Коган Ефим Яковлевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Коган Ефим Яковлевич
Заты ир-ат
Тыуған көнө 8 ноябрь 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})
Тыуған урыны СССР, Украина Совет Социалистик Республикаһы, Полтава
Вафат булған көнө 28 ноябрь 2019({{padleft:2019|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (79 йәш)
Вафат булған урыны Рәсәй, Һамар
Һөнәр төрө Уҡытыусы
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]


Коган Ефим Яковлевич (8 ноябрь, 1940 — 28 ноябрҙә 2019) — совет һәм рәсәй дәүләт эшмәкәре һәм ғалим, физика-математика фәндәре докторы (1985), профессор (1987), Нью-Йорк фәндәр академияһының ағзаһы, һамар өлкәһенең беренсе мәғариф һәм фән министры.

Ватанда һәм сит илдәрҙә баҫылған 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Украин ССР-ы Полтава ҡалаһында 1940 йылдың 8 ноябрендә йәһүд ғаиләһендә тыуған.

1962 йылда Полтава инженер-төҙөлөш институтын (хәҙер Ю Кондратюк исемендәге Полтава милли техник университеты) тамамлай һәм «Казпромстройпроект» тресының Ҡарағанда бүлеге инженеры, аҙаҡ — «Южэнергострой» тресында инженер булып эшләй. 1967 йылда Новосибирск дәүләт университеты аспирантураһын тамамлай, инженер, өлкән инженер, радио-физика факультетының физик электроника проблемалы лабораторияһында кесе ғилми хеҙмәткәр, өлкән ғилми хеҙмәткәре, шулай уҡ Киев дәүләт университетының (хәҙер Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университеты) ғилми-тикшеренеү секторында өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Куйбышев (хәҙерге Һамар өлкәһе) Куйбышев дәүләт педагогия институтының дөйөм физика кафедраһы мөдире булып 1981 йылда башлай. Ефим Яковлевич 1985 йылда «Вопросы кинетики и релаксационной динамики частично ионизированной плазмы» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[2]. 1987 йылда уға профессор дәрәжәһе бирелә.

1992-2005 йылдарҙа ул Һамар өлкәһе мәғариф системаһын етәкләй: Һамар өлкәһе хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы вазифаһын башҡара, аҙаҡ — Һамар өлкәһенең мәғариф һәм фән министры. Е. Я .Коган 2001 йылда РФ Дәүләт Советы хөкүмәте нең эшсе төркөмө ағзаһы сифатында дәүләт «рәсәй мәғарифын 2010 йылға тиклем модернизациялау концепцияһы»н төҙөүҙә ҡатнаша.

Дәүләт хеҙмәтенән киткәс, фәнни-педагогик эшмәкәрлеген дауам итә: «Федераль мәғарифты үҫтереү институтының» Волга буйы федераль дәүләт автономиялы учреждениеһының ғилми етәксеһе була, шулай уҡ Милли кадрҙар әҙерләү фондының эксперты була. Артабан ғүмеренең аҙағына тиклем Һамар университетының физика кафедраһы профессоры (хәҙер Академик С. П. Королев исемендәге Һамар милли тикшеренеүҙәр университеты).[3] 2018 йылда ЕС2018 Халыҡ-ара конференцияһында Әзербайжан дипломатик академияһында сығыш яһаны[4].

2019 йылдың 28 ноябрендә һамар ҡалаһында вафат була[5]. 30 ноябрҙә Һамар ҡалаһының Ғалимдар йортонда граждандар йыназаһы үтә[6].

Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 1995 йылда «Халыҡ мәғарифы алдынғыһы» билдәһе менән бүләкләнә.
  • 1999 йылда «Рәсәй мәғарифы йыл кешеһе» номинацияһында еңеүсе тип таныла.
  • 2002 йылда Дуҫлыҡ орденына лайыҡ була, 2003 йылдың июнендә Франция Республикаһының «Академик пальма» ордены менән бүләкләнә.
  • 2012 йылда мәғариф өлкәһендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы лауреаты була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]