Клобукова-Алисова Евгения Николаевна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Клобукова-Алисова Евгения Николаевна
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of Russia.svg Рәсәй империяһы
Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1918–1937).svg РСФСР
Flag of the Soviet Union.svg СССР
Тыуған көнө 24 июль 1889({{padleft:1889|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй империяһы, Вятка губернаһы, Алабуға өйәҙе, Варзи-Ятчи[d]
Вафат булған көнө 1962[1][2][3]
Һөнәр төрө ботаник
Эшмәкәрлек төрө Ботаника
Уҡыу йорто Высшие женские курсы[d]
Ғилми етәксе Комаров, Владимир Леонтьевич[d]
Кемдә уҡыған Комаров, Владимир Леонтьевич[d]

Клобукова-Алисова Евгения Николаевна (24 июль 1889 йыл — 13 ғинуар 1962 йыл) — флорист-систематик, геоботаник.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Евгения Николаевна Клобукова-Алисова 1889 йылдың 24 июлендә Рәсәй империяһының Вятка губернаһы Варзняк ауылында тыуған.

Тәбиғәт ғилеме Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курсында (1907) һәм Бестужев Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курсында (19121915) В. Л. Комаровта уҡый.

Бестужев курстарында эшләй башлай, артабан Санкт-Петербургтың Ботаник баҡсаһы гербарийында яҡут флораһы йыйылмаһын төҙөү менән шөғөлләнә.

1917 йылда Алыҫ Көнсығышҡа Никольск-Уссурийский ҡалаһына китә. Бындағы Рус география йәмғиәтенең Көньяҡ-Уссурийский бүлеген ойоштора һәм Алыҫ Көнсығыш флораһын өйрәнеүсе ботаника кабинеты (хәҙерге В. Л. Комаров исемендәге Фәндәр академияһының Горнотаежный станцияһы) ботаник кабинеты менән етәкселек итә. Һуңғараҡ ул Рәсәй Геогрфия йәмғиәтенең Көньяҡ-Уссурийский бүлеге янында барлыҡҡа килгән фәнни учреждение директоры урынбаҫары булып эшләй, шул иҫәптән Супутинка йылғаһы башындағы ҡурсаулыҡта, Мичурин емеш станцияһындаь, Шелководный станцияһындағы йәшелләндереү бүлегендә, китапханала, (100 000 биттән торған) гербарийҙа һәм башҡа урындарҙа эшләй.

1934 йылда сирләү сәбәпле Приморьены ташлап,Өфөгә күсеп килергә мәжбүр була. Бында ул Башҡортостан тупраҡ-ботаника бюроһында һәм Өфө ботаника баҡсаһында, Башҡортостан флораһы (4500 гербарий биттән торған) гербарийын йыйыу менән шөғөлләнә.

Фәнгә индергән өлөшө[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Көньяҡ-Уссурийский крайының флористик һәм геоботаник тикшеренеүҙәрен үткәрә, күп һанлы ботаника экспедицияларында ҡатнаша: 1918—1930 йылдарҙа — Никольск -Уссурийский тирәһе буйынса, 1918—1934 йылдарҙа— Комаровка йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары буйынса, 1918—1931 йылдарҙа— Суйфун йылғаһы һәм уның ҡушылдыҡтары, 1921 йылда — Сучанский руднигы һәм Сучан йылғаһы буйына, 1924 йылда —Ханка күле һәм Мо , Хантахеза, Лефу йылғаһына, 1927 йылда — Посьет посы районына экспедицияларға сыға. 1918-1930 йылдарҙа ул Владивосток тирәһенә, 1918 йылда станция Свиягино һәм Ипполитовка станцияларына, 1919 йылда Рус утрауына ботаник экспедицияларҙа ҡатнаша[4].

Был экспедициялар нигеҙендә В. Л. Комаров менән бергәләшеп ике томлыҡ «Определитель растений Дальневосточного края» китабын (19311932 йылдарҙа) баҫтырып сығара).

Өфө ботаника баҡсаһының башҡа хеҙмәткәрҙәре менән берлектә Башҡортостан флораһының йыйылмаһын төҙөй.

Төп хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Медоносы Уссурийского края по наблюдениям 1919 г., вып. 1 — Изд. Южно-Уссурийск. отд. Русск. геогр. об-ва, 1919.
  • Обычные представители весенней флоры окрестностей г. Никольска-Уссурийского — Изд. Южно-Уссурийск. отд. Русск. геогр. об-ва, 1919. — 98 б.
  • Ботанические исследования в Приморье // Приморье, его природа и хозяйство : Сб. — Владивосток, 1923. — С. 117—122.
  • Euryale ferox Salisb. Из отчёта Южно-Ханкайской ботанической экспедиции 1924 года // Изв. Южно-Уссурийск. отд. Русск. геогр. об-ва. — 1924. — В. 7.
  • Южно-Ханкайская ботаническая экспедиция 1924 года // Изв. Южно-Уссурийск. отд. Русск. геогр. об-ва. — 1925. — В. 11. — С. 195—206.
  • Малый определитель растений Дальневосточного края — Владивосток, 1925. — 516 б. [В. менән бергә Лена Т]
  • Определитель растений Дальневосточного края — Л.: Изд. АН СССР, 1931. — Т. I. — 622 б. [В. менән бергә Лена Т]
  • Определитель растений Дальневосточного края — Л.: Изд. АН СССР, 1932. — Т. II. — 553 б. [В. менән бергә Лена Т]

Хәтер[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Е. Н. Алисова-Клобукова иҫтәлегенә бер нисә үҫемлек төрөнә уның исеме бирелә: Alnus alisovianaAlnus alisoviana MandlОльха АлисовойMandlAlnus alisoviana MandlОльха АлисовойОльха Алисовой, Viola alisovianaViola alisoviana KissФиалка АлисовойKissViola alisoviana KissФиалка АлисовойФиалка Алисовой, Lycopus alissoviaeLycopus alissoviae Prob.Зюзник АлисовойProb.Lycopus alissoviae Prob.Зюзник АлисовойЗюзник Алисовой.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. International Plant Names Index
  2. author citation
  3. Harvard Index of Botanists(untranslated).
  4. Коллекции, собранные Алисовой в ботанических экспедициях, хранятся в гербарии Горнотаёжной станции, в Ботаническом институте и Гербарии им. П. Н. Крылова в Томском университете.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Кабанов Н. Е. Библиографическая сводка материалов по растительному и почвенному покрову Дальневосточного края за последнее десятилетие (1923—1933) // Тр. Дальневосточн. филиала АН СССР. — Л.-М., 1935. — Т. I. — С. 441, 481—482.
  • Алисова-Клобукова, Евгения Николаевна // Русские ботаники. Биографо-библиографический словарь / Сост. С. Ю. Липшиц; отв. ред. акад. В. Н. Сукачёв; Моск. об-во испытателей природы и Ботанич. ин-т им. акад. В. Л. Комарова АН СССР — М.: Изд-во Моск. об-ва испытателей природы, 1947. — Т. I. А — Б. — Б. 44—45.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]