Эстәлеккә күсергә

Кәлимуллина Лилиә Барый ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Кәлимуллина Лилиә Барый ҡыҙы
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 19 октябрь 1941({{padleft:1941|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (83 йәш)
Тыуған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө табип, ғалим, университет уҡытыусыһы
Эш урыны БДМУ
Биләгән вазифаһы кафедра мөдире[d]
Уҡыу йорто БДМУ
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре

Кәлимуллина Лилиә Барый ҡыҙы (рус. Калимуллина Лилия Барыевна; 19 октябрь 1941 йыл16 ноябрь 2020 йыл ) — ғалим-нейробиолог. 1964 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты, 1971—2010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1991—2010 йылдарҙы кеше һәм хайуандар морфологияһы һәм физиологияһы кафедраһы мөдире. Биология фәндәре докторы (1991), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006).

Лилиә Барый ҡыҙы Кәлимуллина — 1941 йылдың 19 октябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы — Өфөлә тыуған. РСФСР-ҙың атҡаҙанған архитекторы, сәнғәт фәндәре докторы, профессор Кәлимуллин Барый Ғибәт улының ҡыҙы.[1]
1964 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлай һәм шул уҡыу йортонда эш башлай.
19712010 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина университетында.
1991—2010 йылдарҙа кеше һәм хайуандар морфологияһыны һәм физиологияһы кафедраһы мөдире.

Фәнни эшмәкәрлеге һәм хеҙмәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғалимдың фәнни эшмәкәрлеге мейенең баҙам рәүешле комплексының структур-функциональ ойошторолошондағы эволюцион-морфологик һәм нейроэндокрин аспекттарҙы өйрәнеүгә, уның патологияһының төп формаларын моделләштереүгә арналған. Лилиә Барый ҡыҙы Кәлимуллина был комплекс ядроһының мейенең енси дифференциацияһы процестарында ҡатнашыуын асыҡлай һәм иҫбат итә. 600-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы[1]. Сит телдәргә тәржемә ителгән хеҙмәттәре:

  • Миндалевидный комплекс мозга: функциональная морфология и нейроэндокринология. Мәскәү, 1993;
  • Amygdala: structure, function and sex dimorphism. Ufa, 1995.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2011);
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2006).