Ламакин Василий Васильевич
Ламакин Василий Васильевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 28 март (10 апрель) 1903 |
Тыуған урыны | Богородицк[d], Тула губернаһы[d], Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 28 август 1971 (68 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | географ |
Эш урыны | Рәсәй Фәндәр академияһының Геология институты[d] |
Уҡыу йорто | Мәскәү университетының физика-математика факультеты |
Ғилми дәрәжә | геология-минералогия фәндәре докторы[d] |
Ғилми етәксе | Александр Александрович Борзов[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Ламакин Василий Васильевич Викимилектә |
Василий Васильевич Ламакин (1903—1971) — совет ғалим-географы һәм геологы, геология-минералогия фәндәре докторы, СССР Фәндәр академияһының А. В. Обручев исемендәге премияһы лауреаты (1969).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1903 йылдың 28 мартында Тула губернаһының Богородицк ҡалаһында тыуған.
1920 йылда Мәскәү ҡалаһына күсеп килә һәм һәм Мәскәү университетының физика-математика факультетының геология-география бүлегенә уҡырға инә. Уҡыу менән эште бергә алып бара — мәктәптә уҡытыусы, ҡара эшсе, лаборант, Кесе Совет Энциклопедияһында штаттан тыш хеҙмәткәр һәм ғилми хеҙмәткәр, Ҙур совет энциклопедияһы редакцияһында секретарь (тәүге баҫмаһы) була[1]. 1925 йылда «геоморфолог» һөнәре ала.
Төньяҡ Боҙло океанда «Персей» ғилми-тикшеренеү судноһында йөҙөүҙә ҡатнаша, Кавказда, Башҡорт Уралында һәм Кавказ аръяғында, Ҡараҡом сүллегендә эшләй. Аспирантурала А. А. Борзовта уҡый, уның менән Башҡортостанға экспедицияға бара.
В. А. Обручев инициативаһы буйынса 1927—1928 йылдарҙа В. В. Ламакин барыу юлы ҡыйын булған һәм ул ваҡытта бөтөнләй тиерлек өйрәнелмәгән Көнсығыш Саянда тикшеренеүҙәр башлай. Саянға экспедицияға Василий Васильевич ҡустыһы Николай менән юллана.
1928—1935 йылдарҙа Байкал уйпаты неотектоникаһын өйрәнә. Байкал күленең тәбиғәтен һаҡлау өсөн әүҙем көрәш алып бара.
Репрессиялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1935 йылда ағаһы менән бергә 58-се статья, 10-сы пункт буйынса ҡулға алына һәм хөкөм ителә («Совет власын ҡолатырға, боҙорға йәки көсһөҙләндерергә саҡырыуҙы үҙ эсенә алған пропаганда йәки агитация») 5 йылға хөкөм ителә. Тотҡонлоҡта НКВД-ның Аҡ диңгеҙ-Балтик комбинатында өлкән инженер-геолог булып эшләй. Лагерҙа 4 йыл булғандан һуң, 1939 йылда ваҡытынан алда иреккә сығарыла.
1952 йылда ҡабаттан репрессияға дусар ителә — Мәскәүҙә йәшәү рөхсәтенән мәхрүм ителә һәм СССР Фәндәр академияһының Байкал лимнология станцияһында 5 йыл йәшәргә һәм эшләргә тейеш була.
Мәскәүҙә эш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1940—1942 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Кола базаһында эшләй, 1942—1944 йылдарҙа Карел-фин университетында уҡыта.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң Мәскәүгә әйләнеп ҡайта. СССР Фәндәр академияһының геология институтында эшләй.
Реабилитацияланғандан һуң — 1957 йылда Мәскәүгә әйләнеп ҡайта һәм Геология институтында эшләүен дауам итә.
1967 йылдың 2 мартында СССР Фәндәр академияһының Геология институтында докторлыҡ диссертацияһы яҡлай (1968 йылдың 12 апрелендә раҫлана)[2].
Байкал күлен 20 йылдан ашыу дауам иткән тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре «Неотектоника Байкальской впадины» монографияһында дөйөмләштерелә, 1968 йыл.
1971 йылдың 28 авгусында Мәскәүҙә вафат була. Ҡәберендә Байкал күленән дуҫтары алып килгән аҡ таш ята, унда былай тиелә: «Байкалдың тикшеренеүсеһе Василий Васильевич Ламакинға»[3].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ағаһы — Николай (1900-19??), геолог, геоморфолог, 1935 йылда 10 йылға «халыҡ дошманы» булараҡ хөкөм ителә, хөкөм ителеү срогын Соловки утрауҙарындағы лагерҙарҙа үтә, вафат булыу датаһы билдәһеҙ («Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк фажиғәле һәләк була»[4]).
- Ҡатыны — Анна Сергеевна (ҡыҙ фамилияһы Васильева, 1908—1992).[3]
- Балалары: Алексей (1939—2008), Надежда (1946), Ольга (1948).
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1929 — СССР география йәмғиәтенең көмөш миҙалы, Көнсығыш Саянды тикшергән өсөн[5]
- 1969 — А. В. Обручев исемендәге премия, «Неотектоника Байкальской впадины» монографияһы өсөн, 1968 (13 ноябрь, 1969, № 900).
Ойошмаларҙа ағзалығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1928 — СССР география йәмғиәте, Байкал бүлеге рәйесе (1957—1958)
- 1932 — Мәскәү тәбиғәтте һынаусылар йәмғиәте
- 1935 — Совет тәбиғәт фәндәре һәм техника тарихсылары милли берекмәһе
- 1935 — СССР Фәндәр академияһының дүртенсел осорҙо өйрәнеү буйынса комиссияһы[6].
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Фәндәр академияһы архивтарында В. В. Ламакинға арналған материалдар урынлашҡан[7].
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]120-нән ашыу фәнни мәҡәләләр, шулай уҡ монографиялар һәм фәнни-популяр китаптар авторы[8], улар араһында:
- Ламакин В. В., Ламакин Н. В. Географические исследования в Восточных Саянах в 1927 г. Москва: Наука и просвещение, 1928. 53 с.
- Ламакин В. В. Загадки Байкала. Ленинград: Детгиз., 1963. 160 с. (Серия Школьная библиотека).
- Ламакин В. В. По берегам и островам Байкала. Москва: Наука, 1965. 190 с. (Научно-популярная серия АН СССР)
- Ламакин В. В. Неотектоника Байкальской впадины. Москва: Наука, 1968. 247 с.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Кригер, Москвитин, 1973, с. 142
- ↑ Ламакин В. В. Неотектоника Байкальской впадины: Автореферат диссертации на соискание учёной степени доктора геолого-минералогических наук. Москва: ГИН АН СССР, 1966.
- ↑ 3,0 3,1 Надежда Алексеевна (рожд. Абрикосова) (1874—1951) 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Ламакин В. Загадки Байкала. — М.: Детгиз, 1963, с. 40.
- ↑ Ламакин Василий Васильевич
- ↑ Кригер, Москвитин, 1973, с. 143
- ↑ Путеводитель по фондам личного происхождения
- ↑ Библиография В. В. Ламакина в Информационной системе «История геологии и горного дела» ГИН РАН.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Биографические материалы[асыҡларға] // Репрессированные геологи / Гл. редактор В. П. Орлов. Отв. редакторы Л. П. Беляков, Е. М. Заблоцкий. М.-СПб. 1999.
- Кригер, Н. И. Василий Васильевич Ламакин (1903—1971) : Потери науки / Н. И. Кригер, А. И. Москвитин // Бюллетень Комиссии по изучению четвертичного периода. — 1973. — № 40. — С. 142—143.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- В. В. Ламакин в Архиве РАН.
- Библиография 2021 йыл 21 октябрь архивланған. в информационной системе «История геологии и горного дела» РАН.