Эстәлеккә күсергә

Конкка Унелма Семёновна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Конкка Унелма Семёновна
фин. Unelma Konkka
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 август 1921({{padleft:1921|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Тыуған урыны Конколово[d], Шлиссельбургский уезд[d], Петербург губернаһы[d], Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 4 май 2011({{padleft:2011|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (89 йәш)
Вафат булған урыны Лаппеэнранта, Южнофинляндское агентство регионального управления[d], Финляндия
Яҙма әҫәрҙәр теле урыҫ теле
Һөнәр төрө яҙыусы, шағир
Уҡыу йорто Петрозаводск дәүләт университеты[d]
Ғилми дәрәжә филология фәндәре кандидаты[d]
Әүҙемлек урыны Карелия[1]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 2011
Жанр шиғриәт

Унелма Семеновна Конкка (фин. Unelma Konkka) (21 август, 1921, Конколово, РСФСР — 4 май, 2011, Лаппеэнранта, Финляндия) — Совет һәм Россия шағирәһе, прозаик, тәржемәсе, фольклорсы. Филология фәндәре кандидаты, РФА КарФҮ ТӘТИ өлкән ғилми хеҙмәткәре, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы (1981).

Унелма Конкка Петроград губернаһы Шлиссельбург өйәҙе Токсово ауылы янында Конколово (фин. Konkkala) ауылында тыуа, хәҙер Ленинград өлкәһе Всеволожский районына ҡарай, ингерманланд крәҫтиән ғаиләһендә унынсы бала була. Йорттоң ырыу исеме — Корвела.

Атаһы Симо Конкка, революцияға тиклем ауыл старостаһы була, йәмәғәт судьяһы булып һайлана. Ул ғаиләһендә уҡыуҙы хуп күрә, шуның өсөн дә өйөндә Тәүраттан башлап Карл Маркс һәм Жан-Жак Руссоныҡына тиклем китаптар күп була. Әсәһе — Катрин Ванханен. Ғаиләлә барлығы унике бала була, шуларҙың бишүһе сабый саҡта уҡ үлеп ҡала.

1921 йылдың июнь башында, Тарту тыныслыҡ килешеүенә ярашлы амнистия һөҙөмтәһендә, Конкка ғаиләһе Финляндиянан өйөнә ҡайта. Улар унда 1919 йылда Төньяҡ Ингерманландия йәшәүселәргә ҡарата Совет власе үткәргән репрессияларҙан ҡасып киткән була. 21 августа Унелма тыуа.

1931 йылда Конкка ғаиләһен кулак тип танып, атаһы һәм әсәһен балалары Урхо һәм Унелма менән Себер һөрәләр. Ике йылдан һуң әсәһенә балалары менән Себерҙән ҡайтырға рөхсәт итәләр. Тыуған өйҙәре конфискацияланыу сәбәпле, Карелияға Ругозеро ауылына ҡайтырға тура килә. Унда Унелманың өлкән апаһы Хилма уҡытыусы булып эшләгән. Ә атаһын, киреһенсә, Көнбайыш Себерҙән арыраҡ, төньяҡ-көнсығыш Якутияға, Верхоянск эргәһенә ебәрәләр. Ул шунда 1933 йылда вафат була.

1936 йылда Унелма Петрозаводскиға күсеп килә, унда 2 йыл рабфакта уҡый, һуңынан Педагогия институтына уҡырға инә. 1939 йылда совет-фин һуғышы башланып китеүе уҡыуын өҙә. 1940 йылда ул Педагогия институты базаһында ойошторолған Карел-Фин дәүләт университетында уҡыуын дауам итә. Һуғыш йылдарын Унелма Удмуртияла эвакуацияла үткәрә, Ижау хәрби заводының ярҙамсы хужалығында эшләй.

1944 йылда Унелма Петрозаводскиға ҡайта. Оҙаҡламай Сыктывкарға эвакуациянан исеме үҙгәртелгән Петрозаводский дәүләт университеты ла ҡайта. Унелма ошо юғары уҡыу йортон 1946 йылда тамамлай һәм юнәлтмә буйынса Тартуға китә, унда мәктәптә урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡыта.

1947 йылда ул Петрозаводск университеты аспирантураһына ҡабул ителә. 1948 йылда академик ял алып Калевала районының Ухта ҡасабаһына күсә, унда биш йыл мәктәптә рус теле һәм әҙәбиәте уҡыта. 1953 йылда Унелма Бөтә донъя әҙәбиәте институтының аспирантураһында фольклор буйынса уҡыуын дауам итә.

1957 йылда Петрозаводскиға ҡайтып, Унелма СССР Фәндәр Академияһының Карелия филиалының Тел, әҙәбиәт һәм тарих институтында эшләй башлай, 20 йыл дауамында шунда эшләй.

1966 йылда «Карел сатирик әкиәте» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай, уның нигеҙендә шул уҡ исемдәге монография сыға.

Шулай уҡ Унелма карел әкиәттәренең ике томын баҫтырып сығара. Барлығы 1000 биттә 171 әкиәт кергән был хеҙмәттә Карелияның бар төбәктәре һәм уларға хас барлыҡ сюжеттар урын алған. Беренсе томына — «Карел халыҡ әкиәттәре» (Фән, 1963 йыл) — төньяҡ карел һәм сегозер әкиәттәре, икенсе томына — «Карел халыҡ әкиәттәре. Көньяҡ Карелия» (Фән, 1967 йыл) — ливвиктар һәм людиктар әкиәттәре инә. Әкиәттәрҙең төп нөсхәләре урындағы һөйләшеүҙәрҙә баҫылып сыҡҡан һәм шуға күрә карел телен өйрәнеү өсөн мөһим сығанаҡ булып хеҙмәт итә алалар.

Унелма Конкка Карелияның төрлө төбәктәрендә фольклор йыйыу менән шөғөлләнә. Ош эшенең һөҙөмтәләре булған урындағы ауыҙ-тел ижады һәм этнография йыйынтығын 1972—1976 йылдарҙа ике китапҡа туплап сығара. 1975 йылда әҙерләнгән «Һағыш поэзияһы. Карел йола сеңләүҙәре» («Поэзия печали. Карельские обрядовые плачи») Рәсәйҙә урыҫ телендә 1992 йылда ғына баҫылып сыға. Фин һәм карел фольклорсыларының берҙән-бер көндәлк ҡулланмаһы булып тора.

2004 йылдан Финляндияла йәшәй.

2014 йылда «Һағыш поэзияһы» монографияһының беренсе өлөшө Рёко Ямагути тәржемәһендә япон телендә баҫтырыла.

Ғөмүмән алғанда, Конкка йөҙҙән артыҡ ғилми публикация авторы булып тора.

Унелма Конкка — Катри Корвела псевдонимы менән фин телендә ижад итеүсе шағир һәм прозаик булараҡ та танылыу алды. 1981 йылдан СССР яҙыусылар Союзы ағзаһы.

Фин әҙәбиәте йәмғиәте ағзаһы, шулай уҡ «Калевала» йәмғиәте, Кастрена йәмғиәте, Милләт-ара фольклорсылар ассоцияцияһы, Карел мәғрифәте йәмғиәттәре ағзаһы.

  • Конкка Унелма Семёновна // Писатели Карелии: биобиблиогр. словарь — Петрозаводск, 2006 — С. 285—287. ISBN 5-98686-006-3
  • Катри Корвела: биография, библиография, тексты / Сост. Н. В. Чикина. — Петрозаводск, 2016. — 60 с.
  • Я волю дал любви: М.: Современник, 1985. — 111 с.
  • В утро жизни…; Не сердитесь, дети… Петрозаводск: Б.и., 1994. — С. 52-53.
  • У заброшенной хижины:: Стихи, Здесь начинаются дороги: Антология писателей
  • Aikojen aania kuuntelen: Runoja / Petroskoi: Karjala, 1977. — 52 s. [Слушая голоса времен]
  • Kevatvyory: Karjalan kirjailijain ja kynailijain julkaisu. — Petroskoi, 1980. — 270 s., [Весенний поток]
  • Minun maani: Neuvosto-Karjalan suomenkielista runoutta vuosilta 1941—1979 / Petroskoi, 1981. — 366 s. — Sisallosta: K. Korvela — S. 315—319. [Моя страна]
  • Laulu lokakuulle: Runoantologia. — Petroskoi: Karjala, 1987. — 207 s. [Песнь Октября]
  • Uinuvat vaarat: Runoja / Petroskoi: Karjala, 1983. — 38 s. [Дремлющие сопки]
  • Virran tuolla puolen: Kertomuksia. — Petroskoi: Karjala, 1996. — 127 s. [Тот чарующий берег]
  • Heijastuksia: Runoja vuosilta, 1966—1999 / Petroskoi: Periodika, 1999. [Отражения]
  1. Konkka, Unelma Semenovna // Чешская национальная авторитетная база данных