Эстәлеккә күсергә

Коваль Юрий Никифорович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Коваль Юрий Никифорович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 23 октябрь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 6 ноябрь 2020({{padleft:2020|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (84 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Рәсәй
Һөнәр төрө мәктәп уҡытыусыһы, журналист
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Коваль Юрий Никифорович (23 октябрь 1936 йыл — 6 ноябрь 2020 йыл) — журналист. 1969 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. 1966 йылдан «Ленинец», «Вечерняя Уфа» һәм «Советская Башкирия» гәзиттәре, 2001—2008 йылдарҙа «Бельские просторы» журналы хеҙмәткәре. Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2006).

Юрий Никифорович Коваль 1936 йылдың 23 октябрендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуған[1]. Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң 1963 йылдан Өфө ҡалаһының 105-се һәм 19-сы урта мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 19661969 йылдарҙа — «Ленинец», 19701982 йылдарҙа һәм 1992-2001 йылдарҙа — «Вечерняя Уфа» гәзитендә (1977 йылдан — бүлек мөдире, 19781981 йылдарҙа яуаплы сәркәтип) хеҙмәткәр булып эшләй. 1982-1987 йылдарҙа — Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһендә, 1989 йылдан «Советская Башкирия» гәзитенең яуаплы секретары, 19911992 йылдарҙа — «Республика Башкортостан» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары, 20012008 йылдарҙа «Бельские просторы» журналы хеҙмәткәре.

Республиканың мәҙәни һәм ижтимағи-сәйәси тормошо хаҡында бик күп мәҡәләләр авторы. СССР Журналистар союзы ағзаһы (1969). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2006), «XXI быуатта Өфө» премияһы лауреаты.

  • Люди с архипелага УМПО. Өфө, 1994; 22 интервью в УМПО. Өфө, 1997.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«XXI быуатта Өфө» премияһы лауреаты.
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2006).