Кожанов Иван Кузьмич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кожанов Иван Кузьмич
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union (1924–1955).svg СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 24 май 1890({{padleft:1890|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) или 24 май 1897({{padleft:1897|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})
Тыуған урыны Рәсәй, Лабинский районы, Вознесенская[d]
Вафат булған көнө 22 август 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Вафат булған урыны СССР, РСФСР, Мәскәү өлкәһе, Ленин районы[d], Коммунарка атыу полигоны
Үлем төрө атып үлтереү[d]
Ерләнгән урыны Коммунарка атыу полигоны
Һөнәр төрө хәрби хеҙмәткәр
Һуғыш/алыш Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены

Кожанов Иван Кузьмич (12 (24) май 189722 август 1938) — совет хәрби-диңгеҙ эшмәкәре, 2-се ранглы флагман, Ҡара диңгеҙ флоты командующийы. Репрессияланған һәм үлгәндән һуң аҡланған.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Кожанов Иван Кузьмич 1916—1917 йылдарҙа айырым гардемариндар класында уҡый. 1917 йылдың мартынан Коммунистар партияһы ағзаһы. 1917 йылдың ноябренән 1918 йылдың ғинуарынана тиклем Тымыҡ океанда Себер хәрби флотилияһының "Бөркөт" ярҙамсы крейсерында практик йөҙөүҙә була. 1918 йылдың ғинуар-февраль айҙарында Владивостокта Себер хәрби флотилияһының советлаштырыу буйынса уполномоченный сифатында була. 1918 йылдың мартынан диңгеҙ эштәре буйынса Халыҡ комиссариаты янында Диңгеҙ отрядында, 1918 йылдың ноябренән Волга хәрби флотилияһының десант отряды начальнигы. Көнсығыш фронтта моряктар отряды менән етәкселек итеп, Волга буйында аҡ чехтар һәм аҡгвардеецтар менән һуғышта ҡатнаша. Камала алышта күрһәткән батырлығы өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[1]. 1919 йылдың авгусынан Волга-Каспий флотилияһының бөтә десант отрядтары, 1920 йылғы Энзелий омперацияһы менән етәкселек итә. 1920 йылдың июненән авгусына тиклем Персияла (Иран) экспедиция корпусы командиры вазифаһында була. 1920 йылдың 16 июнендә РКП(б) Үҙәк Комитетының Кавказ бюроһы уны революцион Персияның хәрби эштәр буйынса вәкиле итеп тәғәйенләй. РКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы ҡарары нигеҙендә фарсы подданныйлығын ҡабул итә. Фарсы Республикаһы Реввоенсоветы ағзаһы була (РВС).

1920 йылдың 23 сентябренән Диңгеҙ экспедицияһы дивизияһы командиры. Шул уҡ йылдың авгусында, комбриг вазифаһында Кубандә десант генерал Улагайҙы тар-мар итеүҙә ҡатнаша. 1921 йылдың мартында Балтик флоты командующийы Кронштадт фетнәһен баҫтыра, һуңынан Ҡара диңгеҙ флотының РВС ағзаһы, 19221924 йылдарҙа Алыҫ Көнсығыш Диңгеҙ көстәренең (МСДВ) начальнигы (наморси) һәм комиссары.

Файл:Kojanov-(navy exercises).jpg
Ҡара диңгеҙ флоты командующийы Кожанов Иван Кузьмич (үҙәктә), хәрби-диңгеҙ өйрәнеүҙәрен ҡаул итә

1924 йылдың 16 июленән РККФ штабы ҡарамағында резервҡа китә. 1924 йылдың 27 октябрендә Хәрби-Диңгеҙ Академияһының тыңлаусыһы булып теркәлә. 1927 йылдың 5 авгусынан Хәрби-Диңгеҙ Академияһын тамамлағандан һуң, Японияла СССР Вәкиллеге полномочыйы янында хәрби-диңгеҙ атташеһы булып тәғәйенләнә. 1930 йылда Балтика флотының «Урицкий» эскадра миноносецының командиры ярҙамсыһы вазифаһында стажировка үтә. 1930 йылдың 28 ноябрендә Балтик диңгеҙе Диңгеҙ көстәренең штабы начальнигы итеп тәғәйенләнә. 1931 йылдың 27 июенән Ҡара диңгеҙе Диңгеҙ көстәре командующийы (1937 йылдың 11 майынан — Ҡара диңгеҙ флоты менән). 1937 йылдың 15 авгусынан Ҡара диңгеҙ флоты командующийы 2-се ранглы флагман Кожанов И.К. биләгән вазифаһынан азат ителә һәм СССР Оборона халыҡ комиссариаты ҡарамағына теркәлә.

Репрессиялар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1937 йылдың 5 октябрендә ҡулға алына. Тикшереү ваҡытында, язалауҙарға ҡарамаҫтан, уға тағылған ғәйептәрҙе таныуҙан баш тарта, шулай уҡ бер кешегә бәлә яҡмай[2]. 1938 йылдың 22 авгусында СССР тарафынан хәрби-фашистик заговорҙа ҡатнашҡаны өсөн атыу аша үлем язаһына тарттырыла. 1938 йылдың 22 авгусында атыла. Ерләү урыны — атыу урыны Коммунарка (атыу полигоны). 1956 йылдың 7 июлендә СССР Юғары суды хәрби коллегияһы ҡарары менән аҡлана [3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Приказ РВСР № 141 от 18 июля 1919 года.
  2. Сувениров О. Ф. Трагедия РККА 1937-1938. — М.: ТЕРРА, 1998. — С. 272-273. — ISBN 5-300-02220-9
  3. Сувениров О. Ф. Трагедия РККА 1937-1938. — М.: ТЕРРА, 1998. — С. 375.

Наградалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Алафузов В. А. Командующий Черноморским флотом Иван Кузьмич Кожанов. // Военно-исторический журнал, 1964, №. 8.
  • Близниченко С. С. Чёрный гардемарин. — Краснодар: Северный Кавказ, 1999. — 96 с.
  • Близниченко С. С. Флотоводец Иван Кожанов. — Краснодар: Диапазон-В, 2006. — 272 с. — ISBN 5-91050-016-3
  • Близниченко С. С. К 110-летию со дня рождения флагмана флота второго ранга И. К. Кожанова // Военно-исторический архив. 2007. № 5. — С. 15-17.
  • Близниченко С. С. К. Е. Ворошилов о командующем Черноморским флотом И. К. Кожанове: «Я не думаю, чтобы он был врагом народа». Потери Черноморского флота в результате репрессий 1930-х годов // Военно-исторический журнал. 2009. № 8. — С. 45-49.
  • Близниченко С. С. Ликвидация Улагаевского десанта на Кубани // Морской сборник. 2010. № 11. — С. 63-71.
  • Близниченко С. С. Энзелийская операция Волжско-Каспийской военной флотилии // Морской сборник. 2011. № 7. — С. 77-86.
  • Близниченко С. С. Флагман флота 2 ранга И. К. Кожанов // Военно-исторический журнал. 2012. № 1. — С. 69-74.
  • Близниченко С. С. Морская пехота на защите Донбасса в 1920 году // Морской сборник. 2012. № 8. — С. 75-82.
  • Близниченко С. С. Морские силы Дальнего Востока // Морской сборник. 2014. № 6. — С. 76-85.
  • Близниченко С. С. Практическое плавание гардемарин на Тихом океане в 1917-1918 годах // Морской сборник. 2015. № 7. С. 75-85.
  • Близниченко С. С. Кожанова А. К.: «Двести семей комсостава флота в одну ночь как корова языком слизала…» // Военно-исторический архив. 2012. № 4. — С. 33-61.
  • Близниченко С. С. Кожанова А. К.: «Двести семей комсостава флота в одну ночь как корова языком слизала…» // Военно-исторический архив. — 2012. — № 5 (149). — С. 64—87.
  • Близниченко С. С. Первый советский военно-морской атташе в Японии//Морской сборник. 2016. № 7. с. 75-82.
  • Близниченко С. С. «Флагманский» выпуск Военно-морской академии 1927 г.//Морской сборник. 2017. № 12. с. 86-91
  • Близниченко С.С., Горохов В.В. Любимец двух наркомвоенморов// Берегиня. 777.Сова. 2017, № 3 (34).С. 33-40.
  • Близниченко С.С., Горохов В.В. Последний бой флагмана И.К. Кожанова// Берегиня. 777.Сова. 2017, № 4 (35). С. 42-55.
  • Кузнецов Н. Г. Флагман флота 2 ранга // Военно-исторический журнал. 1964, №. 8.
  • Фомичев А. Е. Флагман И. К. Кожанов. // Морской сборник, 1964, № 6.
  • Вспоминая былые походы. — Горький, 1959. — С. 190—199.
  • Раскольников Ф. Ф. На боевых постах. — М.: Воениздат, 1964.
  • Варгин Н. Ф. Флагман флота Кожанов. — М.: Воениздат, 1980. — (Советские полководцы и военачальники)
  • Черушев Н. С. Удар по своим. Красная Армия: 1938—1941. — М.: Вече, 2003. — С. 213—222. — 480 с. — (Военные тайны XX века). — 5000 экз. — ISBN 5-94538-366-X.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]