Курашов Сергей Владимирович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Курашов Сергей Владимирович
Заты ир-ат
Тыуған көнө 1 (14) октябрь 1910
Тыуған урыны Ключи[d], Елатомский уезд[d], Тамбовская губерния[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 27 август 1965({{padleft:1965|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})[1] (54 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү ҡалаһы, СССР[1]
Ерләнгән урыны Кремль диуарындағы некрополь[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, табип
Биләгән вазифаһы СССР Юғары Советы депутаты[d]
Уҡыу йорто Ҡазан (Волга буйы) федераль университеты
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXII съезы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены «Почёт Билдәһе» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены

Курашов Сергей Владимирович (18 сентябрь (1 октябрь) 1910 йыл, Тамбов губернаһы[2][3][4] — 27 август 1965 йыл, Мәскәү) — СССР һаулыҡ һаҡлау эшмәкәре һәм йәмәғәт эшмәкәре, СССР ФА ағза-корреспонденты (1965), СССР-ҙың Һаулыҡ һаҡлау министры (1959—1965).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Сергей Владмирович Курашов Пензала 1924—1926 йылдарҙа элекке Пенза реаль училище базаһында ойошторолған Г.Е.Зиновьев исемендәге I һәм II баҫҡыс хеҙмәт мәктәбендә уҡый[5]. Һуңынан мәктәп бинаһына уға арналған мемориаль таҡтаташ ҡуйыла.

1931 йылда Ҡазан университетының медицина факультетын тәмамлай, 1941 йылдың май айынан алып 1942 йылдың мартына тиклем — Ҡазан медицина институты ректоры, ул 1966—1994 йылдарҙа С.В. Курашов исемен йөрөтә.

1936—1941 йылдарҙа аҡылы зәғифлеләр өсөн Ҡазан округ дауаханаһының баш табибы булып эшләй (хәҙер Татарстан Республикаһының В.М. Бехтерев исемендәге республика клиник психиатрия дауаханаһы)

  • 1942—1953 йылдарҙа — РСФСР Һаулыҡ һаҡлау халыҡ комиссары урынбаҫары (1946 й. июненән — министры), Баш идаралығы начальнигы.
  • 1953—1955 йылдар — СССР һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары.
  • 1955—1959 йылдарҙа — РСФСР Һаулыҡ һаҡлау министры.
  • 1959 йылдан — СССР һаулыҡ һаҡлау министры һәм бер үк ваҡытта (1955), 1-се Мәскәү медицина институтының һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу кафедраһы мөдире.
Файл:Мемориальная доска Курашову Сергею Вл.jpg
 С.В. Курашовҡа мемориаль таҡтаташ

Төп эштәре һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороуға, балалар һәм йәш үҫмерҙәр сәләмәтлеген һаҡлауға, курорт эшен үҫтереүгә, сит ил һаулыҡ һаҡлауға бағышланған

Күп томлыҡ «Законодательство по здравоохранению СССР» баҫмаһының мәхәррире.

1962 йылда 15-се Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ассамблеяһы президенты.

22-се КПСС съезында (1961), КПСС ҮК ағзаһына кандидат итеп һайлана.

СССР Юғары Советы 5-6-сы саҡырылыш һәм РСФСР-ҙың 4-се саҡырылыш депутаты.

1965 йылдың 27 авгусында вафат була, көлө һалынған урна Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында стенала урынлаштырыла.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ленин ордены, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены, ике «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.

Иҫтәлеген мәңгеләштереү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡазан[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡазанда Курашов исеме урам аталған. Курашов урамында, атап әйткәндә, Ҡазан дәүләт медицина университеты урынлашҡан, ул элек, 1966 йылдан 1994 йылға тиклем, шулай уҡ уның исемен йөрөткән (С.В. Курашов исемендәге Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденлы Ҡазан дәүләт медицина институты). Хәҙерге ваҡытта университетта Сергей Владимирович Курашов исемле стипендия бар.

Пенза[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Пензала Володарский урамында элекке Пенза реаль училище бинаһында (хәҙер — күп профилле 4-се «Баҫҡыстар» гимназияһы, Пенза), унда Сергей Курашов 1924—1926 йылдарҙа Г.Е.Зиновьев исемендәге I һәм II баҫҡыслы хеҙмәт мәктәбендә уҡыған, уға арналған мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 Курашов Сергей Владимирович // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохоров — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
  2. Ныне — село в Сасовском районе Рязанской области.
  3. Ключи, село, Сасовского района (ранее — Елатомского уезда Тамбовской губернии). История, культура и традиции Рязанского края. Дата обращения: 4 ғинуар 2016.
  4. Биографии людей, известных личностей
  5. Дмитриева В. И. Общеобразовательные учреждения города Пензы (из истории школ). — Пенза, 2009. — С. 12.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]