Эстәлеккә күсергә

Крейнес Михаил Александрович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Крейнес Михаил Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 2 июнь 1903({{padleft:1903|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})
Тыуған урыны Мәскәү, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 14 декабрь 1977({{padleft:1977|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (74 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Эшмәкәрлек төрө математика
Эш урыны МДУ-ның механика-математика факультеты[d]
Уҡыу йорто Мәскәү университетының физика-математика факультеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Сталин премияһы

Михаил Александрович Крейнес (1903—1977) — физика-математика фәндәре докторы, Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультеты профессоры, Сталин премияһы лауреаты (1946).

1903 йылдың 2 июнендә Мәскәүҙә тыуған. Мәскәү университетының физика-математика факультетын тамамлай (1923).[1]

Крейнестың, автоматик идара итеү һәм көйләү ҡоролмаларын проектлау өсөн нигеҙ булып хеҙмәт иткән, гироскопик системаларҙың, улар урынлаштырылған нигеҙҙең хәрәкәтен иҫәпкә алғанда үҙ-үҙен тотошо буйынса тикшеренеүҙәре, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында совет хәрби техникаһын камиллаштырыу, атап әйткәндә, танктарҙа тапшырыу системаларын иҫәпләү менән туранан-тура бәйле була[2]

Физика-математика фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп «Синтез регулярных зубчатых механизмов» темаһына диссертация яҡлай (1943). Профессор ғилми исеме ала (1944)[1].

1937 йылдан алып Мәскәү дәүләт университетында эшләй. МДУ-ның механика-математика факультетында математик анализ кафедраһы профессоры (1945—1977).

Танк менән идара итеүҙең яңы механизмдары конструкцияларын эшләгәне өсөн Сталин премияһы лауреаты (1946)[2].

1977 йылдың 14 декабрендә Мәскәүҙә вафат була.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Функциялар яҡынлашыуҙары, топология, дифференциаль тигеҙләмәләр.

Төп хеҙмәттәре: «Зубчатые механизмы. Математические основы выбора оптимальных схем» (авторҙаш, 1965), уҡыу әсбаптары: «Теория пределов» (авторҙаш, 1960), «Определенный интеграл» (1963), «Мера и интеграл» (1965), «Математический анализ» (авторҙаш, 1967)[3] .

  • Московский университет в Великой Отечественной войне. — 4-е, переработанное и дополненное. — М.: Издательство Московского университета, 2020. — С. 126. — 632 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-19-011499-7.
  • Крейнес Михаил Александрович (неопр.). Летопись Московского университета. Дата обращения: 15 мая 2020.
  • Научные работы М. А. Крейнеса (неопр.). Mathnet. Дата обращения: 15 мая 2020.