Ларина Прасковья Фоминична
Ларина Прасковья Фоминична | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 1 июль 1922 |
Тыуған урыны | Воронеж өлкәһе |
Вафат булған көнө | 21 май 2008 (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Темижбекская[d], Кавказский район[d], Краснодар крайы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | һауынсы, һауынсы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Ларина Прасковья Фоминична (1922, хут. Шиян, Ровенск улусы, өйәҙе Острогожский өйәҙе, Воронеж губернаһы, СССР — ?) — Краснодар крайы Кавказ районының «Восток» колхозы һауынсыһы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ларина Прасковья Фоминична 1922 йылда Воронеж губернаһының Ровенский улусы Острогожский өйәҙенең Шияны утарында (хәҙерге Белгород өлкәһе Ровенск районы) крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте буйынса урыҫ[1].
Ларина Прасковья Фоминична 1933 йылда ғаиләһе менән бергә Темижбекский станицаһына күсеп килә унда урындағы мәктәпте тамамлай. Кубанды немец-фашист оккупацияһынан азат иткәндән һуң, ул 1943 йылда урындағы «Восток» колхозының комсомол-йәштәр баҫыусылыҡ бригадаһын етәкләй[1].
Бөйөк ватан һуғышы тамамлағандан һуң, Ларина Прасковья Фоминична колхозда иҫәпсе булып эшләй, һуңынан алмаш һауынсы, артабан даими нигеҙҙә һауынсы булып китә. Ете йыллыҡ (1959—1965) эш һөҙөмтәләре буйынса райондың иң яҡшы һауынсыһы булып таныла һәм ул Ленин ордены менән бүләкләнә. 1973 йылда һәр һыйырҙан 4200 килограмм һөт алыу буйынса йөкләмәһен тулыһынса үтәй; район малсылары араһында социалистик ярышты ойоштороуҙың инициаторы була[1].
1973 йылдың 6 сентябрендә СССР Юғары Советы Президиумының Указына ярашлы «бөтә союз социалистик ярышында өлгәшкән, аҙыҡ-түлекте етештереү буйынса планды арттырып үтәүҙә күрһәткән ҡыйыулығы һәм малдарҙы 1972—1973 йылдарҙың ҡышҡы осорона яҡшы әҙерләүҙәге оло уңыштары өсөн» Ларина Прасковья Фоминичнаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырыла һәм ул Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ була[1].
Кубандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (09.01.1996). Темижбекский станицаһында йәшәй. 2 тапҡыр Ленин ордены (22.03.1966, 06.09.1973) һәм башҡа миҙалдар менән бүләкләнә[1].
Иҫкәрмә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Трудовая слава Кубани: люди немеркнущей славы / под ред. Н. Л. Заздравных. — Краснодар: Периодика Кубани, 2003. — 544 с.