Юхани Конкка

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юхани Конкка
Зат ир-ат[1][2]
Рәсем
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Финляндия
Тыуған көнө 4 сентябрь 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[3]
Тыуған урыны Конколово[d], Шлиссельбургский уезд[d], Петербург губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 22 июнь 1970({{padleft:1970|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})[3] (65 йәш)
Вафат булған урыны Кухмойнен[d], Центральная Финляндия[d], Финляндия
Һөнәр төрө сәйәсмән, журналист, яҙыусы, сценарий яҙыусы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Юхани (Иван Семенович) Конкка (фин. Juhani Konkka) (4 сентябрь 1904 йыл, Конколово, Санкт-Петербург губернаһы — 22 июнь 1970 йыл, Кухмойнен, Финляндия) — фин, ингерманланд яҙыусыһы, тәржемәсе, сценарист.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юхани Конкка Санкт-Петербург губернаһы Шлиссельбург өйәҙенең Токсово ҙур ауылы янындағы Конколово (фин. Konkkala) ауылының хәлле ингерманланд ғаиләһендә тыуған. Йорттоң ырыу атамаһы — Корвела. Атаһы — Симо Конкка, ауыл старостаһы була, мировой судья булып һайлана, әсәһе — Катри Ванханен. Конккалар ғаиләһендәге ун ике баланың бишәүһе сабый саҡтарында уҡ мәрхүм булып ҡала.

Атаһы ғаиләләге балаларын китап уҡырға дәртләндерергә тырышҡан, уның арҡаһында өйҙәрендә Библиянан башлап Карл Маркс һәм Жан-Жак Руссо әҫәрҙәренә тиклем булған.

Конкка Юхани 8 йәшендә фин телендә шиғырҙар яҙа башлай. Конколово ауылында ул башланғыс мәктәпте тамамлай, ә унан һуң ике класлы Токсово училищеһында (земство мәктәбе) уҡыуын дауам итә һәм 12 йәшендә финса ғына түгел, ә урыҫса ла уҡый-яҙа белә. Рус грамотаһын ул рус классик романдары һәм А. С. Пушкиндың шиғырҙары буйынса үҙләштерә, үҙе лә урыҫ телендә шиғырҙар яҙа.

1917 йылдың көҙөндә ул бер Петроград лицейына уҡырға инә, артабан Петроград ауыл хужалығы училищеһында белем алыуын дауам итә, ләкин уны тамамлай алмай, сөнки яңы властар уның атаһын, Финляндияға ҡасып сығып киткән улын властарға тоттормаған өсөн, ҡулға алалар, шунлыҡтан Юханиҙың уҡырға аҡсаһы булмай һәм Юханиға ғаиләһенә ярҙам итер өсөн үҙ иңенә төшкән ауырлыҡты, ғаиләлә иң өлкән ир-егет булараҡ, тартырға тура килә.

1919 йылдың көҙөндә Юханиҙың әсәһен дә ҡулға алалар һәм уны Петроградҡа, ире ҡайтҡансы аманат итеп, тоталар. Конккаларҙың өйөндә шул уҡ йылдың көҙөндә йорт хужалары хоҡуҡлы ике фин коммунисы урынлаша.

Һуңынан Совет Рәсәйенә уның атаһы рөхсәтһеҙ ҡайтҡа, тик Юхани әсәһенең төрмәнән ҡасыуын ойошторғансы, уның атаһына артиллерия полигонында йәшеренергә тура килә. Бынан һуң ғаилә шунда уҡ урман һуҡмаҡтары буйлап Финляндияға ҡасып китә.

Ҡулдарындағы бәләкәй балалар менән дүрт көнлөк сәйәхәт барышында ғаиләгә үлемгә дусар булыуы ҡурҡынысы янай. Тормошоноң был осорон Юхани "Огни Петрбурга" автобиографик романында ентекләп һүрәтләй.

Финляндияға эләккәс, ун биш йәшлек Юхани шунда уҡ Төньяҡ-Ингерманланд полкына үҙе теләп инә, был полк менән Эльфенгрен Юрья командалыҡ иткән була. Кесе йәштә булғанлыҡтан уны вестовой итеп алалар. Был полк Кирьясало ауылында - танылмаған Төньяҡ Ингрия крәҫтиәндәр республикаһының баш ҡалаһында - урынлашҡан була. Был ваҡытта Юханиҙың ата-әсәһе балалары менән Финляндияның Раут районында төпләнеп йәшәргә тырыша, унда Төньяҡ Ингерманландиянан өс меңгә яҡын ҡасаҡ йыйылған була.

1920 йылдың октябрендә,Тарту солохонан һуң, совет хөкүмәте бөтө ингерманладтарға амнистия вәғәҙә итә һәм ташлап киткән өйҙәренә ҡайтырға рөхсәт бирә.

1921 йылдың июнендә Конккаларҙың ғаиләһе, Юханиҙан башҡалары, тыуған ауылдарына ҡайта, бары тик Юхани ғына Финляндияла ҡалып, уҡыуын дауам итергә бул. Тәүҙә ул Импилахти халыҡ училищеһында уҡый, артабан Сортавала уҡытыусылар семинарияһына уҡырға инә.

1922 йылдың башында Юхани иКарел ихтилалында үҙ ирке менән ҡатнаша Поросозеро янындағы алышта уның янбашы ауыр яралана. Бер нисә ай Сортавала госпиталендә дауаланғандан һуң, уның уң аяғы бер нисә сантиметрға ҡыҫҡарып ҡала һәм Юхани хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ тип таныла.

1923 йылдың Раштыуаһында Юхани СССР сиген рөхсәтһеҙ үтә, ул үҙ ғаиләһе өсөн бер нисә көн бергә булырға тип ҡайта. Әммә был ваҡытта уның ике һеңлеһе һәм ҡустыһы әүҙем комсомолеҡа әүерелгәнб була һәм Юханиҙы улар хаслыҡ менән ҡаршы ала. Атаһы Совет власы алдындағы был хаҡта ҡысҡырып әйтергә ҡурҡа һәм үҙенең ҡото алыныуын йәшерергә тырышау.

Был Юханиҙың тыуған йорт һәм ата-әсә һен һуңғы тапҡыр күреүе була. 1931 йылда уның ата-әсәһе Унелма һәм Урхо тигән балалары менән Себергә һөргөнгә ебәрелә. Конккалар ғаилһенең иҫке йортон утынға һаталар, ә яңы йортон Токсовоға күсереп, уны типография итеп ҡулайлаштыралар. Уларҙың ҙур балалары Ээро һәм Хилма коммунистар партияһы ағзаһы булып китә. Ике йылдан һуң Юханиҙың әсәһенә балалары менән ҡайтырға рөхсәт ителә, тик ул өйөнә ҡайтармайынса Карелияның Ругозеро тораҡ пуктына ебәрәләр. Атаһы иһә, киреһенсә, тағы ла Себерҙең алыҫыраҡ яғына, төньяҡ-көнсығыш Якутияға, Верхоянск районына ебәрелә һәм ул бында 1933 йылда вафат була.

Финляндияға кире сыҡҡан сағында фин сик һаҡсылары Юханиҙы ҡыҙылдарҙың шпионы тип ҡабул итәләр һәм уны ҡулға алалар. Юхани 1924 йылда азат ителә, Хельсинкиға күсеп килә һәм бындағы Журналистика юғары йәмәғәт мәктәбенә (фин. Sanomalehtitutkinto Yhteiskunnallinen korkeakoulu) уҡырға инә. Юхани институтта уҡыуын түләү өсөн йәй батрак, урман йығыусы һәм һал ағыҙыусы булып эшләй.

Ул 1927 йылда институтты тамамлап журналист дипломы ала.

1929 йылда уның беренсе китабы сыға: «Мы, герои» («Ме sankarit») тигән беренсе китабы Урхо Торикк псевдонимы аҫтында баҫылып сыға. Был романында Юхани Карелиялағы граждандар һуғышында үҙе ҡатнашҡан ваҡиғаларҙы сатирик һүрәтләй, бының өсөн тәнҡитселәр уны «фин Ремарк»ы тип атайҙар.

1943 йылда уның "Лето бродяги" тигән автобиографик романы сыға, роман фин бестселлерына әйләнә һәм бер нисә тапҡыр нәшер ителә. Был ваҡытта уның автобиографик романы серияһына шулай уҡ «Оковы бродяги» (1945), «Школа бродяги» (1946) һәм «Скитания бродяги»романдары ла инә (1947).

Конкка Юхани — бер нисә нәфис фильм сценарийҙарының авторы[4].

Конкка Юхани фин яҙыусылары делегацияһы составында 1958 йылда Мәскәү, Сәмәрҡәнд һәм Ленинград ҡалаларына бара. Ленинградҡа барғанында ул Токсовоға ла килә, ләкин уларҙың өйө торған полигон урынына уны индермәйҙәр. Шул уҡ йылда уның иң билдәле "Огни Петербурга" автобиографик романы баҫылып сыға. Был китабында ул Рәсәйҙә үткән бала сағы һәм үҫмер йылдары тураһында яҙған.

Яҙыусы хеҙмәтенән тыш, Юхани WSOY нәшриәтендә 1937-1944 һәм 1950-1955 йылдарҙа мөхәррир була. 1949 йылдан алып 1958 йыл аҙағына тиклем Фин Языусылар идаралығында тора.

Конкка рус классикаһын фин теленә тәржемә иткән, шул иҫәптән Н. В. Гоголь, Ф. М. Достоевский, Л. Н. Толстой, А. П. Чехов, М. Горький, Б. Л. Пастернак, М. А. Шолоховтың. китаптарын рус теленән фин теленә тәржемә итә, барлығы йөҙҙән ашыу рус яҙыусыларының әҫәрҙәре Финляндияла уның тәржемәһендә тарала. Ошо хеҙмәте өсөн Конкка СССР-ҙа тәржемәселәр премияһын ала.

Премия алғас, Юхани Петрозаводскиға үҙ туғандары янына бара, премия аҡсаһын ҡырҡ йылдан ашыу күрмәгән туғандарына тарата. Карел яҙыусылары уны хыянатсы һәм аҡ финн тип атай һәм уның менән осрашыуҙан баш тарта.

Юхани Конкка 1970 йылдың 22 июнендә Үҙәк Финляндияның Кухмойнендағы (фин. Kuhmoinen) үҙенең дачаһында вафат була

Ул өс балаһы була: Анита, Урхо һәм Хейкки. Анита. Конкка атаһы кеүек яҙыусы булып китә. Ул — ун бер романдың авторы һәм финляндия Дәүләт премияһы лауреаты.

Һеңлеһе Унелма Конкка (1921-2011) — филология фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһының Карелия Фәндәр үҙәгенең Тел һәм әҙәбиәте институтының өлкән ғилми эшмәкәре, , совет, рәсәй шағирәһе, прозаигы, СССР Языусылар союзы.

Юхани Конкканың рус телендә нәшер ителгән романдары: «Огни Петербурга» (2014), «Мы, герои» (2015)[5][6][7][8][9][10][11].

Фото[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Библиография[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • «К экономическому народовластию». Народные социально-экономические требования. Выборг. Издание автора 1928.
  • «Мы, герои: очерк Карельского похода». Роман. Хельсинки. Kansanvalta 1929 (под псевдонимом Урхо Торикка); СПб, Гйоль, 2015, ISBN 978-5-90479-04-17
  • «Красный ураган». Роман об Ингерманландии. Хельсинки. Otava 1931 (под псевдонимом Урхо Торикка)
  • «Во время кризиса». Одноактная комедия. Хельсинки. 1932. (под псевдонимом Урхо Торикка)
  • «Концерт ударных инструментов». Радиопостановка. 1935
  • «Богатый дядюшка». Одноактная пьеса. Karisto 1935
  • «Важные господа». Пьеса в двух действиях. Karisto 1936
  • «Женщина в красной шляпке». Одноактная пьеса. Karisto 1936
  • «Фронт любви». Двухактная комедия. Karisto 1936
  • «На границе двух миров». Роман. WSOY 1939
  • «Советская шпионка». Роман. WSOY 1942
  • «Лето бродяги». Роман. WSOY 1943
  • «Сорванные маски». Роман. WSOY 1944
  • «Оковы бродяги». Роман. WSOY 1945
  • «Школы бродяги». Роман. WSOY 1946
  • «Скитания бродяги». Роман. WSOY 1947
  • «Растраченное сокровище или похождения Сакари Коркия в мире писателей и богемы Хельсинки». Роман. WSOY 1947
  • «Заколдованная невеста». Роман. WSOY 1948
  • «Награждают лучших». Роман. 1948
  • «Дары жизни, письма из Орлиного Гнезда». Роман. Порвоо. WSOY 1950
  • «Жёлтый журавль». Книга для детей. WSOY 1953
  • «Петушок золотое зёрнышко». Восточные сказки. Порвоо. WSOY 1954
  • «Время решать». Роман. Порвоо. WSOY 1954
  • «Огни Петербурга». Роман. Порвоо. WSOY 1958; СПб, Гйоль, 2014, ISBN 978-5-90479-030-1

Премиялары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Премия имени Микаэля Агриколы (1961)
  • Премия финляндского писательского союза (1962)

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. https://biografiasampo.fi/henkilo/p4255
  2. Kansallisbiografia (фин.) / под ред. M. KlingeSuomalaisen Kirjallisuuden Seura, Suomen Historiallinen Seura. — ISSN 1799-4349
  3. 3,0 3,1 Литераторы Санкт-Петербурга. ХХ век (урыҫ) / под ред. О. В. Богданова
  4. Сценарист Юхани Конкка
  5. Konkka Juhani. Дата обращения: 20 февраль 2014. Архивировано 4 декабрь 2013 года. 2013 йыл 4 декабрь архивланған.
  6. Пюккенен А. Ю. Финские классики из Токсово // Невское время, 25.02.2005
  7. Конкка Юхани (1904—1970), литератор
  8. Virtuaali Inkeri, Juhani Konkka. Дата обращения: 20 февраль 2014. Архивировано 24 февраль 2014 года.
  9. Mietinen H., Krjukov A., Mullonen J., Wikberg P. «Inkerilaiset kuka kukin on», Tallinna, 2013. ISBN 978-951-97359-5-5, стр. 106
  10. Юхани Конкка Огни Петербурга, Werner Söderström Osakeyttiö, Porvoo-Helsinki 1958, Гйоль, СПб 2014, стр. 5—10, ISBN 978-5-90479-030-1
  11. У истоков карельской фольклористики. Вып. 4. К 90-летию У. С. Конкка. Петрозаводск: Карельский научный центр РАН, 2011. 80 с. стр. 5 ISBN 978-5-9274-0458-2