Көнһылыу
Викидатала элемент тултырылмаған |
Көнһылыу — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Көнһылыу боронғо төрки тамырлы ҡатын-ҡыҙ исеме. Көн (ҡояш) + һылыу һүҙҙәрен ҡушып яһалған. Ҡояштай матур тигән мәғәнәлә[1].
Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡотлобаева Көнһылыу Зәки ҡыҙы (13 март 1956 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны. Юғары категориялы биология уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004) һәм мәғариф алдынғыһы (1998), «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты гранты конкурсы еңеүсеһе (2011). 2015 йылдан Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире, 2016 йылдан Бөрйән вики-клубы етәксеһе.
Хатмуллина Көнһылыу Ғүмәр ҡыҙы (26 февраль 1985 йыл) — ғалим, химия фәндәре кандидаты, Рәсәй фәндәр академияһының Химия-физика проблемалары институтында ғилми хеҙмәткәр.
Әйүпова Көнһылыу Рамаҙан ҡыҙы (24 октябрь 1958 йыл — 30 сентябрь) — Силәбе ҡалаһындағы Ш. Бабич исемендәге башҡорт һәм татар китапханаһы мөдире, Силәбе өлкәһе Башҡорт Ҡоролтайы ағзаһы, Силәбе ҡалаһы Башҡорт Ҡоролтайы ағзаһы, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары хәрәкәте рәйесе.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Урланған Көнһылыу» — Юлтыев Дауыт Исхаҡ улы яҙған пьеса.
«Көнһылыу» повесы — башҡорт прозаигы, шағир, драматург һәм тәржемәсе Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙының повесы. Стәрлетамаҡ режиссеры Руслан Юлтаев Зәйнәб Биишеваның «Көнһылыу» повесы буйынса фильм төшөрөргә ниәтләй.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |