Эстәлеккә күсергә

Лаптева Наталья Фёдоровна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лаптева Наталья Фёдоровна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  РСФСР
 СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 14 сентябрь 1920({{padleft:1920|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (104 йәш)
Тыуған урыны Лебедки[d], Рәсәй
Һөнәр төрө ткач
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXII съезы[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены II дәрәжә Ватан һуғышы ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Лаптева Наталья Федоровна (14 сентябрь, 1920 йыл) — совет еңел сәнәғәт хеҙмәткәре, туҡыусы, Социалистик Хеҙмәт Геройы.

Лаптева Наталья Федоровна 1920 йылдың 14 сентябрендә Лебедки ауылында (хәҙер — Смоленск өлкәһе, Гагарин районы). 1933 йылдан Ленинградта йәшәй, унда туғыҙ класс тамамлай. 1937 йылдан Ленинград йоҡа һәм техник буҫтау комбинатында туҡыусы булып эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы алыштарында ҡатнаша. Һағыштан һуң ҡабат ошо комбинатҡа ҡайта[1].

Туҡыусы булараҡ, Лаптева даими рәүештә эшендә юғары күрһәткестәрг өлгәшә, производствоға алдынға ысулдар индерә. Етенсе биш йыллыҡты ул йыл да ике айҙа тамамлай. Бынан тыш, бишенсе саҡырылыш СССР Юғары Советына депутат итеп һайлана, район һәм өлкә комитет ағзаһы, съездар делегаты була[1].

СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән 1966 йылдың 9 июнендә «ете йыллыҡ планды үтәүҙәге юғары ҡаҙаныштары һәм туҡыма, трикотаж, аяҡ кейеме, теген изделиелары һәм еңел сәнәғәттең башҡа продукциялары етештереү буйынса юғары техник-иҡтисади күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн» Наталья Лаптева Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә, Ленин орденына һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» алтын миҙалына лайыҡ була[1].

Н. Ф. Лаптева йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнаша. КПСС-тың XXII съезы, СССР профсоюздарының XIV съезы делегаты, Ленинград өлкә комитеты, партияның Нева район комитеты ағзаһы итеп һайлана. Ленинград өлкәһе Ульяновка ҡасабаһының почетлы гражданы.

1980 йылдан хаҡлы ялда[1] һәм Ленинградта йәшәй.

Шулай уҡ ике Ленин, 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, миҙалдар менән бүләкләнгән[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Лаптева Наталья Фёдоровна. «Герои страны» сайты.