Лебедев Лев Валерьевич
Лебедев Лев Валерьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 12 декабрь 1923 |
Тыуған урыны | Псков, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 14 март 2010 (86 йәш) |
Вафат булған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй |
Уҡыу йорто | С. М. Киров исемендәге хәрби-медицина академияһы |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | медицина фәндәре докторы[d] |
Хәрби звание | полковник[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Лев Лебедев Валерьевич (1923—2010) — СССР һәм Рәсәй ғалим-медигы, хирург, медицина фәнен һәм һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороусы, медицина фәндәре докторы (1967), профессор (1976), медицина хеҙмәте.полковнигы. Ике тапҡыр СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1975, 1982). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1923 йылдың 12 декабрендә Псков ҡалаһында хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған.
1941 йылдан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм Харьков хәрби-медицина училищеһын тамамлағандан һуң фронтҡа ғәмәлдәге армияға ебәрелә, 46-сы армияның 10-сы гвардия уҡсылар корпусы 86-сы гвардия уҡсылар дивизияһы 260-сы гвардия уҡсылар полкы составында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша — медицина хеҙмәте гвардия лейтенанты, санитар взвод командиры. Көньяҡ, 4-се, 3-сө һәм 2-се Украина фронттарында һуғыша, яралана.
11945 йылдан 1946 йылға тиклем Одесса хәрби округы батальоны фельдшеры. 1946 йылдан 1951 йылға тиклем Киров хәрби-медицина академияһында уҡый, 1951 йылдан 1957 йылға тиклем факультет хирургияһы кафедраһында клиник ординатурала уҡый, профессор В. Н. Шамовтың студенты. 1957 йылдан 1967 йылға тиклем Киров хәрби-медицина академияһының факультет хирургияһы кафедраһында өлкән ординатор, кесе уҡытыусы һәм өлкән уҡытыусы була. 1967 йылдан 1971 йылға тиклем — Төньяҡ ғәскәр төркөмөнөң баш хирургы.
1971 йылдан 1976 йылға тиклем Киров хәрби-медицина академияһының дөйөм хирургия кафедраһы мөдире урынбаҫары була. 1976 йылдан 1993 йылға тиклем — академик И. П. Павлов исемендәге Беренсе Санкт-Петербург дәүләт медицина университетының факультет хирургияһы кафедраһы мөдире, 1993 йылдан — ошо кафедра профессоры
1957 йылда Л. В. Лебедев медицина фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп «Применение дикумарина при лечении венозных тромбозов и тромбофлебитов» темаһына диссертация яҡлай, ә 1967 йылда — медицина фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп «Аллопластика артерий при их повреждениях» темаһы буйынса диссертация яҡлай. 1976 йылда Л. В. Лебедевҡа профессор дәрәжәһе бирелә.
Л. В. Лебедевтың төп педагогик һәм фәнни-методик эшмәкәрлеге микрохирургия, ҡан тамырҙары хирургияһы һәм һимереү хирургияһы өлкәһендәге мәсьәләләр менән бәйле була. Л. В. Лебедев Пирогов йәмғиәтенең йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы секцияһы рәйесе, Петровск фәндәр һәм сәнғәт академияһының вице-президенты һәм Санкт-Петербург ҡалаһының ҡан тамырҙары хирургияһы буйынса баш белгесе, шулай уҡ «Вестник хирургии имени И. Грекова» журналының редколлегия ағзаһы була. 520-нән ашыу ғилми хеҙмәт, өс монография һәм уйлап табыуға ун патент һәм аттестат авторы, уның етәкселегендә 10 докторлыҡ һәм 36 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған.
1975 йылда КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР Министрҙар Советы указы менән «медицина тәғәйенләнешендәге махсус туҡыу изделиелары булдырғаны, технологияһын эшләгәне һәм сәнәғәт етештереүе өсөн» Лев Валерьевич Лебедев фән һәм техника өлкәһендә СССР Дәүләт премияһына лайыҡ була[1].
11982 йылда КПСС Үҙәк Комитеты һәм СССР Министрҙар Советы ҡарары менән, «бармаҡтарҙы һәм ҡул суғын травматик ампутациялағанда ашығыс микрохирургик операциялар эшләнмәһе өсөн» Лев Валерийевич Лебедев фән һәм техника өлкәһендә СССР дәүләт премияһына лайыҡ була[2].
1998 йылдың 31 майында Рәсәй Президентының указы менән «Дәүләт алдындағы ҡаҙаныштары һәм медицина фәнен үҫтереүгә ҙур шәхси өлөшө өсөн» Лев Лебедевҡа «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән маҡтаулы исем бирелә[3].
2010 йылдың 14 мартында вафат була, Санкт-Петербургта Смоленск зыяратында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (01.08.1986[4])
- Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (24.02.1945, 30.12.1956)
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (19.11.1951)
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (09.05.1945)
Премиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- СССР-ҙың фән һәм техника өлкәһендә Дәүләт премияһы (1975[1])
- СССР-ҙың фән һәм техника өлкәһендә Дәүләт премияһы (1985[2])
Исемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998[3])
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Постановление ЦК КПСС и СМ СССР «О присуждении Государственных премий СССР в области науки и техники». Газета «Правда», 7 ноября 1975 г
- ↑ 2,0 2,1 Постановление ЦК КПСС и СМ СССР «О присуждении Государственных премий СССР в области науки и техники». Газета «Правда», 7 ноября 1985 г
- ↑ 3,0 3,1 Указ Президента Российской Федерации от 31.05.1998 г. № 632 . Дата обращения: 30 сентябрь 2020.
- ↑ Лебедев, Лев Валерьевич . Дата обращения: 30 сентябрь 2020.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Профессора Военно-медицинской (медико-хирургической) академии (1798—1998) / Редкол.: Ю. Л. Шевченко (гл. ред.) и др. - Санкт-Петербург : Наука : С.-Петерб. изд. фирма, 1998 г. — 313 с. — ISBN 5-02-026061-
- 12 декабрҙә тыуғандар
- 1923 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 14 мартта вафат булғандар
- 2010 йылда вафат булғандар
- Санкт-Петербургта вафат булғандар
- С.М. Киров исемендәге Хәрби-медицина академияһын тамалаусылар
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәрҙәре
- Рәсәй медиктары
- СССР медиктары
- Алфавит буйынса медиктар
- Полковниктар (СССР)
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Медицина фәндәре докторҙары