Ландкоф Наум Самойлович
Ландкоф Наум Самойлович | |
Заты | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 20 ғинуар 1915 |
Тыуған урыны | Харьков, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 2004 |
Вафат булған урыны | Израиль |
Һөнәр төрө | математик |
Эш урыны |
В.Н. Каразин исемендәге Харьков милли университеты Харьковский университет Воздушных Сил имени Ивана Кожедуба[d] Ростов дәүләт төҙөлөш университеты |
Уҡыу йорто |
Тарас Шевченко исемендәге Киев милли университеты В.Н. Каразин исемендәге Харьков милли университеты |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d][1] (1967) |
Ғилми етәксе | Лаврентьев Михаил Алексеевич[d][2] |
Аспиранттар | Марченко, Владимир Александрович[d][2], Александр Эммануилович Еременко[d][2] һәм Vladimir M. Kadets[d][2] |
Ландкоф Наум Самойлович (20 ғинуар 1915 йыл — 2004 йыл) — СССР һәм Израиль ғалим-математигы. Физика-математика фәндәре докторы (1967), профессор (1968)[3].
Потенциалдар теорияһы буйынса эре белгес, вероятность мәктәбенә нигеҙ һалыусы[4].
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Наум Самойлович (Самуилович) Ландкоф 1915 йылдың 20 ғинуарында Харьков ҡалаһында юрист Ландкоф Самуил Наумович һәм Анна Натановна Ландкоф (1890—?) ғаиләһендә тыуған[5].
1937 йылда Харьков дәүләт университетын уңышлы тамамлаған (хәҙер В. Н. Каразин исемендәге Харьков милли университеты), 1940 йылдан алып ошо уҡыу йортондағы аспирантурала уҡыуын дауам итә һәм унда доцент булып эшләй. Шул уҡ йылда «Некоторые свойства нерегулярных точек обобщенной задачи Дирихле» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1967 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай. 1968 йылдан алып — Харьков университетының функциялар теорияһы кафедраһы профессоры. Артабан ПВО-ның Харьков хәрби академияһында (хәҙер Иван Кожедуб исемендәге Харьков һауа көстәре милли университеты) математика кафедраһы мөдире, профессор булып эшләй. Юғары математика кафедраһы мөдире булып 1978—1985 йылдарҙа Ростов инженер-төҙөлөш институтында (хәҙерге Ростов дәүләт төҙөлөш университеты) юғары математика кафедраһы мөдире булып эшләй, шунан һуң Израилгә эмиграцияға күсеп китә, унда Беер-Шева ҡалаһында йәшәй.
Наум Ландкоф бик күп юғары математика мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Ул М. Келдыш һәм М. Лаврентьевтарҙың һөҙөмтәләре күрһәткестәрен таба, Дирихле дөйөм мәсьәләһенең иррегуляр нөктәләренең күплеген тикшерә. Бер нисә фән докторы һәм кандидаты әҙерләгән[6], улар араһында Александр Эммануилович Еременко һәм Марченко Владимир Александрович[7] бар.
Бер нисә фәнни хеҙмәт авторы, улар араһында:
- О разрешимости обобщенной задачи Дирихле. // Изв. АН СССР. Сер. Математика. 1947. Т. 11.
- Аппроксимация непрерывных функций гармоническими. // Матем. сб. 1949. Т. 25.
- О преобразовании Фурье некоторых классов обобщенных функций. // Докл. АН СССР. 1962. Т. 147.
- Основы современной теории потенциала. Москва, «Наука», 1966. — 515 с.
- Введение в теорию вероятностей. Харьков, 1968.
Израилда 2004 йылда вафат була.
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Рыжий В. С. Из истории механико-математического факультета Харьковского университета. Хаьков, 2014.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ автори р. Енциклопедія сучасної України (укр.) — Інститут енциклопедичних досліджень НАН України, 2001. — ISBN 966-02-2075-8
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
- ↑ Ландкоф Наум Самойлович (доктор физико-математических наук; 1915—2004)
- ↑ Пятая международная научная конференция «Современные методы и проблемы теории операторов и гармонического анализа и их приложения-V»
- ↑ Анна Ландкоф в эвакуационных списках (1942)
- ↑ Naum Samoilovich Landkof 2019 йылдың 10 декабрь көнөндә архивланған. (инг.)
- ↑ В. А. Марченко: «Нужно любить свою работу!» 2020 йылдың 27 сентябрь көнөндә архивланған.