Эстәлеккә күсергә

Кошкин урманы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кошкин урманы
Дәүләт  Рәсәй
Урын Өфө һәм Октябрь районы
Майҙан 24 гектар
Карта
 Кошкин урманы Викимилектә

Кошкин урманыБашҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһының.Глумилино биҫтәһендә урман паркы. Тужилов тауы битләүендә, Тужиловка эргәһендә, Сипайлово урамы буйында урынлашҡан.

Өфө ҡала урман хужалығының 7-се кварталында 1-се производство участкаһы булып, рәсми рәүештә урман майҙаны 24 гектар иҫәпләнә. Элекке баҡсасылыҡ ширҡәттәре һәм гараж кооперативтары биләмәләрен иҫәпкә алғанда бөтәһе 78 гектар тәшкил итә.

Урмандың төп өлөшөн имән, саған тәшкил итә.; Шулай уҡ йүкә, ҡарама, сәтләүеҡ ҡыуағы, тирәк, ҡарағай осрай. Урманда кәм тигәндә биш шишмә ағып ята. Уларҙың бер өлөшө элекке баҡсаларҙың биләмәләренә тура килә. Ике түңәрәк тәрән йырыны , шулай уҡ ҡая тоҡомдарының сығыу юлдары бар. Ҙур ғына бер шишмәһе (өлөшләтә бетон коллектор ҡуйылған) Тужиловка эргәһендә Ҡариҙел йылғаһына барып ҡушыла..

Лесопарк бында ер биләүсе Вятка губернияһынан булған алпауыт Ильи Дмитрий Кошкиндың фамилияһы буйынса аталған. Кошкиндың ҡаланан ситтәге ике ҡатлы дачаһы ( "Кошкин Дом" ) ҡасандыр урман массивында, Өфө ҡала Советының әлеге бинаһы артындараҡ торған.

1967 йылда Кошкин урманы

Совет заманында биләмәнең бер өлөшө баҡса ширҡәттәренә бирелгән булған , ә 1990-сы йылдарҙа ташландыҡ хәлгә килгән.

1930-1940 йылдарҙа бында ҡарағай ултыртыла.Кошкин урманы менән Башҡорт урман тәжрибә станцияһы шөғөлләнә.

19891990 йылдарҙа фенол катастрофаһы һөҙөмтәһендә Ҡариҙел йылғаһына һәм Көньяҡ һыу алыу ҡоролмаһына фенол ағып төшә. Һыу тәьминәте системаһы бысранып, һыуы эсергә яраҡһыҙға әйләнгәс, эсер һыуҙы Кошкин урманындағы шишмәләрҙән ала башлайҙар..

Сипайлово урамын төҙөү барышында ваҡытында Тужилов тауы битләүенә ҡараған ҡалҡыулыҡтың урманлы бер өлөшөн ҡаҙалар.Ҡалҡыулыҡтың ҡалған өлөшөндә урман һаҡланып ҡалған.

2010-сы йылда «Лента». гипермаркетын төҙөү өсөн урмандың көнсығыш өлөшөндә Тужилов тауы битләүенең бер ни тиклем ағастары ҡырҡыла.

2017 йылда ҡаҙанлыҡ цехы һәм электр подстанцияһы төҙөү өсөн 1,3 гектар майҙанда урман ҡырҡалар.

2018 йылда ҡыш буйы урманға ҡар ташлайҙар.

Йылдар буйына урман бик ныҡ сүпләнгән[1]. Элекке баҡса ширҡәттәре биләмәһен ташландыҡ хәлгә килгән, асарбаҡтарҙың йәшәү урынына әйләнгән. 2019 йылдың 23 ноябрендә экологик өмә үткәрелә[2][3].

Элекке баҡса ширҡәттәре биләмәһен торлаҡ комплексы төҙөргә биреү ихтималы халыҡта ныҡ [4] ижтимағи резонанс тыуҙыра[5][6][7][8][9][10]. Урман паркын 24 гектар майҙанда төҙөкләндереү күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта 1,78 гектар урман урам селтәрен төҙөү өсөн тартып алынасаҡ.Шуға Кошкин урманының төньяҡ өлөшөндә шундай уҡ майҙанда урман ултыртыу эштәрен башҡарыу бурысы тора.[11]. Рудольф Нуриев урамын кадастр картаһы буйынса төҙөүҙе дауам итеү өсөн 2,4 гектар ер рөхсәт ителмәгән.

  1. Дарья Святохина. Почему «Кошкин лес» важен для уфимцев? | Новости Уфы и Башкирии. Дата обращения: 6 декабрь 2020.
  2. В Кошкином лесу состоится общегородская экологическая акция #ӨМӘ (рус.). Дата обращения: 7 декабрь 2020.
  3. Мэр Уфы пообещал благоустроить Кошкин лес и другие скверы столицы. Дата обращения: 7 декабрь 2020.
  4. В Уфе застраиваться будет не Кошкин лес, а бывшие частные участки рядом с ним — девелопер. Дата обращения: 6 декабрь 2020.
  5. Кошкин лес: проектируем. Обсуждаем. Дата обращения: 7 декабрь 2020.
  6. Жители Уфы встревожены будущей застройкой Кошкиного леса | Новости Уфы и Башкирии. Дата обращения: 6 декабрь 2020.
  7. Уфимцы против застройки «Кошкиного леса»: они просят создать там парк им. Ульфата Мустафина. Дата обращения: 6 декабрь 2020.
  8. Высотки вместо парка. Уфимцы обеспокоены судьбой «Кошкиного леса». Дата обращения: 6 декабрь 2020.
  9. Кошкин лес: планы развития территории и создания парковой зоны // Коммерсантъ.
  10. «Живи, Кошкин лес»: уфимцы обвязали деревья шарфами в знак протеста против застройки. Дата обращения: 7 декабрь 2020.
  11. В мэрии Уфы представили проект застройки территории Кошкиного леса – UfacityNews.ru. Дата обращения: 7 декабрь 2020.