Косинцева Мария Александровна
Косинцева Мария Александровна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 12 март 1926 |
Тыуған урыны | Красномыльское[d], Шадринск районы[d], Шадринский округ[d], Урал өлкәһе, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 13 июнь 2005 (79 йәш) |
Вафат булған урыны | Екатеринбург, Рәсәй |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Косинцева Мария Александровна (12 март 1926 йыл — 13 июнь 2005 йыл) — СССР Автомобиль сәнәғәте министрлығының Шадринск автоагрегат заводында слесарь-йыйыусылар бригадиры, Ҡурған өлкәһе. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мария Александровна Косинцева (ҡыҙ фамилияһы Теребенина) 1926 йылдың 12 мартында (икенсе мәғлүмәттәр буйынса, 30 мартта) РСФСР-ҙың Урал өлкәһе Шадринск округы Исәт районы Красномыльское ауыл Советы составындағы Красномыльское ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1926 йылдың 15 сентябрендә Исәт районы Шадринск районына үҙгәртелә, 1943 йылдың 6 февраленән Ҡурған өлкәһенә инә.
1940 йылда тыуған ауылында башланғыс мәктәпте тамамлай. 1942 йылдан Сталин исемендәге Шадринск автоагрегат заводында преслаусы, карбюраторҙар слесарь-йыйыусыһы булып эшләй башлай. Шадринск автомеханик техникумын тамамлай[1]. Карбюраторҙар цехында слесарь-йыйыусылар бригадиры итеп тәғәйенләнә. 1958 йылда КПСС сафына инә.
Мария Косинцева бригадаһы йыл һайын производство планын 125—130 %-ҡа арттырып үтәй. 1959 йылда Коммунистик хеҙмәт коллективы исеме өсөн социалистик ярыш инициаторы була. 1960 йылда уның бригадаһы «Коммунистик хеҙмәт бригадаһы» исеменә лайыҡ була. 8-се биш йыллыҡ йылдарында (1966—1970) Косинцева Мария һигеҙ йыллыҡ норманы үтәй.
СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 5 апрелендәге Указы менән, биш йыллыҡ план заданиеһын үтәгәндә өлгәшкән ҙур ҡаҙаныштары, юғары техник-иҡтисади күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеменә лайыҡ була һәм уға Ленин ордены менән «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы тапшырыла
Күп тапҡыр халыҡ депутаттарының Ҡурған өлкә һәм Шадринск ҡала Советтары депутаты һәм профсоюздарҙың өлкә советы ағзаһы итеп һайлана.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы — СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 5 апрелендәге указы
- «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалы № 11860
- Ленин ордены № 399265
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966 йылдың 22 авгусы)
- «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн. Владимир Ильич Ленин тыуыуының 100 йыллығы айҡанлы» юбилей миҙалы
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2013 йылда Шадринск автоагрегат заводында карбюратор цехы слесарь-йыйыусылар бригадиры Мария Александровна Косинцева портреты менән иҫтәлекле таҡтаташ асыла[2].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Косинцева Мария Александровна// Золотое созвездие Зауралья, Курган. ПарусМ, 2002, т. 2, стр. 258—260
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Косинцева Мария Александровна . «Герои страны» сайты.
- Косинцева Мария Александровна/ Лица Зауралья
- Герой Социалистического Труда М. А. Косинцева
- 12 мартта тыуғандар
- 1926 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 13 июндә вафат булғандар
- 2005 йылда вафат булғандар
- Екатеринбургта вафат булғандар
- Ленин ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Алфавит буйынса шәхестәр