Краузе Фридрих Оскарович
Краузе Фридрих Оскарович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 1887 |
Тыуған урыны | Мәскәү, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 1973 |
Һөнәр төрө | педиатр |
Уҡыу йорто | М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты |
Краузе Оскар Фридрихович (1887 йыл—1973 йыл) — совет һәм урыҫ табибы, Магнитогорск ҡалаһында балалар һаулығын һаҡлауҙы ойоштороусы[1][2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1887 йылда Изге Михаил лютеран-Инжил сиркәүе мәхәлләһе ҡарамағындағы ир-аттарҙың реаль училищеһы уҡытыусыһы ғаиләһендә Мәскәүҙә тыуа. Ата-әсәһе сығыштары менән Курляндиянан була. Бала саҡтан ике — рус һәм немец телдәрен дә өйрәнә.
Мәскәү дәүләт университетының медицина факультетын тамамлағандан һуң, яңы ғына төҙөлгән Морозов балалар ҡала дауаханаһына табиб-ассистент итеп эшкә алына. 1912 йылда шулай уҡ табиб-ассистент, буласаҡ тормош иптәше, Юғары ҡатын-ҡыҙҙар курсын тамалаусы Доброхотова Александра Ивановна (Кострома губернаһы Вичуга ауылында тыуған) менән таныша. 1914 йылдың йәйендә Финляндияға ял итергә китәләр һәм шул ваҡытта Беренсе донъя һуғышы башлана[3].
Оскар Краузе Рус император армияһына хәрби хеҙмәткә саҡырыла һәм Воронежға, 253-сө запас госпиталь ойоштороу урыныа ебәрелә. 1914 йылдың октябрендә армия тылына — Рәсәй империяһының көнбайыш сигенә — Львов ҡалаһынан 150 километр көнсығыштараҡ ятҡан Волочискка ебәрелә. 1915 йылдың майында уны осоусы санитар-дезинфекция отрядының өлкән табибы итеп тәғәйенләйҙәр һәм фронтҡа, 8-се армия ҡарамағына («Брусилов армияһы») Көнсығыш Галицияға оҙаталар. 1915 йылдың сентябрендә армия Млодава тигән ерҙә ҡышҡы фатирҙарға урынлаша. 1916 йылдың яҙында Краузе Мәскәүҙә отпускыла була, 29 апрелдә Александрҙа Ивановна менән никахлаша һәм 1 майҙа ҡабат үҙенең часына, Ровноға юллана. 1916 йылда Брусилов алышында ҡатнаша[3].
1917 йылдың 29 ғинуарында Мәскәүҙә Оскар Краузеның Ирина исемле ҡыҙы тыуа. Шул уҡ йылдың октябрендә ул демобилизациялана. Киләһе йылда ҡабаттан хәрби хеҙмәткә — был юлы РККА-ға саҡырыла һәм Граждандар һуғышы тамамланғансы госпиталдәрҙә эшләй, тиф һәм киҙеү эпидемияларына ҡаршы көрәшә. Ҡатын менән бергә Өфөлә беернсе балалар дауаханаһы эшен яйға һала. 1921 йылда демобилизациялана һәм артабан педиатрия менән шөғөлләнә: Сабыйҙарҙы һаҡлау йортоноң шифахана бүлеген ойоштора, 1923 йылда ул Әсәлекте һәм сабыйлыҡты һаҡлау ғилми институты булып китә, ә 1945 йылда СССР Медицина фәндәре академияһы (АМН СССР) составына инә.
1828 йылда Оскар Фридрихович Александра Ивановна менән айырылыша (ул һуңынан күренекле ғалим, СССР Медицина фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы булып китә) һәм шул уҡ йылда Вера Федоровна Берсеневаға өйләнә[4]. 1929 йылда улар Елена ҡыҙҙары тыуа. 1931 йылда ғаилә металлургия комбинаты төҙөлгән Магнитогорскиға күсеп килә. 1932 йылда бында улдары Оскар тыуа. Был ҡалала Оскар Фридрихович балалар һаулығын һаҡлауҙы ойоштороуға ныҡлап тотона. 1942 йылдың мартында Краузе «советтарға ҡаршы агитация өсөн» ҡулға алына һәм атырға хөкөм ителә, әммә хөкөмдө ун йыл лагерь менән алмаштыралар[5][6] . 1942 йылдың декабрендә «советтарға ҡаршы агитация өсөн» лагеры ун йылда шулай уҡ уны ҡатын ҡулға алына һәм хөкөм ителә.[7] Вера Федоровна 1950 йылда вафат була, 1952 йылда Оскар Фридрихович төрмәнән сыға һәм Вологда өлкәһендә (Тарнога) район педиатры булып эшләй башлай. 1956 йылдан ул Орёл өлкәһенең Болхов ҡалаһына күсенә һәм баҡсасылыҡ менән шөғөлләнә, ғаилә архивын тәртипкә килтерә[3]. 1960 йылдарҙа Берсенева менән ул тулыһынса аҡлана.
1973 йылда Болховта вафат була[5].
Улы атаһының ғаилә архивынан төҙөү буйынса эштәрен дауам итә[8].
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Жизнь и судьба Фридриха Краузе — 1
- ↑ Жизнь и судьба Фридриха Краузе — 2
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Краузе Фридрих. Письма с Первой мировой 2020 йыл 29 март архивланған.
- ↑ «Я не имею основания жаловаться на судьбу…» (судьба Веры Берсеневой по её письмам) 2019 йыл 26 март архивланған.
- ↑ 5,0 5,1 Краузе Фридрих Оскарович (1887—1973)
- ↑ КРАУЗЕ Фридрих Оскарович
- ↑ Берсенева Вера Федоровна (1897)
- ↑ Фотоальбом исторического значения
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Семья Краузе: ментальная самоидентификация в годы Великой Отечественной войны
- Фридрих Краузе. Письма с Первой мировой (1914—1917)
- «Если удастся дожить…» Переписка двух любящих людей, оказавшихся в сталинских лагерях, может стать «книгой века»
- «Из-под каких развалин говорю…» Эти письма заставляют сопереживать с автором и восхищаться чистотой её души