Көнбайыш Европа — Көнбайыш Ҡытай
Көнбайыш Европа — Көнбайыш Ҡытай | |
Автомагистралдең Ҡаҙағстан өлөшөндә | |
Статусы |
Халыҡ-ара |
---|---|
Оҙонлоғо |
~8445 км |
Башы | |
Аҙағы | |
Юл ҡаплауы | |
Автодорога Викимилектә |
Көнбайыш Европа — Көнбайыш Ҡытай тиҙ йөрөшлө автомагистрале — Санкт-Петербургты (Рәсәй) Тяньга порты (Ҡытай) менән тоташтырасаҡ юл — Финляндияның көнбайыш сигенән Ҡытайға тиклем һуҙыла. Европа һәм Азия араһында транспорт бәйләнешен яҡшыртыуҙы һәм Ҡытайҙан тауар импортын еңеләйтеүҙе ниәт итә. Төҙөлөш эштәре 2008 йылда башланды. 2020 йылда тамамланыр тип фаразлана[1].
Яңы автобан Санкт-Петербургтан башланып, тиҙ йөрөшлө автомагистраль буйынса Мәскәүгә етергә, унан Мәскәү-Ҡазан федераль юлы буйынса уҙырға тейеш. 2030 йылға тиклем Санкт-Петербург — Вологда — Ҡазан трассаһын төҙөп, Мәскәү аша үткән йүнәлеште еңеләйтеү ҡаралған. Яҡын арала ул юлдар функцияһын М7 юлы үтәйәсәк.
Башҡортостан Республикаһының көнбайышында трасса Бәләбәй, Стәрлетамаҡ йәнәшәһенән бара. Ҡаҙағстанда трасса Аҡтүбә, Ҡыҙыл Урҙа, Шымкент, Тараз, Ҡорҙай, Алматы янынан уҙа. Ҡытайҙың Хоргос, Урумчи, Ухань ҡалалары аша үтеп, магистраль Ляньюньган ҡалаһында Һары диңгеҙгә етә.
Трасса ҡылыҡһырламаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Юлдың барлыҡ оҙонлоғо — 8445 км
- Төрө — автомагистраль, автобан, юл тиҙ йөрөшлө
- Юл полосалары һаны — 4 йәки 6
- Хәрәкәт тиҙлеге — 100—150 км/сәғ.
- Климат шарттары — континенталь, киҫкен континенталь
Юлының күпселек өлөшөндә автомобилдәрҙә саф һауала йөрөү түләүле буласаҡ.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мәҡәләләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Татьяна Шадрина От Европы до Китая проложат дорогу (рус.) // Интернет-портал «Российской газеты». — 2013.
- Ирина Фурсова Строительство магистрали "Западная Европа - Западный Китай" затягивается (рус.) // Интернет-портал «Российской газеты». — 2014. — № 961.
- Казахстан до конца года завершит стройку автобана Европа-Китай // МТРК «Мир» : официальный сайт. — 2013. — 9 июня. — Дата обращения: 24.06.2016.
- Трасса «Западная Европа - Западный Китай» будет достроена в этом году (рус.) // Motor.KZ : Транспортный новостной портал. — 2016.
- Мурат Жакеев Казахстан призвал Россию ускорить строительство участков по коридору «Западная Европа - Западный Китай (рус.) // МИА «Казинформ» : Национальный новостной портал. — 2016.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Международный транзитный коридор // Западная Европа - Западный Китай : интернет-проект. — 2016. — 24 июня. — Дата обращения: 27.06.2016.