died, Clarke reviewed the final manuscript of his latest novel, "The Last Theorem" co-written with American author Frederik Pohl, which is to be published later this year.».
  15. Артур Кларк. Extra-Terrestrial Relays — Can Rocket Stations Give World-wide Radio Coverage? (ингл.). Wireless World (октябрь 1945). Дата обращения: 11 ғинуар 2011. Архивировано 23 август 2011 года. 2009 йыл 18 март архивланған.
  16. Basics of Space Flight Section 1 Part 5, Geostationary Orbits (ингл.). NASA. Дата обращения: 11 апрель 2012. Архивировано 30 май 2012 года.
  17. Michael A. Earl. A sea of satellite dishes (ингл.). Королевское астрономическое общество Канады (9 ғинуар 2006). Дата обращения: 11 апрель 2012. Архивировано 30 май 2012 года. 2012 йыл 2 апрель архивланған.
  18. Neil McAleer. Sir Arthur C. Clarke: Odyssey of a Visionary: A Biography. — 20. Man on the Moon: Clarke Project, 2012. — 432 с. — ISBN 978-0615-553-22-1.
  19. Антон Первушин. Мифология космического лифта. Полдень, XXI век (май 2009). Дата обращения: 16 апрель 2012.
  20. Информация о сценаристах на imdb.com. Дата обращения: 9 апрель 2012.
  • [1] 2021 йыл 9 май архивланған./Большая российская энциклопедия
  • Ascent to Orbit, a Scientific Autobiography: The Technical Writings of Arthur C. Clarke. — New York: John Wiley & Sons, 1984.
  • McAleer, Neil. Arthur C. Clarke: The Authorized Biography. — Chicago: Contemporary Books, 1992.