Ҡолбахтин Нәзир Мырҙабай улы
Ҡолбахтин Нәзир Мырҙабай улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 17 сентябрь 1941 (83 йәш) |
Тыуған урыны | Шәрипҡол, Ҡарлыман ауыл Советы (Ҡырмыҫҡалы районы), Ҡырмыҫҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | тарих |
Эш урыны | Башҡорт дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | тарих фәндәре докторы[d] (1997) |
Ҡолбахтин Нәзир Мырҙабай улы (17 сентябрь 1941 йыл) — ғалим-тарихсы. 1979 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 2000—2013 йылдарҙа археология, боронғо һәм урта быуаттар тарихы кафедраһы мөдире. Тарих фәндәре докторы (1997), профессор (1998). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2003). Башҡортостан Фәндәр академияһының Р. Ғ. Кузеев исемендәге премияһы лауреаты (2009). «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе кавалеры (2009).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәзир Мырҙабай улы Ҡолбахтин 1941 йылдың 17 сентябрендә Башҡорт АССР-ы Ҡырмыҫҡалы районы Шәрипҡол ауылында тыуған.
Прибельский урта мәктәбен, Октябрьский нефть техникумын тамамлай. Слесарь, бригадир, механик булып эшләй.
1971 йылда Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлай.
1972—1976 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат урта мәктәбе директоры булып эшләй. 1976–1979 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университеты аспирантураһында уҡый.
1979 йылдан Башҡорт дәүләт университетында уҡыта. 1997 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай, 1998 йылда профессор исемен ала. 2000—2013 йылдарҙа Археология, боронғо һәм урта быуаттар тарихы кафедраһы мөдире була.
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Нәзир Мырҙабай улы 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, улар башлыса XVIII быуаттағы Тарихи Башҡортостандың социаль-иҡтисади һәм сәйәси тарихына бағышланған.
Хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башкиры в крестьянской войне 1773—1775 гг. : диссертация … кандидата исторических наук : 07.00.02. — Москва, 1979. — 290 с.
- Участие башкирского народа в крестьянской войне 1773—1775 гг. — Уфа : БГУ, 1984. — 82 с.
- Формирование горнозаводской промышленности Башкирии в XVIII веке. — Уфа : БГУ, 1989. — 81 с.
- Горнозаводское строительство на территории исторического Башкортостана в конце XVII—XVIII вв. — Уфа : БГУ, 1996. — 174 с. — ISBN 5-86759-019-4.
- Горнозаводское строительство на башкирских землях в XVIII в. : диссертация … доктора исторических наук : 07.00.02. — Уфа, 1997. — 520 с.
- Горнозаводская промышленность в Башкортостане XVIII век. — Уфа : Китап, 2000. — 277 с. — ISBN 5-295-02295-1.
- «Юлай-атаман, сардар-Салават, Кинзя-абыз…» : очерки из истории Крестьян. войны 1773—1775 гг. : кн. для внекл. чтения. — Уфа : РИО БашГУ, 2004. — 194 с. — ISBN 5-7477-1010-9.
- Башкирские вожди крестьянской войны 1773—1775 годов. — Уфа : БашГУ, 2005. — ISBN 5-9613-0008-0.
- Наказы народов Башкортостана в Уложенную комиссию 1767—1768 гг. — Уфа : Китап, 2005. — 271 с. — ISBN 5-295-03645-6.
- Башкирские вожди крестьянской войны 1773—1775 годов : учеб. пособие по предмету «История Башкортостана». — Уфа : БашГУ, 2005 — Ч. 1. — 2005 (Уфа : Мир печати). — 214 с. ISBN 5-9613-0008-0.
- Грамоты русских царей башкирам : новые источники о добровольном вхождении Башкирии в состав Российского государства. — Уфа : Гилем, 2007. — 225 с. — ISBN 978-5-7501-0852-7
- Избранные труды : в 5 книгах. — Уфа : Башкирская энцикл., 2016. — ISBN 978-5-88185-310-5.
- яуаплы мөхәррирлек
- Демография башкирского народа: прошлое и настоящее : материалы Межрегион. науч.-практ. конф., посвящ. II Всемир. курултаю башкир, 23 апр. 2002 г. / [редкол.: Н. М. Кулбахтин (отв. ред.) и др.]. — Уфа : Башк. ун-т, 2002. — 184 с. — ISBN 5-7477-0668-3.
- Башкирские рудопромышленники Тасимовы / А. З. Асфандияров [и др.]; отв. ред. Н. М. Кулбахтин. — Уфа : Китап, 2011. — 277 с. — ISBN 978-5-295-05378-8.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡолбахтин Нәзир Мырҙабай улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 14 сентябрь 2021)
- Кулбахтин Назир Мурзабаевич // Академия наук Республики Башкортостан.
- Шакур Рашит. Весомый вклад в историческую науку (К выходу в свет «Избранных трудов в 5 книгах» профессора Н.М.Кулбахтина) 2020 йыл 27 октябрь архивланған. // «Ватандаш».
- Романов Владимир. Раскрывая тайны древней истории родной земли (К 75-летию профессора Назира Кулбахтина) // ИА Башинформ.
- 17 сентябрҙә тыуғандар
- 1941 йылда тыуғандар
- Ҡырмыҫҡалы районында тыуғандар
- Башҡорт дәүләт университетын тамамлаусылар
- Башҡортостан тарихсылары
- Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәрҙәре
- Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусылары
- Рәил Кузеев исемендәге премия лауреаттары
- «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе кавалерҙары