Кузнецов Леонид Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Кузнецов Леонид Владимирович
Төп мәғлүмәт
Гражданлыҡ

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР Рәсәй Рәсәй

Тыуған ваҡыты

5 март 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})

Тыуған ере

СССР, Омск ҡалаһы

Үлем ваҡыты

16 март 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (79 йәш)

Үлем ере

Рәсәй

Эштәре һәм ҡаҙаныштары
Работал в городах

Дондағы Ростов

Бүләктәре
РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы

Леонид Владимирович Кузнецов (19272006) — совет архитекторы; Дондағы Ростов ҡалаһы архитекторы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы, Ростов дәүләт архитектура һәм сәнғәт академияһының ҡала төҙөлөшө кафедраһы профессоры, архитекторҙар Союзының регион бүлексәһе ағзаһы.

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ростовтың Комсомольская майҙанында стела
Каменск-Шахты мемориаль комплексы

Омск ҡалаһында 1927 йылдың 5 мартында тыуған. 1930-сы йылдар уртаһында уның атаһы репрессиялана.

1943 йылда Леонид Ростов һөнәрселек училищеһына уҡырға инә, бер үк ваҡытта киске мәктәптә уҡый. Уҡыуын тамамлағас әүәләүсе-моделдәр яһаусы һөнәре ала. 1953 йылдың октябрендә СССР художество Академияһының һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институтына уҡырға инә. 1959 йылда архитектура факультетын тамамлап[1], Кузнецов Дондағы Ростовҡа әйләнеп ҡайта. Унда СССР-ҙың көньяғындағы эре проект институттарында — «Облпроект», «Ростовгипрошахт», «Ростовгражданпроект» эшләй. 1960—1970-се йылдарҙа ул Ростов өлкәһенең ҡалалары һәм ҡасабаларын — Новочеркасскты, Ҡыҙыл Сулинды, Матвеев-Курганды, Зерноградты, Новошахтинскты, Чертково һәм башҡаларҙы планлаштырыу менән шөғөлләнә.

1968 йылда «Ростовгражданпроект» институты архитекторы Н. Н. Нерсесьянц менән Л. В. Кузнецов Дондағы Ростовтың генераль планын эшләй, уны 1971 йылда раҫлайҙар. Был проект буйынса 25-30 йыл эсендә ҡаланың халҡы миллионға тиклем арта тип фаразлана һәм ҡаланың төньяҡ һәм көнбайыш йүнәлештә үҫешенең төп этаптары билдәләнә. Дондағы Ростов үҫешенең иң һуңғы варианты Леонид Владимирович тарафынан архитекторҙар Нерсесьянц Норальд Николаевич һәм Трухачёв Юрий Николаевич авторҙашлығында 1976 йылда эшләнә.

Леонид Кузнецов өсөн иң мөһим темаларҙың береһе хәрби мемориаль һәйкәлдәр төҙөү була. 1960-сы йылдарҙа ул РСФСР-ҙың Художество фонды менән хеҙмәттәшлек итә һәм Ростов өлкәһе өсөн, һәләк булған совет һуғышсыларына арналған, ундан артыҡ һәйкәл проекты эшләй. Айырым алғанда — Каменск-Шахтыла мемориаль комплекс һәм Дондағы Ростов ҡалаһының Комсомольская майҙанында композиция, унда 1941—1943 йылдарҙа ҡаланы һаҡлап һәләк булған комсомолдарға стела ҡуйыла.

1980-се йылдар уртаһында Дондағы Ростовта Архитектура институты асыла, аҙағыраҡ ул Ростов архитектура һәм сәнғәт академияһы итеп үҙгәртелә (хәҙерге ваҡытта — Көньяҡ федераль университет составында]]). Л. В. Кузнецов был уҡыу йортонда уҡыта, ә һуңғы йылдарҙа ҡала төҙөлөшө кафедраһы профессоры вазифаһын биләй.

2006 йылдың 16 мартында вафат була.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]