Кыласов Алексей Валерьевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Кыласов Алексей Валерьевич
Рәсем
Заты ир-ат
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 9 май 1968({{padleft:1968|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (51 йәш)
Тыуған урыны Рәсәй, Пермь крайы, Краснокамск[d]
Һөнәр төрө антрополог
Уҡыу йорто Пермь дәүләт педагогия университеты[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле рус теле һәм инглизсә
Commons-logo.svg Кыласов Алексей Валерьевич Викимилектә

Кыласов Алексей Валерьевич (9 май 1968 йыл) — ғалим-культуролог, культурология фәндәре кандидаты, йәмәғәт эшмәкәре, этноспорт теорияһы авторы, халыҡ-ара һәм Рәсәйҙең спорт функционеры[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Алексей Валерьевич Кыласов 1968 йылдың 9 майында Пермь өлкәһенең Краснокамск ҡалаһында тыуа.

19982008 йылдар — Пермь дәүләт педагогия университетының тарих факультетында уҡый, магистр.

20092011 йылдар — Славян мәҙәниәте дәүләт академияһының культурология кафедраһы соискателе, хәҙерге спорт һәм традицион уйындар институттары араһындағы бәйләнеште өйрәнә; «Глобалләшеү дәүерендә социомәҙәни феномен булараҡ спорт» темаһына диссертация яҡлай (етәксеһе — Расторгуев Валерий Николаевич).

20102011 йылдар — Бөтә Рәсәй физик культура ғилми-тикшеренеү институтының (ВНИИФК) спорт антропологияһы лабораторияһында ғилми хеҙмәткәр; Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетының Спорт индустрияһы юғары мәктәбенең өлкән уҡытыусыһы.

20112014 йылдар — Саха Республикаһының (Яҡутстан) Чурапчин дәүләт Спорт һәм физик культура институты проректоры.

2012 йыл — Мәскәү дәүләт физик культура академияһының философия һәм социология кафедраһының өлкән уҡытыусыһы.

2013 йыл — Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының Тармаҡ менеджменты институтында спорт һәм туристик индустрия менеджменты кафедраһы доценты; Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетының Спорт индустрияһы менеджменты һәм маркетингы кафедраһы доценты[1].

Наградалары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • 2006 йыл — Мәскәү Хөкүмәтенең Физик культура һәм спорт комитетының рәхмәте.
  • 2007 йыл — Халыҡ-ара «Спорт для всех» (TAFISA) ассоциацияһының "Пионер движения «Спорт для всех» исеме.
  • 2008 йыл — 2008 йылда Пекинда үткән Беренсе Бөтә донъя интеллектуаль уйындарҙың Алтын миҙалы (шахмат буйынса ҡатын-ҡыҙҙар командаһы капитаны).
  • 2010 йыл — Литва Республикаһының Шяуляй өлкәһе алдындағы ҡаҙаныштары өсөн Почёт ордены.
  • 2010 йыл — Саха Республикаһында физик культура һәм спортты үҫтереүгә индергән өлөшө, Рәсәй һәм донъя кимәлендә Саха Республикаһының традицион уйындар һәм спорт төрҙәрен популярлаштырған өсөн Саха (Яҡут) Республикаһы Вице-президентының Рәхмәт хаты; Саха (Яҡут) Республикаһының Физик культура һәм спорт комитетының «Физик култураны һәм спортты үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн» Почёт Билдәһе.
  • 2011 йыл — Саха (Яҡут) Республикаһы «Гражданлыҡ ҡаһарманлығы» отличие билдәһе.
  • 2013 йыл — «Бурятияның спорт отличнигы» күкрәккә таға торған билдәһеҪ «Бүрәт Республикаһына 90 йыл» юбилей миҙалы; Рәсәй Федерацияһы Спорт министрлығының Маҡтау ҡағыҙы; Мәскәү ҡалаһында физик культураны һәм спортты үҫтереүҙәге өлөшө өсөн Москомспорттың Маҡтау ҡағыҙы.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Монография: Кыласов А. В. Окольцованный спорт. Истоки и смысл современного олимпизма. — М.: АИРО XXI, 2010. — 328 С.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 http://kylasov.ru/about/ Алексей Кыласов