Эстәлеккә күсергә

Корчева Евдокия Макаровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Корчева Евдокия Макаровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Украина
Тыуған көнө 13 февраль 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:13|2|0}})
Тыуған урыны Михайловка[d], Михайловская волость[d], Херсонский уезд[d], Херсон губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 16 май 2008({{padleft:2008|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (94 йәш)
Вафат булған урыны Михайловка[d], Апостоловский район[d], Днепропетровск өлкәһе, Украина
Һөнәр төрө колхозник
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Корчева Евдокия Макаровна (13 февраль 1914 йыл — 16 май 2008 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы , СССР Ауыл хужалығы министрлығының Днепропетровск өлкәһе Апостоловский районының Нансен исемендәге орлоҡсолоҡ совхозының звеньевойы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1949).

Евдокия Макаровна Корчева 1914 йылда Днепропетровск өлкәһе Апостоловский районының Мхайловка ауылында тыуған.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда немец илбаҫарҙары оккупациялаған территорияла йәшәй. Ауыл фашистарҙан азат ителгәндән һуң, 1944 йылдың 10 февралендә, Нансен исемендәге орлоҡсолоҡ совхознда эшләй башлай. 1947 йылда иген культуралары үҫтерүсе звеноның звеньевойы итеп тәғәйенләнә. 1948 йылда звеноһына беркетелгән 30 гектар майҙандың һәр бер гектарынан уртаса 31,3 центнерҙан юғарыраҡ уңыш ала.

1949 йылдың 16 апрелендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән ауыл хужалығында юғары күрһәткестәргә ирешкәне һәм игендән рекордлы уңыш алғаны өсөн Евдокия Макаровна Корчеваға «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә һәм уға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла.

Артабан да звеньевой булып совхозда эшләүен дауам итә, аҙаҡ бригадир була. Һуңынан, совхоз иген орлоҡсолоғо етештереү йүнәлешен ҡошсолоҡҡа алмаштырғас, ҡошсо булып эшләй. 1969 йылда хаҡлы ялға сыға. Михайловка ауылында йәшәй. 2008 йылдың 16 майында вафат була, ауыл зыяратында ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Социалистик Хеҙмәт Геройы
  • «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы алтын миҙалы]] (16.04.1949)
  • Ленин ордены (16.04.1949)
  • башҡа миҙалдар.
  • Шевченко С, Кучеров Е, Дорошев С. Днепр еренең хеҙмәт даны. — Днепропетровск, 2013.