Эстәлеккә күсергә

Красная Башкирия (станция)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Красная Башкирия
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Әбйәлил районы
Хужаһы Көньяҡ Урал тимер юлы
Хеҙмәтләндереүсе Рәсәй тимер юлдары
Рәсми асылыу датаһы 1966
Киләһе туҡталыш Магнитогорск-Пассажирский[d] һәм Пещерная[d]
Тимер юл һыҙаты Разъезд № 22 — Сибай[d]
Код станции 818001
Карта
 Красная Башкирия Викимилектә

Красная БашкирияКөньяҡ Урал тимер юлы станцияһы, Силәбе регионына ҡарай. Ауыл Рәсәй, Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районы Ҡыҙыл Башҡортостан ауылында урынлашҡан .

1970-се йылдарҙың икенсе яртыһында Белорет - Ҡарлыман тимер юлын төҙөү буйынса проект ғәмәлгә ашырыла башлай. Юл Кесе Инйәр һәм Инйәр йылғаларының тау үҙәндәре буйлап һуҙыла.

Юл төҙөлөшө 1972 йылдың 17 июленән 1977 йылдың декабренә тиклем алып барыла. Халыҡ телендә был юл Башҡорт БАМ-ы тип атала. Тимер юл Башҡортостандың көнбайыш һәм көнсығыш өлөшөн ҡыҫҡа юл менән тоташтыра, шуға тиклем Өфөнән Магнитогорскиға һәм Белоретҡа тиклем Силәбе йәки Ырымбур ҡалалары аша урау юл менән генә барып етергә мөмкин була. Өфө менән Белорет араһындағы аралыҡ ул саҡта 989 саҡрым тәшкил иткән[1].

1979 йылда Белорет — Ҡарлыман тимер юл линияларын төҙөү тамамлана. Ошо уҡ йылда ӨфөСибай поезы йөрөй башлай, ул бөгөнгө көнгә тиклем йөрөй.

Магнитогорск - Сибай тимер юлының Красная Башкирия станцияһы шул исемдәге ауылдың көнсығыш ситендә төҙөлгән.

Ауыл Башҡортостандың көнсығышында, район үҙәге Асҡар ауылынан 22 км төньяҡ-көнсығыштараҡ һәм Өфөнән көньяҡ-көнсығыштараҡ 240 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2] .

675/676 һанлы Өфө-Сибай пассажир поезын йөрөтөү " Федераль пассажирҙар компанияһы" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Куйбышев филиалы тарафынан бойомға ашырыла. 6531 / 6532-се Магнитогорск — Сибай ҡала яны поезы 2013 йылдың 1 ғинуарында туҡтатылған.

Станцияла вагонлап һәм ваҡлап йөктәрҙе ҡабул итеү һәм оҙатыу башҡарыла (инә торған юлдар, дөйөм файҙаланыуҙа булмаған урындар хеҙмәтләндерелә)