Эстәлеккә күсергә

Ковалевский Иван Ефимович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иван Ковалевский
Файл:Ковалевский Иван Ефимович.jpg
Исеме:

Ковалевский
Иван Ефимович

Тыуған көнө:

19 октябрь 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})

Тыуған урыны:

Рәсәй империяһы, Сумский өлкәһе, Конотоп районы, Бочечки ауылы

Вафат булған көнө:

11 июнь 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:11|2|0}}) (94 йәш)

Вафат булған урыны:

Рәсәй, Дондағы Ростов

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

шағир

Йүнәлеше:

социалистик реализм

Жанр:

шиғыр

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

русса

Наградалары:
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены  — 1967
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»
Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина»

РСФСР Юғары Советы Президиумының Маҡтау Грамотаһы

Ковалевский Иван Ефимович (19 октябрь 1899 йыл11 июнь 1994 йыл) — шағир, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Совет Армияһы майоры, Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Әсирлеккә эләккәс, фашистарға ҡаршы шиғырҙар яҙа. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1967) кавалеры.

Сумский өлкәһе Конотоп районы Бочечки ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Сиркәү-мәхәллә мәктәбен тамамлағас, батраклыҡтабула, артабан шәкәр заводында мастер ярҙамсыһы булып эшләй.

Бөйөк Октябрь социалистик революцияһынан һуң Ҡыҙыл гвардияға инә. Граждандар һуғышында данлыҡлы совет хәрби начальнигы Г. Д. Гай командалыҡ иткән 24-се Һамар-Сембер Тимер уҡсылар дивизияһында хеҙмәт итә. Сембер дивизияһы В. И. Чапаевтың 25-се уҡсылар дивизияһы менән берлектә хәрәкәт алып барған һуғышта Ковалевский ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Был күрһәткән батырлығы өсөн Чапаев Ковалевскийға исеме яҙылған сәғәт бүләк итә[1].

1920 йылда Большевиктарҙың Рәсәй Коммунистар партияһына ҡабул ителә.

Артабан баҫмасыларҙы юҡ итеүҙә ҡатнаша.

Үҙ ғүмерен Кыҙыл Армияла хеҙмәт итеүгә бағышлап, Ташкент хәрби училищеһына уҡырға инә. Уны 1924 йылда тамамлағас, Дондағы Ростовҡа ебәрелә һәм 1941 йылға тиклем артиллерияла хеҙмәт итә.

1932 йылда Ковалевский Юғары артиллеристар курсын тамамлай һәм 9-сы Дон уҡсылар дивизияһының Новочеркасскиҙағы танкетлы батальонына хәрби аҙыҡландырыу начальнигы итеп тәғәйенләнә[2]. Һуңғараҡ уға майор званиеһы бирелә.

Ковалевский шиғырҙар яҙа, «Мои герои» (1938) һәм «Перед боем» (1940) тигән шиғырҙар йыйынтығын баҫтырып сығара.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, фронтҡа 6-сы армияның 41-се уҡсылар дивизияһына артиллерия штаб начальнигы вазифаһында ебәрелә. Харьков өсөн барған һуғышта 1942 йылдың 26 майында ауыр яралана һәм контузия ала[3]. Ошо хәлендә әсирлеккә алына.

Әсирлектә фашистарға ҡаршы йүнәлтелгән шиғырҙар ижад итә, уларҙы барактарҙың стенаһына, цемент тоҡтарынан йыртып алынған ҡағыҙ киҫәктәренә яҙа.

1945 йылда әсирлектән азат ителә. Махсус тикшереүҙәрҙән һуң Ковалевскийға майор хәрби званиеһын ҡайтаралар һәм ауырыуы арҡаһында запасҡа сығаралар[4].

1946-1947 йылдарҙа Ковалевский Воскресенскиҙағы цемент заводында эшләй, артабан Дондағы Ростовҡа ҡайта һәм «Ростсельмаш» заводына эшкә инә.

Әсирлектә саҡта Ковалевскийҙың һаулығы ныҡ ҡаҡшаған була, шунлыҡтан шағир 1952 йылда заводтан китә һәм әҙәбиәт менән шөғөлләнә башлай.

1959 йылда Ковалевскийҙың фашист әсирлегендә яҙылған, уның менән әсирлек лагерында бергә булып, тере ҡалған кешеләр һәм үҙе һаҡлап ҡалған шиғырҙары «Дон» журналында Евгений Долматовскийҙың инеш һүҙе менән баҫылып сыға.

Артабан уның «Рождение песни», «Наклонились вербы», «Взятое с бою», «Я снова в дороге», «Красная птица», «Над полями, травами…», «Стучи, моё сердце», «Родниковый свет» шиғырҙар йыйынтығы нәшер ителә.

Шағир шулай уҡ балалар өсөн «У нашего дома, у тихого Дона» һәм «Красная птица» шиғырҙар китабын баҫтырып сығара.

1960 йылда Ковалевскийҙы СССР Яҙыусылар союзына ҡабул итәләр.

Билдәле дон шағиры Даниил Долинский Ковалевскийҙың шиғырҙары тураһында былай тип яҙа:

« Очень трудно писать просто. Стих Ковалевского прост, естественен, душевен. Но — ёмок, лаконичен,

как сам автор, — немногословен[5].

»

Дондағы Ростовта 1994 йылдың 11 июнендә 95-се йәшендә вафат була[6].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1967[7])

миҙалдар

  • РСФСР Юғары Советы Президиумының Маҡтау Грамотаһы(5 мая 1980[8])
  • Мои герои / [Отв. редактор А. И. Бусыгин]. — Ростов н/Д: Ростиздат, 1938. — 44 с. — 5000 экз.
  • Перед боем: Стихи и песни / [Отв. редактор В. Жак; Художник В. Бирюков]. — Ростов н/Д: Ростиздат, 1940. — 56 с. — 3000 экз.
  • Рождение песни / [Предисловие Евгения Долматовского]. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1959. — 70 с. — 3000 экз.
  • Наклонились вербы. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1961. — 70 с. — 2000 экз.
  • Взятое с бою. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1965. — 106 с. — 10 000 экз.
  • [Стихи]. — Ростов н/Д: Кн. изд-во. — 23 с. — (Поэзия Дона). — 3000 экз.
  • У нашего дома, у тихого Дона. [Для детей / Ил.: А. И. Хлебников]. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1969. — 50 000 экз.
  • Я снова в дороге. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1969. — 119 с. — 10 000 экз.
  • Красная птица. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1975. — 26 с.
  • Над полями, травами… — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1976. — 63 с. — 5000 экз.
  • Стучи, моё сердце. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1980. — 63 с. — 5000 экз.
  • Родниковый свет / [Ил.: Н. Я. Бойко]. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1984. — 61 с. — 4000 экз.
  • Радость взгляда / [Худож. Э. С. Бобрешов]. — Ростов н/Д: Кн. изд-во, 1989. — 78 с. — 1000 экз. — ISBN 5-7509-0046-0.
  • Писатели Советского Дона, 1966, страницы=32—34
  • Писатели Дона, 1976, страницы 125—128
  • Писатели Дона, 1986, страницы 174—178.
  • Калинин Анатолий Вениаминович О любви и ненависти: [О стихах, написанных в фашистских лагерях в период Великой Отечественной войны] // Литература и жизнь. — 10 июля 1959.
  • Жак В. К. Куда зовут дороги?: [О творчестве молодых ростовских поэтов Н. Скрёбова, И. Ковалевского и М. Авилова] // Комсомолец (газета). — 12, 15 декабря 1961.
  • Червяченко Г. А. Поэзия борется: [О стихах И Ковалевского и М. Авилова] // Дон (журнал). — 1962. — № 2. — С. 160—162.
  • Котовсков В. Я. Дорогой мужества // Молот (газета). — 18 февраля 1965.
  • Гольдман Ю. С. Словом искренним и правдивым: [К 80-летию] // Молот. — 19 октября 1979.
  • Зоткин В. М. Иначе в жизни не мог: [К 80-летию] // Вечерний Ростов. — 19 октября 1979.
  • Гегузин И. М. Поэзия любви и гнева // Комсомолец. — 20 октября 1979.
  • Шаромов К. С родиной в сердце: Путь поэта // Дон. — 1981. — № 7. — С. 159—161.
  • Помазков Г. П. «Стучи, моё сердце…»: Штрихи к творческому портрету // Вечерний Ростов. — 20 октября 1984.
  • Котовсков В. Я. Он был поэтом и солдатом: [К 100-летию со дня рождения] // Вечерний Ростов. — 19 октября 1999. — С. 5.
  • Котовсков В. Я. Служил отчизне до конца: [К 100-летию со дня рождения] // Приазовский край. — 21 октября 1999. — С. 14.
  • Рогачёв А. А. Рождение песни // Молот. — 26 декабря 1959.
  • Сёмин В. Н. «Железки строк» // Вечерний Ростов. — 29 декабря 1959.
  • Бондаренко И. М. Книга поэта-солдата // Вечерний Ростов. — 8 июня 1965.
  • Жак В. К. Стихом и рисунком: [Рецензия на сборник стихов для детей «У нашего дома, у тихого Дона»] // Вечерний Ростов. — 15 ноября 1969.
  1. Книга:Писатели Дона, 1986, страница 174
  2. Именной список командно-административного и технического состава автобронетанковых войск СКВО по состоянию на 1.01.33. Механизированные корпуса РККА. Архивировано 26 июль 2012 года.
  3. Донесение об освобождении из плена. ОБД «Мемориал». Архивировано 26 июль 2012 года.
  4. Книга:Писатели Советского Дона, 1966, страница 32}}
  5. Попова А. Истоки современной ростовской поэзии. Экскурс в прошлое — 6 // Донской писатель. — 2011. — № 5. — С. 2.
  6. Книга:Культура Дона в лицах, страница 420
  7. Книга:Писатели Дона, 1986, страница 175
  8. [О награждении почётной грамотой Президиума Верховного Совета РСФСР Ковалевского И. Е. — писателя, Ростовская область]: Указ Президиума Верховного Совета РСФСР от 5 мая 1980 г. // Ведомости Верховного Совета РСФСР. — 1980. — № 19. — С. 423.