Эстәлеккә күсергә

Лемаев Николай Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лемаев Николай Васильевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 14 ноябрь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:14|2|0}})
Тыуған урыны Красный Яр[d], Оло Глушица районы, Һамар округы[d], Урта Волга өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 24 декабрь 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (71 йәш)
Вафат булған урыны Түбәнге Кама, Рәсәй
Ерләнгән урыны Троекуров зыяраты[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ойошма ағзаһы КПСС Үҙәк комитеты
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы Октябрь Революцияһы ордены IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
Изображение памятной доски

Лемаев Николай Васильевич (14 ноябрь 1929 йыл — 24 декабрь 2000 йыл) — совет дәүләт эшмәкәре, СССР нефть эшкәртеү һәм нефть химияһы сәнәғәте министры (1985—1989), СССР химия һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте министры (1989—1990). Техник фәндәре докторы (1983). Социалистик Хеҙмәт Геройы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1985), СССР‑ҙың атҡаҙанған нефтехимигы (1979), СССР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1982), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1998)[1].

Николай Васильевич Лемаев Урта Волга крайында Һамар округы Ҡыҙыл Яр ауылында[1] крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

1956 йылда ситтән тороп инженер-технолог һөнәре буйынса Өфө нефть институтын тамамлай. Техник фәндәре докторы (1983).

1950 йылдан Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында эшләй, башта өлкән оператор, һуңынан дежур инженер, ҡоралма начальнигы, өлкән инженер, цех начальнигы, завод баш инженеры урынбаҫары.

1960 йылдан — Татар совнархозының химия сәнәғәте идаралығы начальнигы урынбаҫары.

1963 йылдан — Түбәнге Кама химик комбинаты директоры.

1969 йылдан — Түбәнге Кама нефть химияһы комбинатының генераль директоры.

1977 йылдан Түбәнге Кама «Нижнекамскнефтехим» производство берекмәһе генераль директоры.

1985 йылдың мартынан СССР нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте министры урынбаҫары, ә шул уҡ йылдың октябрь айынан — министры[1].

1989 йылдан — СССР химия һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте министры.

1955 йылдан — КПСС ағзаһы, КПСС Үҙәк комитетының ағзаһы (1986—1990).

1990 йылдың сентябренән — Союз әһәмиәтендәге персональ пенсионер.

1991 йылдан алып «Нефтек‑техно» (Мәскәү) АЙ президенты, бер үк ваҡытта 1996 йылдан алып «Нижнекамскнефтехим» ААЙ директорҙар советы рәйесе[1].

РСФСР Юғары Советының 8, 11-се саҡырылыш депутаты. ТАССР Юғары Советының 7‑се саҡырылыш депутаты.

Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть эшкәртеү проблемаларын тикшереүгә арналған. Н. В. Лемаев етәкселегендә Яңы Өфө НЭЗ‑ында каталитик крекинг ҡоролмалары реконструкциялана, ароматик углеводородтар етештереү үҙләштерелә[1].

100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 68 уйлап табыу авторы.

2004 йылдың 24 декабрендә Түбәнге Камала вафат була. Мәскәүҙә Троекуров зыяратында ерләнгән[2].

Лемаев скверында Николай Васильевич Лемаевтың бюсты, Түбәнге Кама

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[1]

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980)

4-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2004)

Ике Ленин ордены (1971, 1980)

Октябрь Революцияһы ордены (1974)

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966)

СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1993)

РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1985)

СССР‑ҙың атҡаҙанған нефтехимигы (1979)

СССР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1982)

Татарстан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1998)

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Лемаев Николай Васильевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Алёна и Павел Кац. Троекуровское кладбище. Дата обращения: 25 октябрь 2018.