Күр Теле
Күр Теле | |
Дәүләт | Әзербайжан[1] |
---|---|
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан | Каспий диңгеҙе |
Халыҡ һаны | 1 кеше (2017)[2] |
Оҙонлоҡ | 1180 km |
Киңлек | 5200 km |
Майҙан | 43 км² |
Күр Теле[3] (әзерб. Kür dili) — Каспий диңгеҙендәге утрау (элек — морон[3]), Әзербайжандағы бик ҙур утрау. Аран иҡтисади районының көнбайышында урынлашҡан, Баҡынан — 150 км, Нефчала районынан 33 саҡрым көньяҡтараҡ. Утрауҙың көнсығышы административ йәһәттән Нефчала районына, ә көнбайышы — Ләнкоран районына ҡарай.
Атаманың этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Кура йылғаһы әзербайжан телендә Күр тип атала. Башҡорт телендә һыу ятҡылығында ҡоро ерҙән ослайып инеп торған өлөшө морон тип аталһа, төрки телле әзербайжандарҙа ул тел тип йөрөтөлә. Йәғни, Күр Теле (Дили) — Күр Мороно[4]
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Күр (Кура) йылғаһының дельтаһында ярымутрау булып барлыҡҡа килгән. Йылға Каспий диңгеҙенә ҡойор ерҙә ағым тиҙлеге кәмегән һәм һыуҙа йыуылып килгән ҡаты киҫәктәр өйөлә барып йырҙаны тармаҡландырған, дельта барлыҡҡа килгән. Кура́[5][6] (төр. Kura, груз. მტკვარი — Мтква́ри[7], әзерб. Kür — Кюр; в самом верхнем течении — Карасую[8][9]) — Кавказ аръяғының иң ҙур йылғаһы[10]. Кура (Күр) йылғаһының дельтаһы хәҙерге заманда артыҡ ҙур түгел (оҙонлоғо 17,5 км һәм майҙаны 94 км²)[11]. Мәгәр элек дельта күпкә ҡатмарлыраҡ, дәүмәле лә күпкә ҙурыраҡ булған[12]. Кура йылғаһының дельтаһы үҙгәреүгә Каспий диңгеҙенең кимәле үҙгәреп тороуы йоғонто яһай[11]. Шул арҡала элекке морондан йылға 35—40 км төньяҡтараҡ булып ҡалған.
XX быуатта Каспий диңгеҙендә һыу артыу сәбәпле ярымутрау утрауға әйләнгән. Климаты ярымсүллек. Утрауҙың бер өлөшөн Кызылагадж ҡурсаулығы биләй. Утрауҙың рельефы тигеҙлек. Дәүмәле: оҙонлоғо 1180 м, киңлеге яҡынса 5200 м. Көнсығыштан Каспий диңгеҙе уратҡан, ә көнбайыштан — Кызылагадж ҡултығы сикләй. Утрауҙың майҙаны 43 км². Көнсығыштараҡ Күр Дашы утрауы урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]XX быуатта Рәсәй империяһының төрлө яҡтарынан кешеләрҙе күсереп ултыртҡандар. 1911 йылда утрауҙа маяҡ төҙөлгән, 1966 йылда маяҡ эшен туҡтатып тора[13].
Совет Әзербайжанында утрауҙа ике ауыл булған: Шираанлы һәм Күрдили (Күртеле, уларҙа дөйөм алғанда 3 меңгә яҡын кеше йәшәгән. 1981 йылда һыу йәнә күтәрелеү сәбәпле материк менән бәйләнеш ҡатмарлаша, күпселек кешеләр утрауҙан китә. 2016 йылда утрауҙа 4 ғилә йәшәгән, милләттәре буйынса барыһы ла — әзербайжандар.
Морондоң ярҙарында Прорва, Саратовка, Жарскин, Куркоса тип аталған ауылдар булған, уларҙың халҡы балыҡсылыҡ менән шөғөлләнгән[14]
Фаунаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1929 йылда утрауҙың көнбайыш өлөшөндә ҡурсаулыҡ асылған. Уның тәбиғәте һәр яҡлап, комплекслы рәүештә һаҡлана[15]. Утрауҙың көнбайышында совет осоронда йылҡысылыҡ хужалыҡтары эшләп килгән. Уларҙы япҡандан һуң ҡалған аттар үҙ иркенә йөрөй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ http://news.lent.az/news/271799
- ↑ 3,0 3,1 Әзербайжан: Общегеографическая карта / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2005 г.; гл. ред. Г. В. Поздняк; ред. Г. Ф. Кравченко, Н. Р. Монахова. — 1:750 000, 7,5 км в 1 см. — М., 2005 (М.: ПКО «Картография»). — ISBN 5-85120-235-1
- ↑ Башҡорт теленең һүҙлеге. 1-се том. — Мәскәү, 1993. — 818-се бит.
- ↑ Словарь географических названий зарубежных стран / отв. редактор А. М. Комков. — 3-е изд., перераб. и доп. — М.: Недра, 1986. — С. 182.
- ↑ Ҡалып:Книга:СГНСССР
- ↑ Инструкция по русской передаче географических названий Грузинской ССР. — М., 1972. — С. 9.
- ↑ Ҡалып:Карта/500
- ↑ Карта бите K-38-XXV. Масштаб: 1 : 200 000. Указать дату выпуска/состояния местности.
- ↑ Azerbaijan a Country Study: A Country Study, Kessinger Publishing, 2004 ISBN 1-4191-0862-X
- ↑ 11,0 11,1 Динамика дельты р. Куры // Вестник Московского университета. Серия 5. География. — 2003. — № 2.
- ↑ Егоров В. В. Возраст современной дельты р. Куры. // Природа. — 1950. — Вып. 7-12.
- ↑ Lighthouses of Azerbaijan (инг.), unc.edu (12 March 2007). 19 май 2015 тикшерелгән. 2016 йыл 23 июнь архивланған.
- ↑ https://casp-news.ru/encyclopedia/k/kurinskaya-kosa-kyur-dili-(недоступная ссылка).
- ↑ Neftçala (әзерб.), azerbaijan.travel. 19 май 2015 тикшерелгән. 2015 йыл 19 май архивланған.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Күрская дельта
- Кура // Словарь географических названий СССР / ГУГК, ЦНИИГАиК. — 2-е изд., перераб. и доп. — М. : Недра, 1983. — С. 135.
- Динамика дельты р. Куры // Вестник Московского университета. Серия 5. География. — 2003. — № 2.
- Егоров В. В. Возраст современной дельты р. Куры. // Природа. — 1950. — Вып. 7-12.