Эстәлеккә күсергә

Королёва Наталена Андриановна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Королева Наталена Андриановна битенән йүнәлтелде)
Королева Наталена Андриановна
укр. Королева Наталена Андріанівна
Исеме:

Кармен Альфонса Фернанда Эстрелья Наталена

Тыуған көнө:

3 март 1888({{padleft:1888|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})

Тыуған урыны:

Испания Кастилия-Леон Кастрильо-дель-Валь

Вафат булған көнө:

1 июль 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (78 йәш)

Вафат булған урыны:

Чехословакия, Урта Чехия крайы, Мельник районы Мельник ҡалаһы

Гражданлығы:

Испания Испания

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, рәссам, актёр

Йүнәлеше:

проза

Жанр:

роман, повесть

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

украин теле

Наградалары:
4 дәрәжәләге Георгий тәреһе
4 дәрәжәләге Георгий тәреһе

Королёва Наталена Андриановна (укр. Королева Наталена Андріанівна; 3 март 1888 йыл — 1 июль 1966 йыл) — Украина яҙыусыһы[1].

Наталена Андриановна Королёва 1888 йылдың 3 мартында Кастрильо-дель-Валь испан муниципалитетының Кастилия-Леон провинцияһындағы Сан Педро де Карденья (исп. Сан Pedro de Cardeña) монастырендә тыуа. Испан ғәҙәте исеме буйынса тулы исеме — Кармен Альфонса Фернанда Эстрелья Наталена. Әсәһе Мария-Клара де Кастро Лачерда Мединасели —сығышы менән боронғо испан ырыуынан, бала тапҡанда вафат була; атаһы — поляк графы Адриан-Юрий Дунин-Борковский, археология менән шөғөлләнә һәм нигеҙҙә Францияла йәшәй. Атаһы Наталенаны француз Пиренеяларындағы Нотр-Дам де Сион монастыренә тәрбиәгә бирә, ҡыҙ унда 11 йыл була. Бында ул сит телдәрҙе, философияны, тарихты, медицина һәм музыканы өйрәнә. Был ваҡытта атаһы икенсегә Львов өлкәһенең Красное тигән урынында поместьеһы булған абруйлы чех ырыуы ҡыҙы Людмилое Лосьҡа өйләнә. Үгәй әсәһе Киевҡа күсенгәс, Наталенаның уҡыуын бында дауам итеүен теләй һәм 1904 йылдың көҙөндә ҡыҙ Киевҡа килә. Рус телен белмәгән, украин телен оноҡан һәм бер аҙ поляк телендә аралашҡан Наталена Киевтағы Затлы ҡыҙҙар институтына уҡырға инә һәм шуның өсөн генә рус телен өйрәнә. Институтты ике йылдан һуң тамалай; Киевта Наталена украин композиторы Николай Лысенконан музыка дәрестәре ала.

Ғаилә Санкт-Петербургҡа күсенгәс, Наталена бында белем алыуын дауам итеп, археология институтын тамамлай һәм Литва тарихы өсөн археология докторы дәрәжәһен ала, һуңынан Мысыр тарихына ылығып китә һәм бер үк ваҡытта Петербург сәнғәт академияһында уҡый. Уны тамамлағас, «ирекле рәссам» дмпломын ала. Ата-әсәһе, ҡыҙҙарының етлегеүен күреп, уға кейәү табалар — гусар, рус армияһының ротмистерын табалар. Тик ҡыҙ кейәүгә сығырға теләмәй, Санкт-Петербургтың Михайлов театрына инә, ә һуңынан Париждың ул ваҡытта Рәсәйҙең баш ҡалаһында гастролдә булған «Théâtre du Gymnase» менән контракт төҙөй. Әммә Наталена һаулығы насар булыу сәбәпле, театрҙа карьера эшләй алмай. Сәхнәне ҡалдырып, ул Кавказ аръяғында дауаланы, һуңынан дауаланыуын һәм сәнғәт, археология шөғөлөн дауам итеү өсөн Көнбайыш Европаға китә. Европа һәм Яҡын Көнсығыш илдәре буйлап сәйәхәт итә, тағы ла бер аҙ Париж һәм Венеция опера театрҙарында сығыш яһай, Помпея һәм Мысырҙа археологик ҡаҙыныу эштәрендә ҡатнаша. 1909 йылдан Наталена Королева Францияның барлыҡ әҙәби һәм фәнни журналдарында әҙәби әҫәрҙәрен һәм фәнни мәҡәләләрен баҫтыра башлай.

Беренсе донъя һуғышы башланғанда Королева Киевта, ауырыу атаһы эргәһендә дауаханала була. Тиҙҙән атаһы вафат була. Сит илдән килгән гражданка булараҡ, ул кире сыға алмай һәм Ҡыҙыл Тәре йәмғиәтенән Рәсәй армияһында шәфҡәт туташы булып йөрөй. Өс йыл самаһы ул һуғыш фронтында була — Георгиев тәреһен ала (дошман уты аҫтында позицияларҙа яралы һалдаттар менән бергә ҡалғаны өсөн), өс тапҡыр яралана, тиф һәм үпкәһе шешеп ауырый. Һуғыш ваҡытында ул рус армияһы офицеры һәм "Ҡырағай дивизия"ла хеҙмәт итеүсе Иран гражданы Искәндәр Гакгаманиш ибн Курушҡа кейәүгә сыға. Ире Варшава эргәһендә һәләк була. Уның мәйете һалынған табутты Иранға оҙатҡандан һуң, Королева Киевҡа ҡайта һәм үгәй әсәһендә туҡтала. Бенр аҙҙан үгәй әсәһе ауырыуҙан вафат була. Наталена етем ҡала. Ул Прагаға сығып, халыҡ мәғарифы системаһында эшләй башлай. Бында Киевта таншыҡан украин яҙыусыһы Василий Константинович Королив менән осраша. Улар өйләнешеп, Праганан алыҫ түгел Мельник ҡалаһы ситендә өй һатып ала. Бында улар ғүмерҙәренең ахырына тиклем йәшәй. В. К. Королив 1943 йылда вафат була. Наталена Королева артабанғы барлыҡ ғүмерен әҙәби хеҙмәткә бағышлап, украин телендә яҙыша.

1966 йылдың 1 июлендә Чехословакияның, хәҙер Чехия, Среднечешский крайының Мельник ҡалаһында вафат була.

2010 йылда Львовта яҙыусы Юрий Винничук Наталена Королеваның украина серияһынан «Спадщина» (рус. «Наследие»«Наследие»)[2] һуңғы баҫмаһын тәҡдим итә.

  • Митенков О І. Королева Наталина Андрава // Українська литература инциклопедратия: 5 т.- Т.: Українська инциклопедратия м. М. П. Бажана, 1990. — Т. 2. -С. 570.
  • Быковский Л Наталина Королев (" і життя торт) // Визвольне шлях. — 1962. — № 1. -С. 65-71.