Көпшә йыйыны
Көпшә йыйыны — балтырған, кесерткән, зәржә кеүек үләндәрҙең йәш япрағы сыҡҡас, уларҙы бешереп ашауға арналған йыйын. Ғөрөф-ғәҙәт буйынса, бер аҙна эсендә ошо йәш үләндәрҙән өс тапҡыр аш, бутҡа бешереп ашау мотлаҡ тип һанала. Ашар алдынан :
Иҫке ҡорһаҡ яңы аш,
төрлө рәнйеүҙәр ҡас, — тип теләктәр теләгәндәр. Байрам башҡорттар йәшәгән һәр ерҙә үткәрелгән.
Был йола бигерәк тә Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында, Яңауыл, Тәтешле, Балтас, Туймазы райондарында киң таралған. Байрамса табын әҙерләп, ҡырға сығып, күмәкләп ашау ғәҙәткә ингән. Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы байрамды хөзөр (хозур) тиҙәр. Хөзөр һүҙе башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән һәм ул матурлыҡты, рәхәтлекте аңлата. Йылы яҙ көнөндә тәбиғәт ҡосағына сығып уҙғарылған был байрамдың йөкмәткеһен нәҡ шул һүҙҙең асылына тура килә лә инде.
Сығанаҡ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Ашҡаҙар» гәзите.(недоступная ссылка)