Кульман Леэн
Кульман Леэн | |
рус. Хелене Андреевна Кульман | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
Эстония СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 31 ғинуар 1920 |
Тыуған урыны | Тарту, Эстония |
Вафат булған көнө | 6 март 1943 (23 йәш) |
Вафат булған урыны | Тарту |
Үлем төрө | атып үлтереү[d] |
Һөнәр төрө | разведчик |
Хәрби звание | комиссар[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы һәм Икенсе бөтә донъя һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Кульман Леэн Викимилектә |
Леэн Кульман (Хелена/Хелена Андреевна Кульман; 31 ғинуар 1920 — 6 март 1943) — совет разведчицаһы, кесе политрук, Советтар Союзы Геройы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Леэн Кульман 1920 йылдың 31 ғинуарында Эстонияның Тарту ҡалаһында күп балалы итексе ғаиләһендә алтынсы бала булып тыуа. 1927 йылда 1-се Тарту ҡала мәктәбенә уҡырға инә, 1931 йылға тиклем шунда уҡый, аҙаҡ 5-се Тарту мәктәбендә уҡыуын дауам итә, 1933 йылда уны тамамлағас, Таллин педагогия училищеһына уҡырға инә.
1932 йылда атаһы вафат була, әсәһе биш бәләкәй бала менән тороп ҡала.
Эстония СССР-ға берләшеү менән комсомолға инә, Таллин педагогия институтында уҡый. 1941 йылда Леэн тулы булмаған урта мәктәп уҡытыусыһы һөнәрен ала.
1941 йылдың мартында 4-се Таллин урта мәктәбендә комсорг булып эшләй башлай.
Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән хәрби комиссариатҡа бара, фронтҡа ебәреүҙәрен һорай, әммә уға кире ҡағалар. 1941 йылдың авгусынан эвакуацияла Силәбе өлкәһе Наҙы-Петровск районының «Ленин юлы» колхозында эшләй.
1942 йылдың ғинуарында 7-се эстон уҡсылар дивизияһының медсанбат яугире булып Ҡыҙыл Армияға китә. Һуңыраҡ Ленинградҡа ебәрелә һәм Линда Туллиман исеме аҫтында разведка мәктәбендә уҡый.
1942 йылдың 13 сентябренән 14-нә ҡарай төндә Тарту ҡалаһы районында дошман тылына төшөрөлә. Тартуҙа үҙенең апаһында урынлаша. Уның бурысы булып Чуд күле районында вермахт ғәскәрҙәренең хәрәкәтен, Пярну портында дошмандың диңгеҙ көстәрен күҙәтеү тора.
1942 йылдың сентябренән 1943 йылдың 14 ғинуарына тиклем осорҙа Леэн Кульман Балтика флоты штабына Пярну портында, Таллинда, Эстонияның Тартуамааск һәм Вырумааск өйәҙҙәрендәге хәлдәр тураһында бер нисә тиҫтә радиограмма тапшыра. Уның мәғлүмәттәре нигеҙендә совет һыу аҫты кәмәһе Пярну районында немец транспортын батыра[1]. Леэн Кульман йыйған һәм тапшырған мәғлүмәттәр араһында: Чуд күлендә ҙур дошман караптарының булмауы, Муствеэ —Васькнарва участкаһында яр буйын һаҡлауҙары, «эстон легионы» частарының характеры һәм ҡоралланыуы[2]
1943 йылдың 2 ғинуарында Леэн Кульман апаһы һәм уның ире йәшәгән Выруский районының Луутсинк ҡасабаһынан алыҫ түгел Ояэрэ утарында ҡулға алына. Уның менән бергә апаһы Ольга Мяги ире Август Мяги менән, шулай уҡ Тартулағы әсәһе менән һеңлеләре лә ҡулға алына.
Эҙләүҙәр ваҡытында матрас эсендә радиотапшырғыс табыла. Леэн Кульман Выру ҡалаһындағы сәйәси полиция ҡарамағына ебәрелә, ә 1943 йылдың 4 ғинуарында Псковтағы тышҡы полиция органдарына разведчик кеүек тапшырыла
1943 йылдың 6 мартында «Омакайтс» ойошмаһы тарафынан атып үлтерелә.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР Юғары Советы Президиумының 1965 йылдың 8 майындағы указы менән «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда немец-фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән ҡаһарманлығы һәм батырлығы өсөн» Ҡыҙыл Байраҡлы Балтик флотының разведчигы Кульман Хелена Андреевнаға үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
- Ленин ордены.
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы һүрәттәр | |
---|---|
Аннотационная доска на улице Х. А. Кульман в Минске. |
- Леэн Кульман исеме ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почет кенәгәһенә индерелгән[3].
- Тарту ҡалаһында Тарту ГПТУ-һы бинаһы алдында Леэн Кульман һәйкәле ҡуйылған.
- Минск ҡалаһында, Х.А.Кульман урамындағы 2-се йортта уға мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
- Леэн Кульман исеме менән аталғандар:
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Сындель Э. А. Вечно живые. — Таллин: Ээсти раамат, 1984. — С. 54—61.
- ↑ Масолов Н. Когда рушатся скалы // Героини. Очерки о женщинах — Героях Советского Союза. / ред.-сост. Л. Ф. Торопов. — Вып.1. — М.: Политиздат, 1969. — С. 307—317.
- ↑ 3,0 3,1 Кульман Хелена Андреевна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — С. 818. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Голос молодёжи» от 10 мая 1965
- «Молодёжь Эстонии» от 22 мая 1965
- «Edasi» от 22 июня 1965
- Письма Героя Советского Союза Хелене Кульман сестре. 24—26 августа 1942 г. // Говорят погибшие герои: предсмертные письма советских борцов против немецко-фашистских захватчиков (1941—1945 гг.) / сост. В. А. Кондратьев, З. Н. Политов. 6-е изд., испр. и доп. — М., Политиздат, 1979. — С. 99—101.
- Герои войны. — Таллин, 1984. — С. 191—192.
- Карпенко П. Корреспондент «КС-19» // Операция «Синий треугольник»: рассказы о чекистах Эстонии / сост. И. П. Папуловский, В. Р. Мюрк. — Таллин: Ээсти раамат, 1988.
- Карпенко П. Г., Носков Ю. Д. Дочь республики. — Таллин: Ээсти раамат, 1968.
- Лурье В. М., Кочик В. Я. ГРУ: дела и люди (Россия в лицах). — М.: Олма-Пресс, 2003. — С. 419.
- Лындин В. Прыжок в бессмертие. // Встретимся после задания. — М.: Издательство ДОСААФ, 1973. — С. 152—175.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кульман Леэн . «Герои страны» сайты.
- Письма Героя Советского Союза Хелены Кульман сестре (рус.)