РСФСР һәм Финляндия араһындағы Тарту солох килешеүе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
РСФСР һәм Финляндия араһындағы Тарту солох килешеүе
Рәсем
Дәүләт Flag of the Russian Soviet Federative Socialist Republic (1918–1925).svg Совет Рәсәйе
Урынлашыу Тарту
Ваҡиға ваҡыты 14 октябрь 1920
Commons-logo.svg РСФСР һәм Финляндия араһындағы Тарту солох килешеүе Викимилектә

Финляндия һәм РСФСР араһында Тарту солох килешеүе — Тартуский мирный договор между РСФСР и Финляндией — Финляндияла граждандар һуғышы бөткәс һәм Рәсәй Империяһының төньяҡ-көнбайышында 1918-1920 йылдарҙағы беренсе совет-фин һуғышы бөткәс, РСФСР һәм Финляндия араһында Тарту (Эстония) ҡалаһында 1920 йылдың 14 октябрендә ҡул ҡуйылған килешеү.

Ҡул ҡуйыу тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1920 йылдың 18 майында Ҡыҙыл армия частары Ухтаға (Архангельск губернаһы) ингән. Төньяҡ Карел дәүләте хөкүмәте Финляндияға ҡасҡан.

1920 йылдың 8 июнендә Петрозаводск ҡалаһында Карелия хеҙмәт коммунаһы автономиялы өлкә берләшмәһе төҙөлә. Уға Олонецк, Архангель төбәгендәге карелдар йәшәгән ерҙәр: Петрозаводск ҡалаһы, Карелия Республикаһының Олонецк, Петрозаводск һәм Повенецтағы карел улустары индерелгән.

1920 йылдың июнендә Паасикиви сәйәси позицияһы һиҙелерлек нығынған Совет Рәсәйе менән солох тураһында һөйләшеүҙәргә Финляндия делегацияһы етәксеһе булып бара. Паасикиви урыҫ телен дә һәм Рәсәйҙе лә яҡшы белгән кеше булараҡ билдәле була. Һөйләшеүҙәргә барғанда финдар бер фекергә килә алмаған була һәм үҙ-ара уртаҡ тел таба алмай. Тышҡы эштәр министры Р. Холсти сикте Ладога буйлап Онега күле аша Аҡ диңгеҙгә тиклем яһарға теләй, шулай итеп бөтә Көнсығыш Карелияны Финляндияға ҡушырға ниәтләнә. Паасикиви фекере буйынса, был территориялар унда йәшәгән халыҡтың үҙ ихтыяры булғанда ғына ҡушыла ала[1]

Совет хакимиәте Карел муйынының һәм Фин ҡултығы утрауҙарының бер өлөшөн алырға өмөтләнә.

1920 йылдың июлендә Ҡыҙыл Армия Көнсығыш Карелияның күпселек өлөшөнән фин һалдаттарын ҡыуып сығара. Фин ғәскәрҙәре Ребольский һәм Поросозерский улустарында ғына ҡала.

Килешеүгә ҡул ҡуйыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1920 йылдың 14 октябрендә, дүрт ай барған һөйләшеүҙәрҙән һуң, килешеүгә ҡул ҡуйыла.

Ҡул ҡуйыу урыны: Тарту ҡалаһы (1920 йылға тиклем — Юрьев), Вильянди урамы, (хәҙерге адресы: Тыниссони урамы 1 / эст. J. Tõnissoni 1)

Килешеү тексы бер үк хоҡуҡҡа эйә 4 телдә әҙерләнә.Килешеү РСФСР-ҙың Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты тарафынан 1920 йылдың 23 октябрендә ратификациялана. Фин парламенты килешеүҙе 1920 йылдың 1 декабрендә хуплай, һәм 1920 йылдың 11 декабрендә Финляндия президенты Стольберг килешеүҙе ратификациялай. Шул уҡ йылдың декабрендә Финляндия Милләттәр Лигаһы ағзаһы булып китә, уны Совет Рәсәйе еңеүсе илдәрҙең «ғаилә клубы» тип һанай.

Һөҙөмтәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Килешеүгә ҡул ҡуйыу менән өс йыллыҡ һуғыш һәм Финляндия тарафынан Совет Рәсәйенең бер нисә сиктәш улусын баҫып алыуы тамамлана. Килешеүҙә яңы совет-фин дәүләт сиге билдәләнә һәм Финляндия файҙаһына ер буйынса ташламалар билдәләнә. Фин делегацияһы башлығы Паасикиви һуңғараҡ Финляндияның алынған сиге даими булып ҡалыуы өсөн артыҡ яҡшы булыуын таный, йәғни уның үҙгәрмәҫенә шик белдерә.[2]

Килешеү менән билдәләнгән сик 1940 йылда1940 йылға тиклем ғәмәлдә ҡала. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышы һөҙөмтәләре буйынса СССР һәм Финляндия араһында Мәскәү Солох килешеүе имзалана һәм СССР файҙаһына бер нисә ер ташламаһы ғәмәлгә индерелә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Российско-финские отношения

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Документы внешней политики СССР: 1 июля 1920 г. — 18 марта 1921 г. / Редкол.: Г. А. Белов и др. — М., 1959.
  • Килин Ю. М. Карелия в политике советского государства: 1920—1941. — Петрозаводск, 1999.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]