Эстәлеккә күсергә

Косьмин Владимир Дмитриевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Косьмин Владимир Дмитриевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Хеҙмәт итеүе Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 24 июнь (6 июль) 1884
Тыуған урыны Курск, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 25 апрель 1950({{padleft:1950|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (65 йәш)
Вафат булған урыны Сидней, Австралия
Һөнәр төрө офицер
Уҡыу йорто Курская духовная семинария[d]
Хәрби звание генерал-лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Рус-япон һуғышы, Беренсе донъя һуғышы һәм Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
Ғәскәр төрө Генераль штаб[d] һәм пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святой Анны 2-й степени орден Святой Анны 4-й степени орден Святой Анны 3-й степени 3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены орден Святого Станислава 2-й степени орден Святого Владимира 4-й степени орден Святого Георгия III степени орден Святого Георгия IV степени орден Святого Владимира 4-й степени с мечами и бантом орден Святой Анны 2-й степени с мечами орден Святой Анны 3-й степени с мечами и бантом орден Святой Анны 4-й степени

Владимир Дмитриевич Косьмин (24 июнь (6 июль) 1884 йыл — 25 апрель 1950 йыл) — Рәсәй хәрби начальнигы, генерал-лейтенант (1919), Рус-япон, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнаша.

Владимир Дмитриевич Косьмин 1884 йылдың 24 июнендә (яңы стиль буйынса 6 июль) тыуа. Рухани сығышлы. 1902 йылда Курск дини семинарияһын, ә 1904 йылда Чугуев хәрби училищеһын 1-се разрядлы отличие менән тамамлай. 1904 йылда 7-се Самогит гренадер полкына подпрапорщик итеп сығарыла, ошо уҡ йылда подпоручик була, 1908 йылда — поручик, 1912 йылда штабс-капитан дәрәжәләре ала. Рус-япон һуғышында ҡатнаша. 1914 йылда Николаев хәрби академияһын 2-се разряд буйынса тамамлай. 1915 йылда капитан дәрәжәһе ала.

Беренсе донъя һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1914 йылдан 7-се Самогит гренадер полкында Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. 1915 йылдың 3 февралендә батырлығы өсөн 4-се дәрәжә Изге Георгий ордены менән бүләкләнә.

1916 йылда подполковник дәрәжәһенә күтәрелә һәм Генераль штабҡа Махсус армия шатбының генерал-квартирмейстер бүлегенең өлкән адъютанты ярҙамсыһы итеп күсерелә. 1918 йылда полковник дәрәжәһен ала, 9-сы армия корпусы штабы ҡарамағындағы йомоштар буйынса штаб-офицер итеп тәғәйенләнә.

1918 йылдан Граждандар һуғышында ҡатнаша, августан — 1‑се Урал пехота дивизияһы штаб начальнигы. Шул уҡ йылдың октябренән — 4‑се Өфө уҡсылар дивизияһы начальнигы. 1919 йылдың апрель—майында — 6‑сы Урал армия корпусы, август—ноябрҙә Урал ғәскәрҙәре төркөмө командующийы. Себер боҙ походында ҡатнаша. 1919 йылдың 12 сентябрендә батырлығы өсөн 3-сө дәрәжә Изге Георгий ордены менән бүләкләнә.

1920 йылда Ҡытайға эмиграциялана. 1931—1932 йылдарҙа формаль рәүештә Урыҫ фашист партияһы менән етәкселек итә. Монархия йүнәлешендәге төрлө предприятие һәм ойошмаларҙа тора. 1945 йылда, Икенсе донъя һуғышы тамамланғас, Австралияға күсенә.

  • 4-се дәрәжә Изге Анна ордены (1904 йыл);
  • Ҡылыс һәм таҫма менән 3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены (1906 йыл);
  • 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены (1913 йыл);
  • Ҡылыс һәм таҫма менән 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены (1915 йыл);
  • Ҡылыслы 2-се дәрәжә Изге Станислав ордены (1915 йыл);
  • Ҡылыс менән таҫма менән 4-се дәрәжә Изге Владимир ордены (1915 йыл);
  • 4-се дәрәжә Изге Георгий ордены (1915 йыл);
  • Ҡылыслы 2-се дәрәжә Изге Анна ордены (1916 йыл).

Аҡ хәрәкәт наградалары:

  • 3-сө дәрәжә Изге Георгий ордены (1919 йыл);
  • Юғары хаким рәхмәте (1919 йыл);
  • 1-се дәрәжә «Бөйөк себер походы өсөн» Хәрби орденының отличие билдәһе (1920 йыл).