Комлев Пётр Александрович
Комлев Пётр Александрович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 4 июль 1921 |
Тыуған урыны | Благовещен районы |
Вафат булған көнө | 20 февраль 1945 (23 йәш) |
Вафат булған урыны | Салдусский край[d], Латвия |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | өлкән лейтенант[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Петр Александрович Комлев (4 июль 1921 йыл − 20 февраль 1945 йыл) — совет хәрби летчигы, 686-сы штурм авиация полкы звеноһы командиры (1-се Балтик буйы фронты 3-сө һауа армияһы 7-се штурмлау авиация корпусының 289-сы штурмлау авиация дивизияһы). Хәрби осош ваҡытында һәләк була. Советтар Союзы Геройы (үлгәндән һуң).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Петр Александрович Комлев 1921 йылдың 4 июлендә Башҡортостандың Благовещен районы Воскресенка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.
Ете класты тамамлағас, 1935 йылда әсәһе менән бергә баш ҡалаға — Өфөгә күсә. 1-се Тимер юл училищеһын тамамлай, Өфө паровоздар ремонтлау заводында электрик булып эшләй. 1939 йылда эшенән айырлмай Өфө аэроклубын тамамлай.
1940 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 1942 йылда Энгельс хәрби авиация летчиктар мәктәбен тамамлай һәм 1943 йылдың июленән Бөйөк Ватан һуғышы фронтына эләгә.
1944 йылдың октябрь урталарына ВКП(б) ағзалығына кандидат Петр Комлев иҫәбендә 20 хәрби осошта була. Ер өҫтө ғәскәрҙәренең хәрби хәрәкәтенә ярҙам итеп, ул уның дошмандың тере көсөн һәм хәрби техникаһы штурм һөжүмен юҡ итә, уның резервтары килеүенә кәртә була.
1945 йылдың 20 февралендә Курляндия ярымутаруын (Балтика) азат итеү алыштарының береһендә ҡыйыу летчик-штурмовик һәләк була[1][2].
СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 23 февралендәге указы менән өлкән лейтенант Петр Комлев командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгән һәм батырлыҡ, ҡыйыулыҡ күрһәткән өсөн үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була[3][4].
Батырлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]114 хәрби осош ваҡытында Комлев 42 тонна фугас авиабомбаһы, 34800 снаряд ташлай, 97 000 патрон тотона. Шәхсән үҙе дошмандың 11 танкыһын, 63 автомашинаһын, 34 атлы арбаһын, 9 яғыулыҡ цистернаһын, 4 боеприпас складын шартлата, 27 зенит артиллерияһы батареяһы һәм 14 бәләкәй зенит артиллерияһы утын баҫтыра, башҡа бик күп техникаһын ҡыйрата. 250 самаһы гитлерсыны юҡ итә[4].
Латвияла, Эзер ҡасабаһында ерләнгән[5].
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (23.02.1945)[4].
- Ленин ордены (23.02.1945).
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (25.08.1943)[6].
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (28.04.1944)[7].
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (30.09.1944)[8].
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (15.10.1943)[9].
- Миҙалдар.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Советтар Союзы Геройы Петр Комлевтың исемен Өфө ҡалаһының Ленин районындағы бер урам йөрөтә (элекке Таулы урамы).
Герой исеме Өфө аэроклубының һәм Өфө тепловоз ремонтлау заводының мемориаль таҡтаташына индерелгән.
Данлы яҡташыбыҙ иҫтәлеген Өфө дәүләт профессиональ-педагогия колледжының музейы ла хөрмәтиләп һаҡлай. Элек был бинала Петр Комлев тамамлаған Тимер юл училищеһы булған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
- ↑ Герой Советского Союза Комлев Пётр Александрович на сайте «Герои страны».
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686046/793756, д. 8/22, л. 5/459—463).
- ↑ Надгробный памятник в Эзере.
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 1292, л. 2, 16, 17).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 690155, д. 2131, л. 3, 29, 30).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686196, д. 1650, л. 1, 4, 5).
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 615, л. 2, 6, 7).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Комлев Пётр Александрович . «Герои страны» сайты.
- Уфа, ул. Комлева.
- Комлев Пётр Александрович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- 4 июлдә тыуғандар
- 1921 йылда тыуғандар
- Благовещен районында тыуғандар
- 20 февралдә вафат булғандар
- 1945 йылда вафат булғандар
- Латвияла вафат булғандар
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Советтар Союзы Геройҙары
- 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- КПСС ағзалары
- Бөйөк Ватан һуғышы осоусылары
- Алфавит буйынса шәхестәр