Эстәлеккә күсергә

Креков Фёдор Андреевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Креков Фёдор Андреевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 19 февраль 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Тыуған урыны Рождественка, Өфө өйәҙе, Өфө губернаһы, Совет Рәсәйе
Вафат булған көнө 14 июнь 2007({{padleft:2007|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (88 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Креков Фёдор Андреевич (19 февраль 1919 йыл14 июнь 2007 йыл) — Дим локомомтив депоһы электровозы машинисы, Социалистик Хеҙмәт Геройы. СССР-ҙың почётлы тимер юлсыһы.

Креков Фёдор Андреевич 1919 йылдың 19 февралендә тыуған Рождественский ауылында тыуған. Хәҙер Башҡортостан Республикаһы Өфө районының ауылы. Белеме - тулы булмаған урта.

1937 йылда паровоз кочегары булып эшләй башлай. Фабрика-завод уҡытыу мәктәбен тамамлағандан һуң, Өфө паровоз ремонтлау заводында машинист ярҙамсыһы, машинист булып эшләй башлай. 1940 йылда Ленинград өлкәһе Ораниенбаум ҡалаһына бронепоезд машинистарының хәрби-техник уҡыуына ебәрелә. 1941— 1945 йылдарҙа Фёдор Андреевич — Көнбайыш, Брянск, I Украин фронттарында паровоз-бронепоезының өлкән машинисы. Бронепоезд составында Волоколамск шоссеһы сиктәрендә һуғыша, Мәскәүҙе обороналауҙа, Польшаны азат итеүҙә ҡатнаша. 1946 йылдан (демобилизациянан һуң) Куйбышев тимре юлыныңы Дим станцияһында паровоз машинисы, Дим депоһы начальнигы урынбаҫары, өлкән машинист булып эшләй, 1955 йылдан Дим локомотив депоһының электровоз машинисы.

Һуғыштан һуңғы тәүге биш йыллыҡта (1946-1950) Фёдор Андреевич Дим депоһында тәүгеләрҙән булып тәүлегенә 500 километр паровоз юлы үтә; һуңынан 1958 йылда электровозда 1 000 километрҙан артыҡ юл үтә.

Уның тәҡдиме буйынса 1958 йылда тауар поезы менән электровоздар Кропачёво станцияһынан Похвистнево станцияһына алмаш бригадала менән йөрөй башлай, был 12-15 электровозға тәүлегенә элекке ҙур булмаған йөк менән 350 километр урынына 700-800 һәм хатта 1 000 километр үтергә мөмкинлек бирә. Мәҫәлән, Ф.А.Креков яңы маршрутта локомотивтың быға тиклем булмаған 1 200 километр уҙышына өлгәшә. Етешһеҙлекһеҙ һәм аварияһыҙ эшләй. 1955-1958 йылдарҙа Өфө тимер юлы элктровоз паркын һөҙөмтәле файҙаланыу һөҙөмтәһендә 300 миллион һумдан ашыу экономия алына. Тәжрибәле машинист инициативаһы менән «Кропачево - Сызрань» пассажирҙар ҡулсаһы ойошторола

Тимер юл транспорты үҫешендәге ҙ уңыштары өсөн 1959 йылдың 1 сентябрендә СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Ф. А. Крековҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1990 йылға тиклем Куйбышев тимер юлының Дим локомотив депоһы электровоз машинисы булып эшләй. СССР-ҙың почётлы тмиер юлсыһы.

2007 йылдың 14 июнендә вафат була.

Ф.А.Креков иҫтәлегенә уның исеме менән электропоезд аталған.

Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. - Уфа : Китап, 2011. - 432 с. : ил. -ISBN 978-5-295-05228-6.

Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М.А. Ильгамов т. 3. З-К. 2007. -672 с. ISBN 978-5-88185-064-7.; науч.. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Сергей Каргапольцев. Креков Фёдор Андреевич. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 11 июль 2016.