Колчак, кесерткән һәм башҡалар тураһында (хикәйә)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Колчак, кесерткән һәм башҡалар тураһында
«Колчак, кесерткән һәм башҡалар тураһында» хикәйәһенә тышлыҡ һәм иллюстрация
«Колчак, кесерткән һәм башҡалар тураһында» хикәйәһенә тышлыҡ һәм иллюстрация
Жанр

хикәйә

Автор

Михаил Александрович Шолохов

Төп нөхсә теле

урыҫ телендә

Ижат ителгән ваҡыты

1926

Тәүге тапғып нәшер ителгән

1926

«Колчак, кесерткән һәм башҡалар тураһында» ― урыҫ совет яҙыусыһы Михаил Александрович Шолоховтың 1926 йылда яҙылған хикәйәһе.

Баҫмаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Колчак, кесерткән һәм башҡалар тураһында» хикәйәһе беренсе тапҡыр 1926 йылда «Крәҫтиән журналы»ның 5-се һанында баҫыла. «Колчак, кесерткән һәм башҡалар тураһында» (1927) һәм «Зәңгәрһыу дала. Дон хикәйәләре. 1923—1925» (1927) автор йыйынтыҡтарына инә.

Сюжеты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҫәр сюжеты нигеҙендә дон станицаһындағы «ҡатындар бола»һының «уйынлы-ысынлы» тарихы ята. Тышҡы ҡиәфәте менән адмирал Колчакка оҡшаған төп герой, Федот, казактар тарафынан боларған ҡатындарға парламентарий итеп ебәрелә. Ләкин бисәләр, «амнистия» һүҙен дөрөҫ аңламайынса, Федотты кесерткән менән яра. Тарих станица йыйыны менән тамамлана, һәм түбәндәге ҡарар протоколға теркәлә: «бисәләргә бер тапҡыр ҙа ҡул күтәрмәҫкә һәм уларҙың женисполкомының көнбағыш ултыртырға тәғәйенләнгән дисәтинәһен эшкәртергә». Әҫәрҙең сказ формаһы менән уның стилистикаһы ла бәйле.

Персонаждар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Анисим ― төп геройҙың күршеһе Федот.
  • Гришка ― төп герой Федоттың улы.
  • Дуня ― ҡыҙ Анисимдың ҡыҙы.
  • Ҡатыны ― Федоттың исемһеҙ ҡатыны.
  • Настя ― утарҙа тыуып үҫкән, комсомолка, жениспоком ҡушыуы буйынса утар ҡатын-ҡыҙҙары араһында уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау агитацияһы алып бара.
  • Стешка ― утарҙың рәйесе.
  • Стешкиндың ҡатыны ― Стешканың исемһеҙ ҡатыны
  • Федот ― «Колчак» ҡушаматлы хикәйәсе һәм төп герой, өйләнгән, ике балаһы бар. Утар бисәләре менән бәрелештән һуң кесерткән менән ярыла.

Адаптациялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1963 йылда Свердловск киностудияһында [[Шолохов Михаил Александрович|Михаил Шолохов]тың «Колчак, кесерткән һәм башҡалар тураһында» хикәйәһе буйынса «Казактар илағанда» тигән ҡыҫҡа метражлы нәфис фильм төшөрөлә. Ҡуйыусы режиссеры Е. А. Моргунов.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Шолоховская энциклопедия/ Колл. авторов; глав. ред. Ю. А. Дворяшин; вступ. ст. М. М. Шолохов. — М.: Издательский дом «СИНЕРГИЯ», 2013. — 1216 с.: ил. ISBN 978-5-94238-022-9

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]