Эстәлеккә күсергә

Копьёва Нина Константиновна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Копьёва Нина Константиновна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 4 февраль 1930({{padleft:1930|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Түбәнге Новгород өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 20 май 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (80 йәш)
Вафат булған урыны Түбәнге Новгород өлкәһе, Рәсәй
Һөнәр төрө һауынсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Ленин ордены «Урак һәм Сүкеш» алтын миҙалы Социалистик Хеҙмәт Геройы Октябрь Революцияһы ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Копьёва Нина Константиновна (4 февраль 1930 йыл — 20 май 2010 йыл) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы. 1948 йылдан Горький өлкәһе Дальнеконстантиновский районының «Нижегородец» совхозында һауынсы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Нина Константиновна Копьёва 1930 йылда Түбәнге Новгород өлкәһенең хәҙерге Лукояновский районы Мессинговка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Ата-әсәһен бик иртә юғалта. Апаһының ғаиләһендә тәрбиәләнә, «Нижегородец» совхозында һауынсы булып эшләй. 1943 йылда, башланғыс класты тамамлағас, совхоз фермаһына эшкә килә. Биш йыл быҙау ҡараусы булып эшләй. 1948 йылда һауынсы булып эшләй башлай.

1957 йылда эшендә юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. Йылына һәр һыйырҙан уртаса 5007 литр һөт һауып ала. Райондың иң яҡшы һауынсыһы булып китә.

1965 йылда уға үҙенә беркетелгән һәр һыйырҙан 3205 литр һөт һауып алыуға өлгәшә. Уның төркөмөндә бөтәһе 21 эре мөгөҙлө мал була

СССР Юғары Советы Президиумының 1966 йылдың 22 мартындағы указы менән ауыл хужалығында юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәне һәм малсылыҡта рекордлы күрһәткестәре өсөн Нина Константиновна Копьёваға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

Ауыл хужалығында артабан да эшләүен дауам итә. Октябрь Революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә[1].

Ҙур Покровка ауыл советы һәм Дальнеконстантиновский район советы депутаты итеп һайлана.

2010 йылдың 20 майында вафат була. Борисов-Покровское ауылы зыяратында ерләнәе[2].

Хеҙмәт уңыштары өсөн лайыҡ була:

  1. Копьёва Нина Константиновна. www.names52.ru. Дата обращения: 10 март 2020. 2020 йыл 24 март архивланған.
  2. Нижегородский некрополь - Копьева Н.К. niznov-nekropol.ucoz.ru. Дата обращения: 10 март 2020.
  • Герои Труда — нижегородцы. — Нижний Новгород, 2001.