Көнбайыш Шпицберген

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лонгийербюен күренеше
Көнбайыш Шпицберген
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Норвегия
Административ үҙәк Лонгйир[d]
Административ-территориаль берәмек Шпицберген[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+1:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Гренланд диңгеҙе
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Шпицберген[d]
Иң юғары нөктә Пик Ньютона[d]
Халыҡ һаны 2642 кеше (2012)
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1713 метр
Майҙан 39 044 км²
Урынлашыу картаһы
Карта
 Көнбайыш Шпицберген Викимилектә

Көнбайыш Шпицберген (норв. Spitsbergen) — Норвегияға ҡараған Шпицберг архипелагы составындағы иң ҙур утрау, ул Атлантик океандың төньяҡ өлөшө һәм Төньяҡ Боҙло океан араһында урынлашҡан.

Утрауҙың майҙаны — 39 044 км2 (йәки 37 673 км2). Ҙурлығы буйынса башҡа утрауҙарҙы уҙып китә, архипелагтың дөйөм майҙанының яҡынса 62 процентын биләй.

XIX быуат аҙағында Рәсәй империяһы, Норвегия короллеге һәм Швеция короллеге утрау буйынса беренсе килешеүгә ҡул ҡуя.

1920 йылдыэ 9 февралендәге килешеү буйынса Көнбайыш Шпицберген бөтә архипелаг менән бергә Норвегияға тапшырыла, әммә килешеүгә ҡул ҡуйыуҙа ҡатнашҡан бөтә 39 ил уны хужалыҡ маҡсатында файҙаланыу хоҡуғын һаҡлап ҡала. Утрауҙа Таш күмер ятҡылыҡтары асылғандан һуң был мәсьәлә айырым актуаллек ала. Бөгөн Шпицбергенда тик Норвегия һәм Рәсәй генә иҡтисади әүҙемлек күрһәтә.

Рәсәй Шпицбергенда күмер шахтаһына эйә, Рәсәй моряктары шельфта балыҡ тота, әлбиттә, был хәл башҡа илдәрҙе архипелагтан ҡыҫырыҡлап сығарырға теләгән Норвегия менән низағтарҙың сәбәбе булып тора. Шпицберген шельфында нефть һәм газ булыуы күҙаллана<ref>Россия сдает свои позиции в споре о зоне Шпицбергена: мурманские рыбаки. ИА REGNUM. Дата обращения: 19 декабрь 2019. Архивировано 19 декабрь 2019 года.</ref.

Утрауҙа Лонгйир аэропорты урынлашҡан, уның аша Рәсәй күмер шахтаһына эшселәрен килтерелә.

Был аҙ халыҡлы утрау халҡы башлыса фәнни тармаҡтарҙа, туризм йәки таш күмер сығарыу менән мәшғүл.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1194 йыл алып Свальбард тигән кеше норвег йылъяҙмаларында телгә алына. Әммә тап бөгөнгө Свальбардтың күҙ уңында тотолоуы икеле. Был Гренландия ла, Ян-Майен да булыуы ихтимал.

1596 йылда утрауҙарҙы голланд Виллем Баренц яңынан аса, ул утрауға «Шпицберген» тигән исем бирә, тәржемәһе — «Осло тауҙар». Бөгөн был голланд исеме менән Шпицбергендағы Рәсәй ҡасабаһы Баренцбург тип йөрөтөлә. Баренц утрауҙа һәм уның сиктәш һыуҙарында бик күп морж һәм киттар таба. Шуға ла артабан был утрауға күп һанлы промысла экспедициялары килә, һәм был хайуандар юҡҡа сығыу сигенә килеп етә.

1765 - 1766 — Михаил Ломоносов В. Я. Чичагов етәкселегендә Шпицбергенға ике диңгеҙ ғилми экспедицияһын ойоштора.

Көнбайыш Шпицберген утрауының төньяҡ өлөшө 1897 йылда һауа шарында Төньяҡ полюсҡа барып етергә маташҡан Соломон Андре хөрмәтенә Андре ере тип атала.

Бөтә донъя үҫемлектәр банк-һаҡлағысы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шпицберген ҡасабаһында БМО эгидаһы аҫтында донъялағы бөтә ауыл хужалығы үҫемлектәренең ултыртыу материалының Бөтә донъя банк-һаҡлағысы булдырыла. Һәр ил был үҫемлектәр банкында үҙ бүлеген булдыра ала.

2006 йыл 19 июнендә Норвегия, Швеция, Финляндия, Дания, Исландия премьер-министрҙары һаҡлағыстың беренсе нигеҙ ташын һалыу тантанаһында ҡатнаша.

Һаҡлаҡыс Шпицбергендың 300 метр тәрәнлектә, 1 метрға тиклем ҡалынлыҡтағы тимер-бетон түшәмдәр менән нығытылған ташландыҡ күмер шахталарында урынлашҡан. Банк шартлатыуға бирешмәгән ишектәр, шлюз камералары менән йыһазландырыла. Материалдарҙың һаҡланыуын урындағы күмерҙә эшләргә һәләтле һыуытҡыс ҡулайламалар, шулай уҡ Мәңгелек туңлыҡ тәьмин итәсәк. Орлоҡтарҙы −20 °C градустантан −30 °C градусҡа тиклемге температурала алюмин фольгаға төрөлгән килеш һаҡлау планлаштырыла.

Шпицберген архипелаг районында мәңгелек туңлыҡ һәм тектоник әүҙемлектең түбән булыуы арҡаһында орлоҡтарҙы һаҡлау өсөн һайлана.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Вуд-фьорд

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]