Клёнова Мария Васильевна
Клёнова Мария Васильевна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы Рәсәй республикаһы Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 31 июль (12 август) 1898 |
Тыуған урыны | Иркутск, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 6 август 1976 (78 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | сәйәхәтсе-тикшеренеүсе, университет уҡытыусыһы, геолог, гидролог |
Эшмәкәрлек төрө | геология, гидрология[1] һәм Гидрогеология[d][1] |
Эш урыны | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Ғилми дәрәжә | геология-минералогия фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Клёнова Мария Васильевна (1898—1976) — совет геологы, геология-минералогия фәндәре докторы, СССР-ҙа диңгеҙ геологияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе[2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Клёнова Мария Васильевна 1898 йылдың 31 июлендә (12 авгусында) Иркутск ҡалаһында эшсе Василий Дмитриевич һәм фельдшер Раиса Наумовна ғаиләһендә тыуған[3].
1925 йылдан СССР Фәндәр академияһының океанология институтында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.
М. В. Клёноваға 1937 йылда диңгеҙ геологияһы өлкәһендә профессор дәрәжәһе бирелә һәм Юғары Аттестация Комиссияһының 1937 йылдың 11 майындағы ҡарары менән диссертация яҡламайынса геология-минералогия фәндәре докторы ғилми дәрәжәһе бирелә. Ул үҙенең тикшеренеүҙәре нигеҙендә диңгеҙ төбө картаһы төҙөү методикаһын эшләй. Ошо методика буйынса һәм М. В. Кленова етәкселегендә Баренец, Аҡ, Каспий һәм башҡа диңгеҙҙәрҙең 150-нән ашыу диңгеҙ төбө картаһы төҙөлә.
Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында Ҡыҙыл Армия Гидрометеорологик хеҙмәте баш идаралығының Дәүләт гидрология институты Диңгеҙ бүлеге Диңгеҙ геологияһы бүлеге начальнигы булып эшләй. М. В. Клёнова етәкселегендә хәрби-диңгеҙ флоты өсөн 200-ләп махсус карталар һәм атластар төҙөлә. Ул бер нисә тапҡыр Төньяҡ һәм Ҡара диңгеҙ флоттарына сыға, унда уҡыу әсбаптары төҙөү өҫтөндә эшләй, подводниктарға лекциялар уҡый.
М. В. Кленоваа СССР Фәндәр Академияһының күп кенә диңгеҙ экспедицияларында ҡатнаша: Каспийға, Арктикаға (Яңы Ер, Шпицберген, Франц-Иосиф Ере), Беренсе совет антарктида экспедицияһында ҡатнаша. Ул йылғаларҙа, диңгеҙҙәрҙә һәм океандарҙа ултырма тоҡомдарҙы тикшереү үткәрә, Рәсәй диңгеҙ геологияһына нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнә[2]
1948 йылда М. В. Клёнова диңгеҙ геологияһы буйынса тәүге дәреслек баҫтырып сығара[4].
М. В. Клёнова — йөҙөп йөрөүсе боҙҙарҙа 4 көн үткәрә, ул «Северный полюс-4» дрейф станцияһында беренсе ҡатын-ҡыҙ була.
1960 йылда Баренц диңгеҙе геологияһы буйынса монографияһы сыға. 1975 йылда — Атлантик океан буйынса монографияһы баҫылып сыға.
Клёнова Мария Васильевна 1976 йылдың 6 авгусында Мәскәүҙә вафат була[3].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Апайы — Кленова, Елена Васильевна, табип.
Ире — Пустовалов, Леонид Васильевич (1902—1970), минералог.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1943 — Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены - диңгеҙ төбөн өйрәнгән һәм «диңгеҙ геологияһы» фәне булдырған өсөн[5].
- 1951 — Ленин ордены
- 1962 — И. М. Губкин исемендәге премия «Геологическое строение подводного склона Каспийского моря» монографияһының төп авторҙарына (В. Ф. Соловьев һәм Н. С. Скорнякова менән авторҙашлыҡта.)
- 1969 — РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре исеме;
- 1975 — «Почёт Билдәһе» ордены.
Ойошмаларҙа ағзалығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1941 йылдан. — КПСС
- МОИП
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Уның иҫтәлегенә аталған:
- Клёнова үҙәне (valley Klenova[6]) — Гренландиянан төньяҡта океан уйпаты, Төньяҡ флот гидрографик экспедицияһы 1981 — 1983 йылдарҙа асҡан. Географик координаталары: 85°19′ с. ш. 45°50′ з. д.HGЯO[7];
- Клёнова тауы (seamount Klenova) — һыу аҫты тауы, Бразилияның Салвадор ҡалаһынан 450 км көнсығышта. Географик координаталары: 13°01′ ю. ш. 34°15′ з. д.HGЯO[8];
- Клёнова кратеры (Klenova crater) — Венера планетаһындағы кратер;
- «Профессор Клёнова» уҡыу-производство судноһы (Мурманск) — 1979 йылда ГДР-ҙа төҙөлгән, 2004 йылға тиклем файҙаланылған, Һиндостанда һүтелгән[9].
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]М. В. Клёнованың 250-нән ашыу ғилми эше баҫылып сыҡҡан[10].
Төп хеҙмәттәре:
- Клёнова М. В. Геология моря как пограничная область между геологией и океанографией: Тезисы доклада // Международный геологический конгресс. 17 сессия. СССР. 1937: Труды. Т. 5. М.: ГНТИ нефтяной и горно-топливной литературы, 1940. С. 485—486.
- Клёнова М. В. Геология моря. М.: Учпедгиз, 1948. 495 с.
- Клёнова М. В. Редактор и статьи: Интеграция данных механического анализа. К вопросу о характере и значении мелкой фракции осадков // Работы по геологии моря. М.; Л.: Гидрометеоиздат, 1948. (Труды Государственного океанографического института и Главного управления гидрометеорологической службы; Вып. 5 (17)). 154 с.
- Клёнова М. В., Соловьев В. Ф., Арутюнова Н. М. и др. Современные осадки Каспийского моря. М.: Изд-во АН СССР, 1956. 303 с.
- Клёнова М. В. 海洋底质图; Грунтовые карты(недоступная ссылка) // Oceanologia et Limnologia Sinica. 1958. T. 1. № 1. P. 243—254.
- Клёнова М. В. Геология Баренцева моря. М.: Изд-во АН СССР, 1960. 367 с.
- Клёнова М. В., Соловьев В. Ф., Алексина И. А. и др. Геологическое строение подводного склона Каспийского моря. М.: Изд-во АН СССР, 1962. 638 с.
- Клёнова М. В. Осадки Арктического бассейна по материалам дрейфа л/п «Г. Седов». М.: Изд-во Акад. наук СССР, 1962. 105 с.
- Клёнова М. В., Лавров В. М. Геология Атлантического океана. М.: Наука, 1975. 458 с.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ 2,0 2,1 Морская геология / Безруков П. Л., Леонтьев О. К. // Большая Советская Энциклопедия / Гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская Энциклопедия, 1974. — Т. 16 : Мёзия — Моршанск. — С. 585. — 629 000 экз.
- ↑ 3,0 3,1 Историческая справка Архива РАН
- ↑ Кленова М. В. Геология моря: Учебное пособие для геогр. фак-тов ун-тов и пед. ин-тов. М.: Учпедгиз, 1948 (Ленинград : Тип. «Печ. двор»). 495 с., 4 л. карт., схем
- ↑ Наградной лист от 21.04.1943
- ↑ Klenova valley
- ↑ Алехина Г. Н., Ушакова М. Г., Агапова Г. В. Имена ученых и научных судов Института океанологии на карте Мирового океана // Природа. — 2016. — № 8. — С. 6—14.
- ↑ Christina Reed, William J. Cannon Marine Science: Decade by Decade. Infobase Publishing, 2009. P. 104
- ↑ Ушакова М. Г., Алёхина Г. Н., Антонова Л. В. Флотилия памяти Института океанологии им. П. П. Ширшова РАН // Геология морей и океанов: Материалы XX Международной научной конференции (Школы) по морской геологии. Т. 1. — М.: ГЕОС, 2013. С. 27-32
- ↑ Ципоруха М. И. Очарованная севером // Наука в России. 1998. № 5. С. 68-72.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Клёнова Мария Васильевна — Биография на сайте ВНИРО
- Документы в Архиве РАН.
- Библиография 2022 йыл 7 апрель архивланған. в информационной системе «История геологии и горного дела» РАН.
- Документы на сайте polarpost.ru.
- 12 августа тыуғандар
- 1898 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 6 августа вафат булғандар
- 1976 йылда вафат булғандар
- Мәскәүҙә вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәрҙәре
- Рәсәй геологтары
- Мәскәү дәүләт университеты уҡытыусылары